Ғаилә - тормош нигеҙе, дәүләт киләсәге. Матур, татыу ғаилә ҡороп, бер- береһен хөрмәтлэп, ярҙамлашып йәшәү, аҡыллы, һәләтле балалар үҫтереү һәр беребеҙҙең изге бурысы.
1март - башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан Өмбәт мәктәбендә "Беҙҙең ғаилә - татыу ғаилә" тип аталған ата- әсәлэр һәм балалар менән бергә бик матур сара үтте. Буранғолова Әлфиә Ғәлләм ҡыҙы дүрт класты бер үҙе генә уҡытыуға ҡарамаҫтан, балалар менән бик матур концерт азерларгэ ваҡыт тапҡан. Ата- әсәләр ҙә төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ихлас ҡатнашты. Байрам сәй табыны артында дауам итте.