Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Март 2020, 20:00

Ҡыҫҡа фекерҙәр. Р. Ильясов

Уйлыға-уйӨҙөк-йыртыҡ фекерҙәрБеҙҙеңсә демократия30 йыл “демократия, демократия!” тип ҡысҡырабыҙ. Тик Рәсәй демократияһы башҡа илдәр демократияһына бер ҙә оҡшамай кеүек. Путинды, Медведевты, депутаттарҙы тәнҡитләргә була, ә үҙеңдең начальнигыңды тәнҡитләп булмай. Дөрөҫөрәге – була, тик ул эшенән киткәс…12.02.2015 й.

Беҙҙеңсә демократия
30 йыл “демократия, демократия!” тип ҡысҡырабыҙ. Тик Рәсәй демократияһы башҡа илдәр демократияһына бер ҙә оҡшамай кеүек. Путинды, Медведевты, депутаттарҙы тәнҡитләргә була, ә үҙеңдең начальнигыңды тәнҡитләп булмай. Дөрөҫөрәге – була, тик ул эшенән киткәс…
12.02.2015 й.
Нәфсе
Нәфсе – бөтә тереклек донъяһында кешегә генә хас тойғо. Башҡа йән эйәләре тәбиҙәттән үҙенә кәрәгенән артығын алмай. Ҡомһоҙлоҙо менән даны сыҡҡан бүре лә өңөн һарыҡ түшкәһе менән тултырмай. Ә әҙәм балаһы өйөнә ҡулынан килгәндең барыһын да ташый. Ташыған һайын нәфсеһе аҙа. Нәфсе ҡоло булып, башҡаларҙан көнләшеп, барыһынан да уҙҙырып йәшәргә тырышыу – бәхетме инде ул?..
19.02.2015 й.
Ҡатын-ҡыҙ
Ҡатын-ҡыҙ ҡытай фарфоры кеүек – матурлығы күҙҙе ҡамаштырып, ир-атты ымһындырып тора. Эсендә шәрбәтме, зәхмәтме икәнен өйләнгәс кенә беләһең.
7.03.2015 й.
Кем хайуан?
Күрше ҡатын ирен көн дә “Эт, хайуан, әрәмтамаҡ” һ.б. һ.б. эт ашамаҫ һүҙҙәр менән һүгә. Ә этен “и-и-и, аҡыллым, матурым” тип ярата. Ир, башын баҫып, ситкә тая, эт, иркәләнеп сыйнай, хужабикәһенең ҡулын, битен “әп” итә. Был ғаиләлә асылда кем эт икән, тип баш ватам. Меҫкен ирме, яһил ҡатынмы, әллә иркә мүскәме?
25.04.2015 й.
Аңламаным
Бер иҫерек ир ҡойма буйында йоҡлап ята. Йоҡо аралаш “хайуан, хайуан” – тип мығырҙап ҡуя. Үҙен әрләйме, башҡа берәүҙеме – аңламаным.
июнь, 2015 й.
Бу-бу-бу
Ҡартатайым ҡыҙыҡ итеп бер хәбәр һөйләгәйне. Ауыл урамында (Үрге Бикбирҙе) ике ҡарт һөйләшеп тора икән.
  • Ай, кисә ишек алдында булышып йөрөһәм, минең малайҙар урыҫса һөйләшеп маташа.
  • Китсәле… Нимә тиҙәр?
  • Бу-бу-бу, ва-ва-ва, ти.
  • Ҡайһыныһы, Әхмәтдинеме?
  • Шул инде, шул булмай. Ен ботағы…
  • Унан булыр ул. Бигерәк үткен бит. Ҡара аны, урыҫ булып ҡылана икән…
  • Эй, замана. Хәҙер башҡорт балаһынан, башҡортса һөйләшә беләһеңме, тип һорайбыҙ…
    июнь, 2015 й.
    Был ни хәл?
    Район ЗАГС-ы мәғлүмәте буйынса 2011 йылда 145 никах теркәлгән, 65 ғаилә тарҡалған. 2015 йылдың 8 айында 68 никах теркәлгән, 54 ғаилә тарҡалған. Тимәк, 2011 йылда – 45, 2015 йылдың 8 айында 79% ғаилә юҡҡа сыҡҡан! Иҫ китерлек! Бала саҡтан ауырлыҡ күрмәй үҫкән йәштәр ғаилә йөгөн тарта алмайҙыр инде. Өйләнешкәндә 15-20 машинала бөтә Иҫәнғолдо әйләнеп сығалар. Айырылышҡандарын күрмәйһең дә, ишетмәйһең дә. Шым-шырыҡ…
    сентябрь, 2015 й.
    Йырҙың йыртығы юҡмы?
    Элек композиторҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Уның ҡарауы, улар сығарған һәр йырҙы халыҡ шунда уҡ отоп ала, яратып йырлай ине. Хәҙер үҙен композитор тип һанаусылар быуа быуырлыҡ. Ә йырҙарын үҙҙәренән башҡа йырлаусы юҡ.
    сентябрь, 2015 й.
    Ҡайҙа барабыҙ?
    “Ейәнсура таңдары”, 25.09. 2015 йыл: ошо йылдың 7 айында район буйынса 59 кеше үлгән. Шуларҙың 51-е – ир-егет, 8-е – ҡатын-ҡыҙ. 59 кешенең 28-е эскелек арҡаһында ваҡытынан алда яҡты донъянан киткән. Ҡот осҡос! Һуғыш ваҡытында ла тылда шул тиклем кеше ҡырылмаған.
    Боронғоларҙың, һуғыш оҙаҡ булмай торһа, кеше ҡан һорай башлай, тигән һүҙе иҫкә төшә. Донъяларҙың боларып тороуы, күп кешенең йәшәүҙән йәм тапмай, эскелеккә, наркоманияға бирелеүе, ҡомарлы уйындар, ғүмере менән ҡурҡыныс “шаярыуҙары” ошо турала һөйләмәйме?
    сентябрь, 2015 й.
    Изгелек – хәбәр һөйләүҙә түгел, изге эштәр ҡылыуҙа
    Оҙаҡ йылдар етәксе вазифалар башҡарған иптәш, пенсияға сыҡҡас та аҡыл өйрәтеү ғәҙәтен ташламаны. Яңыраҡ бер йыйында халыҡ алдына сығып: “Йәшәйештең нигеҙе – изгелек. Изгелек эшләп ҡалырға тырышығыҙ”, – тип аҡыл һатты. Үҙенең кемгәлер изгелек эшләгәнен белмәйем, ә этлектәре күп булды. Шуға ла тел төбөн аңлап етмәнем. Үҙен изгелекле кешегә һанаймы, әллә ваҡытында изгелек эшләмәгәнгә үкенәме?
    10.10.2015 й.
    Ат кешегә оҡшағанмы, әллә кеше – атҡамы?
    Аттар бер-береһенән төҫө, буй-һыны менән генә түгел, холоҡ-фиғеле менән дә айырыла. Уҫалдары, йыуаштары, ярһыуҙары, ялҡауҙары, йөктө күпме тейәһәң дә т артҡан әрһеҙҙәре, “бер аяғын баҫҡансы икенсеһен эт ашаған” ялҡауҙары ла була. Иң аламаһы – сығынсы ат. Бер киреләнһә, урынынан ҡуҙғатырмын тимә. Сыбыртҡы менән ярғанда ла урынында бейеп торһа тора, алға ынтылмаҫ.
    Әҙәм балаһы ла холоҡ-фиғеле менән атҡа оҡшаған бит. “Эш” тип янып йәшәгәне бар, илке-һалҡы, еңел-елпе йөрөгәне бар. Уларҙы тыйып та, “сыбыртҡылап та” үҙгәртеп булмай. Уңғандарға, эш тип шул хәтлем үлмә, үҙеңде һаҡла, тиеүҙән тырышлығын ташламаҫ. Ялҡауҙы минут һайын әрләп-һуғып торһаң да, эштән ҡасыу яғын ғына уйлар. Шуныһы ҡыҙыҡ: уңған кеше ҡылған эше менән маһаймай. Ә ялҡау, мин булдыҡһыҙ, шуға насар йәшәйем, тимәҫ. Үҙен әллә кемгә ҡуйып, фәлсәфә һатырға, кемдәндер ғәйеп эҙләргә, ғәйбәт таратырға унан да оҫта кеше юҡ.
    октябрь, 2015 й.
    Дауамы бар.
    Читайте нас: