Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Март 2020, 17:30

Башҡортостандың хат ташыусыһы - «Рәсәй ғорурлығы»

130 саҡрым. Йәйгеһен - кәмәлә, ә ҡышҡыһын - ҡаргиҙәрҙә. Яңғыҙы ғына. Алена Алеева бына 22 йыл инде Ҡариҙел районында хат ташыусы булып эшләй, республиканың алыҫтағы - юлдар, телефондар булмаған ауылдарына дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм гәзит-журналдар килтерә. Был ауылдарҙа пенсионерҙар ғына йәшәй. Улар өсөн Алена - цивилизация менән берҙән-бер бәйләнеш...

130 саҡрым. Йәйгеһен - кәмәлә, ә ҡышҡыһын - ҡаргиҙәрҙә. Яңғыҙы ғына. Алена Алеева бына 22 йыл инде Ҡариҙел районында хат ташыусы булып эшләй, республиканың алыҫтағы - юлдар, телефондар булмаған ауылдарына дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм гәзит-журналдар килтерә. Был ауылдарҙа пенсионерҙар ғына йәшәй. Улар өсөн Алена - цивилизация менән берҙән-бер бәйләнеш.
— Һәр береһе менән аралашырға, яңылыҡтар тураһында һөйләргә, уларҙы тыңларға, яңы заказдар ҡабул итергә кәрәк. Кешеләр менән аралашыу - һөнәремдең бер өлөшө, - ти ул. Элек Алеева атта йөрөгән, ләкин был хәүефле - йылғала боҙ урыны менән йоҡа булыуы мөмкин, бындай осраҡта ҡыйыу ханым аттан төшөп, йүгәненән тотоп барған. 8 йыл элек почта Аленаға "Буран" ҡаргиҙәре һатып алған, ул уны үҙе һайлаған - шәп булмаһа ла, ышаныслы. Ҡар күп яуған көндәрҙә ауылдарға уның менән дә инеп булмай - был саҡта ул саңғыға баҫа. Алена Сыбыҡ ауылында яңғыҙы ғына йәшәй. Ире һаҡсы булып эшләгән сағында һәләк булған, ә ҡыҙы Өфөлә Аграр университетта уҡый, ял көндәрендә әсәһенә ҡайтып йөрөй. — Беҙҙең яҡты юҡҡа ғына «Икенсе Швейцария!» тип йөрөтмәйҙәр. Бында бик матур. Тирә-яҡта тауҙар, йылға тап-таҙа. Мин шул тиклем күп йөрөйөм, әллә күпме пейзждар күрәм. Һүрәт төшөрә белмәүемә генә үкенәм. Мотлаҡ төшөрөр инем!
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostandi-hat-tashiusi-i--R-s-y-orurli-i-143377/
Читайте нас: