Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Март 2020, 18:18

Беҙҙең йәшәү йәме һеҙ!

Минең ҡәҙерле кешеләрем – өләсәйем Фәниә Зәки ҡыҙы һәм ҡартатайым Рәшит Абдулла улы Килдебаевтар Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәй.

Минең ҡәҙерле кешеләрем – өләсәйем Фәниә Зәки ҡыҙы һәм ҡартатайым Рәшит Абдулла улы Килдебаевтар Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәй. Өләсәйем йәмле Өҫкәлек буйында урынлашҡан Үрге Муйнаҡ ауылында тыуған. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытҡа тап килә.Әсәһе фермала быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләй. Атаһы колхозда ферма мөдире, бригадир вазифаларын үтәгән. Өләсәйемдең берҙән-бер һылыуы сабый ғына килеш ауырып үлеп киткәс, ул ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫә.Ата-әсәһе көнө буйы эштә булғанлыҡтан, бөтә ауыр эш бәләкәй Фәниәнең иңенә төшкән: һыйыр ҙа һауған, өйөн дә йыйыштырған, һыу ҙа ташыған,шәл дә бәйләгән, утын да ярған. Хатта бөтә ирҙәр бесәндә саҡта тауыҡ та салырға тура килгән йәш ҡыҙға. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлағас, өләсәйем Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Аҙаҡҡы курста уҡып йөрөгәнендә класташы, йәштән дуҫлашып йөрөгән мөхәббәте РәшитАбдулла улына кейәүгә сыға. Диплом алғас, ҡалала ҡалырға тәҡдим итһәләр ҙә, йәш белгес баш тарта.Сөнки ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы булараҡ, уларҙы ҡартайғансыҡараясаҡмын тип үҙенә һүҙ биргән була һәм һүҙендә тора ла.
Өләсәйем 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Уҡыусылары үҙҙәре күптән атай-әсәй, өләсәй-ҡартатай булып бөтһәләр ҙә, онотмай, йыл һайын килеп хәлен беләләр, рәхмәттәр, йылы һүҙҙәр әйтеп, күстәнәстәр ҡалдырып китәләр. Ҡәҙерле кешем йыр-моңға ла маһир.Бик матур йырлап ҡына ҡалмай, беҙгә – ейән-ейәнсәрҙәренә башҡорт халыҡ йырҙарының тарихтарын һөйләй.
Ҡартатайым да бик уңған, тырыш, баҫалҡы, бала йәнле кеше.Ғүмере буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, колхозда прораб, председатель урынбаҫары кеүек вазифаларҙа эшләгән.
Быйыл ҡәҙерлеләремдең бергә йәшәүҙәренә 46 йыл тула. Улар өс ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бүләк итеп, юғары уҡыу йорттарында уҡытып, матур туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтырған. Беҙ – туғыҙ ейән-ейәнсәре – барыбыҙ ҙа өләсәй менән ҡартатайҙы яратабыҙ, улар янына талпынып торабыҙ.
Хеҙмәт ветерандары булған ҡәҙерлеләрем бөгөн дә тик кенә ултырмай: кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡсаларында төрлө емеш-еләктәр, йәшелсәләр үҫтерә. Улар һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршылай, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итә.Өләсәйем матур итеп таҫтамалдар сигә, ойоҡ-бейәләйҙәр,шәлдәр бәйләй, тәмле итеп бәлештәр бешерә, телде йоторлоҡ ҡоймаҡтар ҡоя, аяттар ҙа уҡый. Ә 2016 йылда үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында өләсәйем менән ҡартатайым “Өлгөлө ғаилә” номинацияһында еңеүсе булды.
Ҡәҙерле кешеләребеҙгә йомарт, сабыр, алсаҡ, ярҙамсыл һәм шундай шәп өләсәй-ҡартатай булғандары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Иңгә-иң терәшеп, ауырымай-һыҙланмай, беҙҙең йәшәү йәме, ғаилә ҡото,терәге булып, тағы оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Читайте нас: