Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Февраль 2020, 22:00

Февраль бәйгеһе. Хәл иткес кис

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Бөгөн хәл иткес кис. Февраль бәйгеһенең һуңғы һорауын тәҡдим итәбеҙ: Тышҡа ҡуйҙым − таш булды,Өйгә керттем − һыу булды.Инде ни хәл итәйем,Утҡа ҡуйһам − быу булды. Нимә икән? Яуаптар ғәҙәттәгесә иртәгә 15.00-гә тиклем ҡабул ителә, кискә тотош айға йомғаҡ яһалып, Февраль бәйгеһенең еңеүсеһе асыҡланасаҡ. Йә, кем булыр икән?Ә кисәге йомаҡтың яуабы

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Бөгөн хәл иткес кис. Февраль бәйгеһенең һуңғы һорауын тәҡдим итәбеҙ:
Тышҡа ҡуйҙым − таш булды,
Өйгә керттем − һыу булды.
Инде ни хәл итәйем,
Утҡа ҡуйһам − быу булды.
Нимә икән? Яуаптар ғәҙәттәгесә иртәгә 15.00-гә тиклем ҡабул ителә, кискә тотош айға йомғаҡ яһалып, Февраль бәйгеһенең еңеүсеһе асыҡланасаҡ. Йә, кем булыр икән?
Ә кисәге йомаҡтың яуабы – белем. Байтаҡ төркөмдәштәр дөрөҫ яуап бирҙе. Лилия Хасанова, Айгуль Губайдуллина, Салима Бикбаева, Зифа Ильбаева, Минзия Ишмухаметова, Ильнара Назарова, яуаптарын сообщениела ебәргән Айна Иманғолова, Зөлфәр Дәүләтшин, Гөлназ Ҡылысбаева иҫәптәренә БЕРӘР мәрәй өҫтәлә.
Читайте нас: