Яңыраҡ бер ҡусты: “Һине һис тә аңлай алмайым, ағай. Яҙмышыңда туҡтауһыҙ эскперимент үткәргән кеүекһең. Уҡытыусы һөнәрен һайлайһың да, йыл уҡытыусыһы исемен алғас, директор вазифаһына еткәс, мәктәп менән хушлашаһың, журналист булып эшкә урынлашаһың да, баш мөхәррир булғас, йәнә эшеңде ҡалдыраһың. Һиңә һәр ваҡыт күңелһеҙ. Ниңә шулай икән”, – тип һорай ҡуйҙы. Ә бит ул хаҡлы. Мин, ысынлап та, яҙмышым менән уйнаған кеүекмен. Челлендж тигән һүҙ бар инглиз телендә. Үҙ-үҙеңә саҡырыу ташлау тип тәржемә ителә. Тормоштоң барлыҡ мәғәнәһе минең өсөн үҙ-үҙеңде еңеүҙә. Тауға үрләүем дә – шул уҡ челлендж. Йәшем байтаҡ бит инде хәҙер. Тауға үрләрлек хәлем дә самалы. Әммә юлға сығам. Беләм, хәлем бөтәсәк, туҡтаясаҡмын, футболкамдың түш өлөшө ап-аҡ тоҙға әйләнәсәк. Әммә тауҙың үренә менеп еткәндәге тойғоно бер нәмә лә алмаштыра алмай. Был ахмаҡлыҡмы? Эйе, ахмаҡлыҡ. Әммә мин шунһыҙ йәшәй алмайым. Тормошта миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер челлендж кәрәк. Әлеге мәлдәге челленджым – “Мосафир” проекты. Башҡаларҙың, япон, америка оҫталарының ҡулынан килгән әйбер ниңә әле минең ҡулдан килмәҫкә тейеш?! Ошо кәсебеңде, йәғни күндән сумкалар һәм башҡа аксессуарҙар етештереүеңде ташлаясаҡһыңмы, тип һорарҙар. Ташлаясаҡмын. Өфөлә мине ҡасан беренсе оҫта тип таныясаҡтар, шунда ташлаясаҡмын. Хәйер, ике генә конкурентым бар минең: береһе – “Hermès”, икенсеһеһе – “Louis Vuitton”. Ни өсөн үҙебеҙҙең күләүектә иң беренсе баҡа булырға тейешбеҙ әле. Ярышырға икән донъяға билдәле брендтар менән ярышырға.
Күндән нимәлер етештерәһең икән, ул туҙмаясаҡ, тимәк, мәңгелеккә етәсәк. Бөгөн баҙар формалашҡан саҡта ошо даирәгә инеп ҡалырға кәрәк. Хәҙер экологик аҙыҡтарға ихтыяж ҙур. Ҡулдан яһалған үҙенсәлекле әйберҙәр модала. Масс-маркет ялҡытты. Һәр кемебеҙҙең уникаль һәм ҡабатланмаҫ булғыһы килә. Йәштәргә бына ошо йүнәлештәрҙе үҙләштерергә кәрәк.
Бизнес икән – бизнес. Булыр-булмаҫ бер йыл эсендә нисәлер миллионлыҡ заказ алдым. Тимәк, аҡса эшләйем. Был өлкәне энәһенән ебенә саҡлы өйрәнергә теләйем. Иң затлы күн етештереүселәр (Италия, Америка, Япония) менән хеҙмәттәшлек итәм. Беренсе булырға теләһәң, Ҡытай фурнитураһын файҙаланып ултыра алмайһың. Ә Рәсәйҙә мине ҡәнәғәтләндерерлек күн етештереүсе юҡ. Эйе, иң тәүге сиратта аҡса өсөн эшләйем. Һәм бының ояты юҡ. Кемдер күңел өсөн генә нимәлер менән булышып ултыра икән, был даһилыҡ йә ахмаҡлыҡ. Ә улар икеһе лә йәнәш йөрөй.
Хыялым – балаларыма ҡалырлыҡ бренд, лейбл барлыҡҡа килтереү. Беҙҙең халыҡ өйҙө ағастан ғына һала. Ә ул бер быуынға ғына етә. Кавказ халҡын алһаҡ: атаһы таштан бер бүлмәһен эшләгән, улы икенсе бүлмәһен төкәтеп ҡуйған, ейәне икенсе ҡат күтәргән. Улар мәңгелек менән эш итә. Бая ҡомартҡылар тураһында һөйләнек бит, беҙҙә лә күсәгилешлек булһын ине. “Мосафир” лейблы берәй заман күтәрелеп китеп, ейәндәрем, бүләләрем дә ошо эште дауам итһен ине. Иң мөһиме, донъяға таралған брендты һаман да ҡул менән тегеп ултырһындар. “Hermès” фирмаһы етештегән “Birkin” атамалы сумканың хаҡы бөгөн миллион ярымдан башлана. Мин шундай сумканы һатам икән, тимәк, йылына икәүҙе текһәм дә етә.
Беҙ әле өйрәнәбеҙ. Үҫешәбеҙ. Минең өсөн бөтөнләй ят донъя был. Һәм бик мауыҡтырғыс.
“Шоңҡар”ҙарҙың: “Подвал ялҡытып китеп, дуҫтар, фекерҙәштәр менән осрашыу теләге лә тыуа торғандыр...” – тигән һорауына яуабы:
– Минең йәштә дуҫтар менән араҡы эсер өсөн генә осрашырға кәрәктер. Эсмәгәс, нимә тураһында һүҙ йөрөтөргә? Ауылда йәшәһәк, исмаһам, утының етәме, малың иҫән ҡайттымы, тип гәп һатыр инек. Ә бында нимә тураһында һөйләшергә: пенсия йәшен оҙайттылар тип хөкүмәтте әрләргәме? Йәштәр менән теләп аралаша инем. Өлкәнәйҙеләр хәҙер. Улар менән дә күңелһеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кешенән арыным. Эштән дә шул арҡала киттем. Йәнә бер сәбәбе – мәғәнә күрмәүҙә. Сөнки эш хаҡын арттыра ла, хеҙмәткәрҙәргә фатир юллап бирә лә алмайһың. Шулай булғас, унда нимә ҡарап ултырырға мөмкин? Әлегә йөрөп торайым тиергәме?.. Эйе, минең шулай ваҡыты-ваҡыты менән социопатҡа, ваҡыты-ваҡыты менән мизантропҡа әйләнеп киткән саҡтарым була. Көндәр буйы телефонды алмауым да ихтимал...