Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Февраль 2020, 00:00

Үҙ яғыма ҡайтһам...(хикәйә) Сабит Фазлыев

Асфальт төҫөндәге “девятка” юғары тиҙлектә шоссе юлдан елдерә. Руль артында йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған егет ҡыҙарған күҙҙәрен көсләп алға төбәгән. Бара биргәс ауыҙын йәмһеҙ салышайтып иҫнәп-иҫнәп ала. Һул ҡулы баранка тышындағы ҡиммәтле күнде ҡыҫып тотһа, уң усын асылған ауыҙына килтереп: “А-а-а!,”- тип кипкән ирендәрен сыпылдата. Бер аҙҙан егеттең шешенгән күҙ ҡабаҡтары ҡыҫылғандан ҡыҫыла, хужаһының көсөргәнеп ҡаршылашыуына бирешергә теләмәй, ауыр таш аҫып ҡуйғандай йомола бара. Етмәһә, тас ҡаршыға быяла аша ҡыҙҙырған йәйге ҡояш күҙҙәрен сағылдырып талдыра, уның һайын йоҡо нығыраҡ баҫа. Йөрөтөүсе әмәлһеҙҙән тиҙлекте кәметә төшөп, себен ҡыуалаған малҡай ише шырт сәсле башын уңлы-һуллы сайҡап ала

Асфальт төҫөндәге “девятка” юғары тиҙлектә шоссе юлдан елдерә. Руль артында йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған егет ҡыҙарған күҙҙәрен көсләп алға төбәгән. Бара биргәс ауыҙын йәмһеҙ салышайтып иҫнәп-иҫнәп ала. Һул ҡулы баранка тышындағы ҡиммәтле күнде ҡыҫып тотһа, уң усын асылған ауыҙына килтереп: “А-а-а!,”- тип кипкән ирендәрен сыпылдата. Бер аҙҙан егеттең шешенгән күҙ ҡабаҡтары ҡыҫылғандан ҡыҫыла, хужаһының көсөргәнеп ҡаршылашыуына бирешергә теләмәй, ауыр таш аҫып ҡуйғандай йомола бара. Етмәһә, тас ҡаршыға быяла аша ҡыҙҙырған йәйге ҡояш күҙҙәрен сағылдырып талдыра, уның һайын йоҡо нығыраҡ баҫа. Йөрөтөүсе әмәлһеҙҙән тиҙлекте кәметә төшөп, себен ҡыуалаған малҡай ише шырт сәсле башын уңлы-һуллы сайҡап ала.
- Һин мине иҫән-һау ғына еткер инде, ҡустым. – Артҡы ултырғыста уңайлы йәйелгән илле йәштәрҙәге берҙән-бер пассажир тыныс ҡына иҫкәртеү яһаны. Сал сәсле ир уҙаманы әлегәсә өндәшмәй генә тирә-яҡты күҙәтеп килгәйне лә, ваҡ таштарға эләгеп тәгәрмәстәрҙең кәйелеүе йышайҙы, шуға ирекһеҙҙән тертләп, йөрөтөүсегә әленән-әле күҙ ташлай. “Таксист” юл буйы иренен ҡымтып шымған пассажирҙың һүҙ ҡушыуынан уянып киткәндәй булды, көҙгөгә ҡарап һипкелле танауын тызыны ла кәүҙәһен турайтып, һиҙҙермәй генә кирелде.
- Борсолмағыҙ, ағай, не первый раз! – Машина хужаһы, талған һөйәктәрен шытырлатып кинәнгәс, рулгә ике ҡуллап йәбеште лә газға баҫты.- Теп-теүәл еткерермен: ваҡытында һәм иҫән-һау.
Арыуына ҡарамаҫтан, кәйефе шәп юлсының, тауҙарға, туғайҙарға тиклем һуҙылған киң, иркен баҫыуҙарға һоҡланып, ауыҙ эсенән генә мөңөрләп йыр һуҙа:
- Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар,
Аҡһыл-йәшел тулҡын ҡаға...
Тирә-яҡ гүзәллеге солғап алған ағайҙың күңелен, быяла аша ялп-йолп алмашынған тәбиғәт күренештәрен йотоп алан-йолан ҡаранып тел шартлата, ҡай саҡ йоҡа ирендәрен ослайтып һыҙғырып та ҡуя. Сәфәр яртыһында магнитоланың мәғәнәһеҙ сит ил һүҙҙәрен ҡабатлауынан ялҡып һүндерергә һорағайны, һағынып йәшлек йылдарында гиҙә, моғайын, шул замандарҙа башҡортто йәшәүгә дәртләндергән көйҙәрҙе көйләй.
- Күп ҡалманы. – Машинанан алда төшөп йүгерерҙәй ир, күҙҙәрен ҡыҫа биреп барыр яҡты байҡаны, итләс елкәһен ҡулъяулығы менән һыпырҙы. – Берәй саҡрымдан уңға арба юлы булыр, шунан тураға тарт. Туғай аша үтеп, бала-саҡта тумарлап үҫкән аҡландарҙы, балыҡ тотоп, һыу төшкән йылға буйҙарын күрге килә. Ышанаһыңмы, ышанмайһыңмы, ҡустым, егерме биш йыл ҡайтып әйләнгән юҡ, сирек быуат. Әсәйҙе ерләнем дә, ҡайтмаҫҡа юғалдым...
Өфө аэропортында Себерҙән төшкән рейс бүләкләгәйне эштән тыш аҡса йүнләүсене. Затлы кейемдә, таштай ауыр юл сумкаларын артмаҡлаған олпат ир һатыулашып торманы, ҡолаҡҡа ятышлы шығырлатып меңлектәрҙе “нелегал”дың усына йомдорҙо ла, барасаҡ ауыл исемен атаны. Көтмәгәндә йылмайған бәхеттән албырғап төшкән егет, шул табышҡа текләп бер аҙыраҡ шәңкеп торҙо ла, кире уйлап ҡуймаһын тигәндәй, эләгә-тәгәрәй сибиряктың әйберҙәрен багажникка урынлаштырҙы. Әле йәшел төҫтәге меңлектәр, донъяһын йәмләп, күкрәген йылытып килә, арыһа ла саҡрымдар һанарға мәжбүр итә.
Машина, боролоштағы ваҡ ҡом-таштарҙы сәсрәтеп, тар арба юлына боролдо. Ҡәҙимге оҙон ғына баҫыуҙы ҡырҡып, һарғая төшкән башаҡтарҙы туҙанға күмеп үткәндән һуң, өйәңке, ерек, муйыл, осҡат баҫҡан шырлыҡлы туғайға сумды. Ағастар араһында борғоланған соҡорло-саҡырлы юлдан айҡан-сайҡан барҙы машина. Ҡуйы япраҡтар ҡояш нурҙарын үткәрмәй, күләгәлә һалҡынса, яртылаш асылған быяла ҡыҫымынан дымлы һауа урғылды, ҡыҙған плафон аңҡыған салонды төрлө үлән, япраҡ еҫтәре менән сафландырҙы. Хужаның ризаһыҙ уфылдауы аҫтында быуынһыҙҙай эйелгән ботаҡтарҙы ян-яҡ көҙгөләре менән һыпырып үтте машина, ситтән остайған сыбыҡ тешкә тейгес сыйылдап ишекте һыҙҙы. “Йөрө инде тачканы сыйҙырып!” – “Нелегал”дың ваҡытлыса кәйефе юғалһа ла, “Аҡсаһы мул шул,” – тигән уй тынысландырып, мейеһенән ҡыйылып үтте. Шул мәлдә, ҡыуаҡтар тәпәшәйеп, артыҡ киң булмаған йылғаға барып терәлделәр. Күҙ алдында кинәт асылған күренешкә икеһе лә ахылдап ҡуйҙы. Күгәреп ятҡан ятыу өҫтөндә һерәйгән оҙон ҡарағусҡыл бағаналар ҡасандыр ошонда кешегә хеҙмәт иткән күперҙе хәтерләтә ине. Кемдер тарафынан яндырылған күпер ҡалдыҡтары арғы ярҙа ла арҡыс-торҡос ята, ярҙы нығытҡан өлөшө ишелеп яртылаш һыуға сумған. Яҙғы ташҡында бағаналарға килеп терәлгән йыуан тирәк баҫма рәүешендә арҡыры һуҙылған. Тирәк үре ҡый-ҡыпыр менән тулған - пластмасс һауыттар, быяла шешәләр, төрлө төҫтәге ялтыр ҡағыҙҙар сыбыҡ-сабыҡ, серек бүрәнә баштары менән буталып көнкүреш сүплегенә тартым, араһында ап-аҡ күперектәр аҡ ҡарға оҡшаған, шулар өҫтөндә көтөүе менән себен ҡайнаша, һирәк-һаяҡ энәғараҡ күренгеләй.
- Фю-ю-ю, әрәм иткәндәр күперҙе, мәңге ултырыр һымаҡ ине! – тип һыҙғырҙы Рәмил-сибиряк, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Ул алғы ултырғысҡа ятып текә маңлайын йыйырҙы, ҡырауланған ҡаштарын һикертте. – Байтаҡ хеҙмәт итте халыҡҡа. Мине әрмиәгә оҙатҡанда ауылдаштар геү килеп бейеште ошо күпер өҫтөндә, бүрәнәләре шап-шаҡтай ине, таштай шыңғырлап ҡатҡан арҡыры таҡталары тракторҙы ла күтәрерлек булып ятты... Һы... Булманы, борол, ҡусты...
- Һа, ағай! – Йәш кешенең күҙҙәре үткер. - Талдар араһынан ҡарағыҙәле, түбәндә кисеү булырға оҡшаған!
Кирегә боролған машина, хужаһының ҡыуаныслы тауышын көткәндәй, талдар араһынан һиҙелер-һиҙелмәҫ тапалған юлды ҡапланы. Тәгәрмәстәр үгәй инә, бөрлөгән, кесәрткән үләндәрен һоро балсыҡҡа һылаштырҙы, ергә тиклем эйелгән тал сыбыҡтары машинаның саңға ҡапланған түбәһен һыпырып үтте. “Девятка”, резина протекторҙары һөҙәк ярҙың ҡомонда тәрән биҙәктәрен һүрәтләп, алғы тәгәрмәстәр һыу ҡосағына ингәс, шып туҡтаны. Кисеү уртаһында ҡуҡырайып ҡара “Джип” ултыра, янында эйелеп-бөгөлөп, бурҫлаҡ битле, үгеҙҙекеләй ҡалын елкәле, бүҫелергә торған ҡорһаҡлы яланғас әҙәм бейек вездеходты һыу менән ҡойондора. Ҡояш нурҙарына эләккән тамсылар, йәйғор нурҙарын сағылдырып, матур иномарка кәүҙәһендә тыпырлай.
Өфө “таксисы” һалынған ишеген шығырлатып төштө лә, бер аҙыраҡ еүеш ҡырсында тапанғандан һуң ҡыймай ғына:
- Эй, машинаңды алмаҫһың микән, беҙгә үтергә ине! – тип һөрәнләне.
Теге ишетмәгәндәй, ғыжылдай-ғыжылдай тағы эйелде, күнәген яртылаш һоҫоп былай ҙа таҙа вездеходын йыуҙырыуын дауам итте.
- Эй... – Баш ҡала “ҡунағы” түҙемһеҙләнеп йәнә башлағайны ла, бире әйләнгән “амбал”, суму көрәшсеһе ише кәкре аяҡтарын айыра баҫып ике атланы ла ҡалын тауыш менән:
- Драндулетыңды бор ҙа, һыпырт бынан! – тип үкерҙе. Хәс тә һуғымға һимертелгән үгеҙ, ер тырнағандай йыуан аяҡтарын алмаш-тилмәш талғын ағымға сыпылдатып алды, шунан, бөтә кәүҙәһе менән артҡа әйләнеп:
- Надоели! Күпме әйттем, баҫыу ситенә знак ҡуй, тип! Эй, әрәмтамаҡтар, һеҙгә әйтәм, дөпөлдәтегеҙ берҙе һауаға! – тип йылға буйын яңғыратты.
Килеүселәр шәйләмәгәндәр икән, күперҙән арыраҡ, ярты быуат ғүмер итеп кәрһеҙләнгән ҡарт өйәңке йәнәшәһендә һуҙылып төшкән кәүҙәләр ҡалҡынды, араларынан һаҡалтай әптәләнеп, ерҙә ятҡан мылтыҡты йәпһеҙ эләктерҙе лә, тәтегә баҫты. Шартлауҙан күккә олғашҡан тирәктәрҙә ҡарҡылдашҡан ҡара ҡарғалар йәмһеҙ шаулашып һауаға күтәрелде, фырылдашып төрлө тарафҡа сәпсек-турғайҙар һибелде. Ҡурҡышынан ағарынған “таксист”, асыҡ ишеген бәреп, руль артына сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, кәүҙәһе йомарланып ултырғыс менән руль араһына һыйҙы ла ҡуйҙы.
- Аһ, аһ, ни ҡыланалар?! – Артта сибиряк ишек тотҡаһын һындыра яҙып шаҡарҙы, асылманы, үрһәләнеп тағы этте, ниһайәт, йөҙөнә саф һауа бәрелеүгә тышҡа атылды.
- Һеҙ, һеҙ нимә..? Мылтыҡ менән ҡаршылайһығыҙмы ҡунаҡты? – Ят әҙәмгә тексәйеп телен тешләгәндәй итте. –Туҡта, туҡта, кем әле һин? Сырамытмайым. Вәли, Илдар? Юҡ! Ай, әттәгенәһе...
“Джип” хужаһы, һөҙөргә әҙерләнгәндәй, бер аҙыраҡ таһырайып торҙо ла:
- Ха-ха! Илдар, Вәли! Вали отсюда! Частная территория! – тип йәмһеҙ тауыш менән аҡырып ебәрҙе.
Ғәжәпләнеүҙән Рәмилдең һыр баҫҡан биттәре тимгелләнеп буҙарҙы, ҡапыс күҙ төбө тартышып ҡуйҙы, баҫҡан урынында ни ҡылырға белмәй юғалып ҡалды. Ирекһеҙҙән теле көрмәлде, башына йүнле уй ҙа килмәй. “Был ни ғәләмәт? Ҡыуаҡлыҡ аша икенсе донъяға килеп эләктекме? Оятһыҙлыҡ, ҡырағайлыҡ донъяһына?” Бар йәмғиәтте быуар йылан ише быуып барған әшәкелекте етерлек татыны ул үҙ елкәһендә. Рәмил оҙон аҡса артынан ҡырға юлланғанда ауыл халҡы әле Совет тәртиптәре шауҡымынан сыҡмаған ине, колхоздар ныҡлы нигеҙҙә көн күрҙе, барса халыҡ бер тигеҙ, бер-береһенә яҡшы мөнәсәбәттә булды. Яңы быуатта бөтә ил буйлап көнбайыш зәхмәтенең тамыр йәйеүе берәүгә лә сер түгел дә ул, шулай ҙа ауылға килеп терәлгәс, бындай һөмһөҙлөккә һөрлөгөрмөн тип башына ла килтермәне. Ул бер килке шулай аңшайып баҫып торҙо. “Таксист” руль артына шиңгәндән шиңде, ояһына инеп боҫҡан йомран шикелле юғалды, тәү ҡарашҡа машина эсе буш һымаҡ. Яйлап элекке хәленә ҡайтты ҡунаҡ, нужа ҡаласын да буйтым ашағайны, Себерҙә сыныҡҡан характер өҫкә ҡалҡты, йөҙө етдиләнде, ташырҙай булып асыуы ҡайнаны. Ул эстән кәрәкле һүҙҙәрҙе һайлағандай аяҡ осона текләп торҙо, шунан кисеү үрендә йәйелгән күк ятыуҙы, һайҙа ләм төрткөләгән селбәрәләрҙе күҙҙән үткәргәс, зәһәр ҡараш ташлап тауышын мейегә үтерлек итеп зыңлатты.
- Һин беләһеңме, уважаемый, йылғала техника йыуырға ярамай! Был - закон буйынса тыйылған, сөнки экологияға зыян килә.
Рәмилдең күҙ алдына икһеҙ-сикһеҙ тундра киңлектәрендә һуҙылған дәһшәтле йылғаларға аҡҡан нефть ҡалдыҡтары, балығы мыжғыған күлдәре өҫтөндә тимгелләнгән төрлө төҫлө таптар килде, эсәр һыуҙарының татырлы, ят тәмдәрен, ҡурылған бәрҙеләренең итендә сәнәғәт майҙарын телендә ҡабаттан тойғандай булды. “Рәсәйле ҡайҙа ла шул, бер көн менән йәшәй,”- тигән ғазаплы уй мейеһен телде.
Әммә “үгеҙ” ыжламаны, әллә үҙенә артыҡ ныҡ ышана, бәлки оятһыҙлашып өйрәнгәндер, артым һине ишет, тигәндәй, вайымһыҙ ҡиәфәттә ҡәҙерлеһенең ҡара ялтыр капотын һуҡҡылап яратты ла, яр башындағыларға киләһе әмерен еткерҙе:
- Консерва ҡалайының алғы “галошына” тоҫҡа!
Көтөлмәгән ҡунаҡтарға “частниктың” яңы бойороғо тиҙ тәьҫир итте.
“Кәнсир банкыһы” тигеҙ гөрләп тоҡаныуға, сибиряк әмәлһеҙҙән “Тфү,”- тип төкөргәндәй баш сайҡаны ла, ҡабаланып артҡы урынына ялпашты, ишек ябылған ыңғайы бер генә һүҙ ҡыҫылып өлгөрҙө: “Беспредел...” Өфө машинаһы, еңел һулағандай, тәгәрмәс аҫтынан ҡырсынташ сәсрәтеп алға атылды, тал сыбыҡтарын йәнә һыпырып, килгән юлына төштө. Япраҡтар араһында сырҡылдашып ҡасыр турғайҙар күренмәне, ҡошсоҡтар мылтыҡ шартлауынан йылға үрендәге ауҡан урынға -муйыллыҡҡа һыйынғайнылар.
... - Миңә туҡтап шәп иткәнһең, - тип йылмайҙы балалыҡ дуҫы Вәғиз сәйҙән һуң болдорға сыҡҡас. – Хәйер, кемгә бараһың, һинекеләр күптән гүр эйәһе...
- Алдан уҡ һиңә төбәп юлға сыҡтым. Тыуған яҡ, тыуған ауыл һағындырҙы, һуңғы ваҡыттарҙа йыш төшкә инде, һағыш үңәстән ала. Ҡатын ҡаланыҡы, уға нимә, һинең ауылың булды ни, булманы ни, аңлаймы күңелдә урғылған һағыныу хистәрен...
- Мин ауылдан һайланым кәләште, - тип бүлдерҙе өй хужаһы ҡунағын, әллә юрый үсектерә. – Ферма ҡарауылсыһы Шәрифулла ҡыҙын. Ҡыҙҙары әсәләренә оҡшап шыр йыбытҡы, аш-һыуға юҡ, тигәйнеләр ҙә, минеке бөтмөр булып сыҡты, Аллаға шөкөр. Бер-бер артлы тупылдатып бала тапты, донъяһын да көтә, хәстәрле. Иң мөһиме – минең һүҙҙән сыҡмай. Уңған бисә – аҡ бәхет, уңмағаны – ҡаҡ бәхет, тиҙәр халыҡта.
Һиҙелә, һайланған һаҙға батҡан, тип төрттөрә. Үпкәләмәне, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, аҡыллы әйтмешләй, тиңде ҡырҙан эҙләне. Кем ҡыҙы икәнен белә инде ул Рәмил, халыҡ яратмай, Сатан Шәриф, тип ҡушаматлап, ете ҡыҙы ла ихахай ҙа михахай ен ботаҡтары, тигән ғәйбәт ваҡытында урам араһында бер бисәнән икенсеһенә осһа ла, етеһе лә тормош ҡороп, берәүҙән дә кәм түгел. Ғәҙәттә, ҡыҙҙы әсәһенә ҡарап һайлайҙар, инәнән күреп тун бескән, йәнәһе. Ҡасан ҡарама бөртөк малайһыҙ Шәрифуллаға ҡул аҫтына инә башлаған ҡыҙҙары эйәреп йөрөнө, атын да егештеләр, сана-арбаға ултырып бесәнен дә тейәштеләр, урманда һылтыҡлаған аталары ағастың йыуан башын күтәрһә, ҡыҙҙары нәҙек осҡа йәбеште. Ауылдың бер ҡабағаны ник әйттем тигән көнгә төшкәндер инде, телен ғүмерлеккә тешләгәндер, сөнки дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, мыҫҡыл итмәк булып: “Эй, бракодел, малай булмағас, ҡыҙ егәһеңме?”- тип магазинда, осо-ҡырыйһыҙ сират алдында, ысҡындырған. Өндәшмәй генә йөрөһә лә, Шәрифулла зәһәр телле, бер енләндерһәң артыңа ултыртҡансы сәпәй ҙә ҡуя. Тегегә: “Быйыл, балта ҡулдан төштө, тип ҡупайып, ошо мәгәзин алдында һикерәңдәп, бейеп йөрөүеңә утыҙ йыл да булып китте, өй тулы малай, тип маһайыуыңды әйтәйем, малайҙарың көнө-төнө телевизорға ҡапланып сериал ҡарай, кәмпүтергә ҡаҙалып уйын уйнай, ә һин утын һатып алаһың, бисәң шуны яра, ялҡауҙарың ҡыҙ күҙләргә йыбана хатта, тоҡомоң ҡороуы шул түгел микән,”- тип бер тынала теҙеп һалған. Аҙаҡ, сираттағыларҙың түкмәй-сәсмәй еткереүенсә: “Аштың тәме тоҙонда, өйҙөң йәме ҡыҙыңда.” – тип тә өҫтәгән тиҙәр. Шулай сәйнәп маташһалар ҙа, сабырҙың төбө алтын, бер ҡарағанда уҡ юнған итәкле “малайҙарҙың” күҙгә ташланырлыҡ түш-баштары ла һиҙелмәй ине һымаҡ, егет-елкәнсекте аптыратып Сатан Шәриф ҡыҙҙары ҡапыл ғына алмашлап сәскә атырға тотондо, ярышып һоратыусылар үҙ-ара эләгешеп көс һынашты. Рәмилгә Шәрифулла ҡыҙҙарының да, ауылдың башҡа гүзәлдәренең дә күҙҙе ҡыҙҙырып өлгөрөүҙәрен күреп уфтанырға, мөхәббәт уттарында ғазапланып янырға яҙманы - әсәһенең, нигеҙҙе һыуындырма инде, улым, тигән өгөт-нәсихәтенә лә бирешмәне, йәштән тыуған ауылы менән хушлашты. Атай һүҙе бәлки еңер ине - һай, кәрәк булған да бит үҫкәндә ҡаты ҡулдар - атаһы ваҡытһыҙ ташлап киткәйне яҡты донъяны. Егеттең тәү маҡсаты – романтика, йәшлек дыуамалығы булып, йәшен йәшнәгән мәлдәй күҙ асып йомғансы ялпылданы, иртәнге йәйге ысыҡтай тиҙ кипте, дүрт-биш йыл үтеүгә донъяға ҡарашы үҙгәрҙе егеттең: ҡутарып аҡса һуғыу беренсе урынға күсте, уныһы көҙгө оҙайлы ямғырҙай һуҙылды, артабан, иҫәпле маҡсат - киләсәген ҡайғыртып мөхәббәтһеҙ-ниһеҙ квартиралы ҡала ҡыҙына өйләнде. Шулай, донъяһын теүәлләне кеүек, әммә, ғүмер көҙөнә табан сәстәр салланған һайын аҡыл яғы ил ҡарттарыныҡынан ҡалышманы, эх, хәҙерге аҡыл шул сирек быуат элек тупланған булһа икән, тип йыш уйланды.
Ҡунаҡ ишек ҡыҫымынан өйҙәге ҡотҡа, бөхтәлеккә, бүлмәлә зыҡ ҡубышҡан бала- сағаға көнләшеп ҡараны, үҙен был мөхиттә ят бауырҙай тойҙо, күңелендә бушлыҡ һиҙҙе. Һиҙҙермәй генә ауыр көрһөндө, тәмәкеһен тәрән һурып, баш осонда безелдәшкән серекәйҙәргә өрҙө. Эстән икәүһен сағыштырҙы: кем күберәккә өлгәште икән?Таксийҙан төшкән ыңғайы ҡапҡа тышында әйләнеп күҙ һирпкәйне ҡасандыр үҙе үҫкән атай йортона, өйҙө һүтеп алғандар, улар нигеҙен ҡарағура баҫҡан. Дуҫының ихатаһында йәшел балаҫтай үҫкән бәпкә үләненә, теҙелеп киткән кәртә-ҡураға, ыҡсым йорт артынан йәйелгән йәшелсә баҡсаһына күҙ йүгерткәс, баяғы фекерен дауам итте.
- Шула-а-ай, бала-саҡта аунаған һәр үләнлек ҡәҙерле, ауылдың һәр урам-тыҡрығы күҙ алдында, туң яҡта күңелде йылытҡан шул – бала-саҡ хәтирәләре. Мышъятҡан туғайына юл ябыҡ тиһең инде, значит?
- Барыһында хайран итте ул бәндә... Баштан һөйләйем әле. Ҡайҙан пәйҙә булғандыр сос эшҡыуар, суртым белһен, Мышъятҡанды ҡуртымға алған, ҡырҡ туғыҙ йылға. Ҡыҫҡаһы, майлы ҡалья эләктерҙе. Юҡ, бөтәһе лә законлы, дәкүминттәре лә бар. Әтнәкәһе шунда: кем бирҙе икән уға ауылдың иң шәп ерҙәрен, халыҡтан һорау юҡ. Һүҙ ҙә юҡ, биләмәһендә тәртип, ожмах төҙөгән. Һин күрһәң: баҫыуына күп йыллыҡ баллы үлән сәскән, умарталары гөжләп ултыра. Тәрәнүҙәк шишмәһен кәртәләгән, быуа быуып балыҡ үрсетә, янында сынъяһау өй ҙә ҡалҡып сыҡты, мунсаһы көнө-төнө төтәй. Ҡунаҡ-түрә өҙөлмәй унан, ҡиммәтле иномаркаларҙа елдереп шлагбаум аша үтәләр ҙә, кәйеф-сафа ҡоралар. Ҡарап тороуға матур тормош. Тик, ауыл халҡына унан ни файҙа? Беҙҙекеләрҙең береһен эшкә алһасы, шыр килмешәк ялланған үҙенә. Беҙ һуғыш уйнаған төбәктәргә хәҙер аяҡ баҫырмын тимә, тәлгәш еҙәй- баландарын, эре муйылдарын, түшәлгән емеш-еләген яттар йыя. Элек икәүләп суртанға бәрәмәт ташлаған ятыуҙарҙа Мышъятҡан хужаһы ауҙарын ҡора...
- Ғәжәп икән...- Рәмил тыңлай ҙа, тыңламай ҙа һымаҡ, башын баҫып уйға батҡандай. Әле генә төтәткән тәмәкеһенә төкәтеп яңыһын тоҡандырҙы.
- Өф-ф-ф, һыу инергә лә ярамаймы?
- Уның территорияһында запрещается. Бер көн үҙем генә белгән һуҡмаҡтарҙан киттем Мышъятҡанға. Ҡарауылсылары шәйләп ҡалмаһын тип йәшенә-боҫа һөҙөп сыҡтым беҙ ҡыҙырған төбәктәрҙе. Баҡһаң, шәмдәй төҙ тирәктәрҙе йығып таҡта быса икән мәлғүн.
- Халыҡтың мал-тыуары үҙ итә торғайны Мышъятҡанды... – Нимәгәлер өмөтләнгән Рәмил төпсөндө.
- Һә-әй! – Ҡорлашы әллә серекәй ҡыуаланы, әллә асыуҙан, ҡулын киҫкен һелтәне. – Башмаҡтай эттәре бар уның, үләнгә ҡыҙыҡҡан малҡай барып сыҡһа шуларҙан талата ҡарауылсылары. Эте лә, бете лә бимазаламаһын тип беҙ балыҡ ҡармаҡлаған ҡарағас күперҙе лә яндырҙы, мәңге мандымағыр! – Өй хужаһы әсе һүгенеп ҡаштарын емерҙе.
- Ауылды уратып баҫыуҙар диңгеҙҙәй тулҡынланып ята... – тип әңгәмәне
башҡа юҫыҡҡа борорға уйлағайны ла ҡунаҡ, дуҫының бүлдереүенән тертләне.
- Баҫыу-у! Баҫыу – ул алпауыттыҡы! Пай ерен эшкәртергә ҡулынан килмәй ир-аттың, дөрөҫөрәге: теләге лә юҡ, шуға яттарға бирергә мәжбүр.
Шулай: баҫыу – алпауыттыҡы, Мышъятҡан – эшҡыуарҙыҡы, халыҡҡа – ҡуҡыш, ҡапсығыңды киң тот, кем әйтмешләй... Халыҡ – яланғас ҡалды, Рәмил, тәбиғәт кейҙергән кейемен сисендерҙеләр.
Әлегәсә күрше-күләндә даңғырлаған күнәк тауыштары тынды, офоҡтағы һүрән яҡтылыҡ һүнә барып ауылды ҡараңғылыҡ баҫты, ярышып сиңерткәләр сөрөлдәне. Киске аштан йәнле генә дауам иткән гәпләшеү уйламағанда өҙөлдө, төрлөсә яңыртып ҡараһалар ҙа, башҡа берекмәне. Ләм-мим өндәшмәй йәнә берәрҙе төтәттеләр ҙә, йоҡларға яттылар.
Йоҡламаны Рәмил, тулғаңлап тик ятты, уйҙары менән Мышъятҡан буйлап гиҙҙе. Тәүҙә тау үркәсенән барҙы, Тәрәнүҙәккә төшөп сылтырап аҡҡан шишмә тауышын тыңланы, теште ҡамаштырырлыҡ һыуын тәмләгәс яланғырт иңләп атланы, туғай аша балан, еҙәй емештәрен ҡабып үтте. Йылғаның тәрән ятыуҙарын йөҙөп сыҡҡас, салбар балаҡтарын төрөп кисеүҙәрен кисте, тырым-тырағай ҡасышҡан сыйпыштарын күҙәтте.
Хәтфә үләнендә тумарланы, әсемтәй, ҡуян тубыҡтарын йолҡоп, бала саҡтан һаҡланған үҙенсәлекле тәмдәрҙе ҡайтанан тойорға маташты.
Рәмил ҡара таңдан торҙо. Хужалар менән хушлашып торманы, телефондан аңлатырмын әле, тигән уйҙа юл сумкаларының юлға кәрәклеһен генә эләктереп урамға ашыҡты. Тыҡрыҡҡа боролоп йәнәш урамға сыҡты, ян-яҡтан теҙелгән яртылаш емерек, ташландыҡ өйҙәрҙе һанап барҙы, әллә алтынсыһынан, бәлки етенсеһенәндер, күптән тәрбиә күрмәгән өйҙән, өрәк күренде. Таяҡтай өрәк бейек киндер аша һалынған һуҡмаҡтан үтте, һыпырылып төшкән кәртә аша саҡ аташланы ла, уға ҡаршы атланы. Тиңләштеләр. Рәмил һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ирҙе танырға маташты, бәлки тиңдәшелер, ләкин уның ас яңаҡлы йөҙөндә, шешенгән мәғәнәһеҙ күҙҙәрендә таныш һыҙаттар тапманы. Баш ҡаҡты, ир-өрәктең, унан күпкә йәш кешенең үҙ ҡайғыһы - ул уны күрмәне лә шикелле, ҡалтырана-ҡалтырана эргәһенән үтте лә, ҡаршылағы заманса биҙәлгән бейек йорттоң ҡапҡаһын шаҡыны. “Бахмурҙан...” Ул арала һауылған һөттө бушатып күнәктәр даңғырланы, кәзә-һарыҡ урамға эркелде, һыйырҙар мөңгөрәште, халыҡ һәш-һәшләп мал-тыуарын көтөүгә ҡыуаланы.
Иртәләгәс туҡталышта автобус көтөп оҙаҡ торҙо ир. Иртәнге ауылды күҙәтте, бер-береһен сәләмләгән әтәс тауыштары артынан ҡарашын йөрөттө, ҡалҡыулыҡта урынлашҡан ике ҡатлы мәктәпкә текләп дуҫының әрнеп әйткән һүҙҙәрен иҫләне. “Балалар кәмеп мәктәп ябылды. Йәштәр ауылда ҡалмай, ҡалғандары өйләнешмәй. Типһә тимер өҙөрлөк ир-ат эскелек һаҙлығына бата, эшләрлектәре ҡырҙа, йәш ҡатындар араҡыға бәйлелектән ҡотола алмай.” Башында һанһыҙ уйҙар ҡайнашты. “Юҡ, заман үҙгәрештәрендә яттарҙың ғәйебе юҡ! Ауылдан ҡаса халыҡ, Себер тулы башҡорт, ҡалаламы, нефть ятҡылығындамы, биш-алты кеше осраһа, “Һаумыһығыҙ,” – тип сәләмләһәң, әбизәтелне бер егерме беренсе быуат зимагоры: “Һаумы, ағай!”- тип ҡулын һуҙа. Ауыл халҡы вайымһыҙ, яңыса йәшәргә теләге юҡ, битарафлыҡ йәше-ҡартын һуҡырайтҡан. Баҫыуҙарҙы һөрөп- сәсергә ҡулдарынан килмәйме ни? Үҙ ерҙәренә үҙҙәре хужа була алмай. Табылмаймы ни арабыҙҙа йүнсел, егәрле кешеләр?”. Тағы Вәғиздең йәне көйөп һөйләнгәнен уйланы: “ Йүнсел тиһең, башы эшләгән алыпһатарҙар беҙҙә етәрлек ул – һәр биш өй аша араҡы һаталар - төшөмлө бизнес. Бөгөнгә төшөмлө лә, иртәгеһен Аллаһы Тәғәлә язаһынан ҡалдырмаҫ ул...” Кисеүҙә осраған һөмһөҙ эшҡыуар күҙ алдына килде. “Ул да хәҙеге йәмғиәтебеҙҙең йөҙө. Яңы тәртиптәр менән яңы быуатҡа баҫтыҡ бит. Ҡырағай баҙар шарттарында ҡырағай йыртҡыс һымаҡ ҡылана инде әҙәм. Бәғзе бер етәксе әйтмешләй, хөриәт килде: аҡсаны ҡалай теләйһең шулай тап, урлайһыңмы, талайһыңмы, үлтерәһеңме – үҙ иркеңдә...”
Ҡыҫҡа төн эсендә икеленәп сыҡҡайны, әле ауылдың бер осонан икенсе осона күҙ йүгертеп Рәмил ҡәғти ҡарарға килде: “Егерме биш йыл элек ауылдан сығып ҡасҡан ул да ғәйепле. Ҡайтырға, ауылда төпләнеп ҡалған ғүмерен ошонда үткәрергә, бергәләшеп килмешәктәргә ҡаршы торорға. Берҙән-бер улы Родя-Родионға төшөндөрөп булмаҫ, бисәһе лә аңламаҫ уны. Эх-ма, артҡа әйләнеп ҡараһаң елгә осҡан бит ғүмер арауығы, ғүйә, буш урын.” Ирҙең йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Ҡарашы ауыл осондағы зыяратҡа туҡталды. “Ҡайтырмын, әсәй-атай, ҡәберегеҙҙе тәрбиәләрмен, өй нигеҙебеҙҙе күтәрермен...” Шыжлап туҡтаған машинан уйҙарын бүлде.
- Аҡсаң бармы, ағай, булһа - ултыр, булмаһа - мин дәлше поехал! – Ҡара күҙлекле егет, быяланы ҡыҫып, тештәрен ялтыратты.
Пассажир, машина хужаһын ҡыуандырып, сумкаһына йәбеште.
Сабит Фазлыев
Читайте нас: