"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Февраль 2020, 18:00

Киске сәйгә тәмлекәс

Әйҙәгеҙ, киске сәйгә ошондай тәмлекәс бешереп алайыҡ әле.

Ҡамыр өсөн 210 гр он, 100 гр аҡ май (йә маргарин), 50 гр шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 1/4 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс һәм самалап тоҙ алабыҙ. Эслек өсөн 200 гр эремсек, 40 гр шәкәр, 30 гр он, 20 гр ҡаймаҡ, 1 йомортҡа һарыһы кәрәк буласаҡ.

Был ингредиенттарҙан ҡамыр баҫып, йәйергә һәм түңәрәк формалар менән ҡырҡырға. Һәр түңәрәктең эсенә эслек һалып ярым түңәрәк итеп бөкләргә. Килеп сыҡҡан ярым түңәрәктәрҙе майлы табаға һалып, 200 градуста 20 минут самаһы бешереп алабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: