"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Март 2020, 21:00

Әсе йыуа. Фирҙәүес Мусина

– Йыуа! Йыуа! Йыуа һатам! Әсе йыуа!– Селек йыуаһы ла бар! Уныһы сөсө.Был тауышты ишеткән йәш һылыу ҡыҙҙар, сәрелдәшеп, көлөшә-көлөшә бейек таҡта ҡойманың берҙән-бер ҙур ғына ярығы булған еренә йүгерҙеләр, балитәкле сағыу сәскәле күлдәктәр, ыҡсым туфлиҙәр, тығыҙ итеп үрелгән оҙон толомдар – барыһы ла был өс ҡыҙҙың бай ғаиләнән икәнен белдертә ине. Улар бер-береһен этә-төртә, кем үтеп барғанын күрергә теләп, ярыҡтан ҡыҙыҡһыныу менән урамға төбәлделәр. Урам буйлап һомғол буйлы, киндер ыштан, аҡһыл күлдәк кейгән ят бер егет килә ине.

Әсе йыуа
(Атайым иҫтәлегенә)
«...jedem das Seine»
«Каждому -свое»
(Библиянан).
– Йыуа! Йыуа! Йыуа һатам! Әсе йыуа!
– Селек йыуаһы ла бар! Уныһы сөсө.
Был тауышты ишеткән йәш һылыу ҡыҙҙар, сәрелдәшеп, көлөшә-көлөшә бейек таҡта ҡойманың берҙән-бер ҙур ғына ярығы булған еренә йүгерҙеләр, балитәкле сағыу сәскәле күлдәктәр, ыҡсым туфлиҙәр, тығыҙ итеп үрелгән оҙон толомдар – барыһы ла был өс ҡыҙҙың бай ғаиләнән икәнен белдертә ине. Улар бер-береһен этә-төртә, кем үтеп барғанын күрергә теләп, ярыҡтан ҡыҙыҡһыныу менән урамға төбәлделәр. Урам буйлап һомғол буйлы, киндер ыштан, аҡһыл күлдәк кейгән ят бер егет килә ине. Өҫ-башы ныҡ ҡына таушалған булһа ла, уның тышҡы ҡиәфәтендә ниндәйҙер ҡыйыулыҡ, ышаныс һиҙелә ине. Теге ҡыҙҙарҙың иң шаяны ҡалғандарға йылмайып күҙ ҡыҫты ла :
– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ йыуа алайыҡ! Сөсөһөн!
–Юҡ, әсеһен! Мин әсеһен яратам!
– Эйе шул! Әсеһе майлы икмәк менән ҡушып ашарға бик тәмле була.
Бай ҡыҙҙары йыуа һатыусы уларҙың йортонан алыҫламаҫ элек ҡойма артынан бер-бер артлы ҡысҡырыштылар.
– Эй, малай, беҙ йыуа һатып алабыҙ.
– Әйҙә, был яҡҡа!
– Бында кил!
Егет кеше бер аҙ туҡтап торҙо ла, үҙен саҡырыуҙарын ишетеп, еңел аҙымдар менән байҙар йәшәгән йортҡа табан йүнәлде. Шуҡ ҡыҙҙар әллә ниндәй оло шатлыҡ кисергән кеүек, шар-шор көлөшөп, сәрелдәшеп, ике ҙур эттең ярышып абалауҙарына ҡарамай, ҡыуанышып ҡапҡа асырға йүгерҙеләр.
Бәләкәй йәшел ҡапҡа артында ҙур ғына тоҡ йөкмәгән, йәйге еңел, яп-ялтыр итеп таҙартылған итектәр кейгән йәш егет баҫып тора ине. Ул көлөмһөрәй төшөп, тыныс тауыш менән:
– Әсе йыуамы, әллә сөсөһө кәрәкме?
– Икәүһен дә, икәүһен дә алабыҙ! - тип көлә-көлә сәпәкәйләне теге ҡыҙҙар.
Ярлы егет арҡаһындағы тоғон ергә төшөрҙө:
– Бер услам йыуа – бер бәләкәй туҫтаҡ бойҙай! – тип, үҙ тауарының хаҡын иғлан итте.
– Ярай! Беҙ риза-а! – тейештеләр бай ҡыҙҙары.
Шунда уҡ уларҙың берәүһе иркен ишек алдының бер яҡ ситендәрәк торған аласыҡҡа йүгерҙе, өлкәндәрҙән рөхсәт алыу өсөн булһа кәрәк. Егет кеше тәүҙә үҙенең исемен әйтеп танышырға теләгәйне, ләкин шунда уҡ ул ниәтенән кире ҡайтты. Ауыҙын асһа – үпкәһе күренгән ярлы егеттең исемен белеү уларға кәрәкмәй ҙә ине...
Ул өндәшмәй тора бирҙе, бай һылыу ҡыҙҙарҙан оялманы, йөҙө лә ҡыҙарманы, күҙҙәрендә ярамһаҡланыу йәки ҡаушау тойғолары ла күренмәне. Хәле бөтөп, уфылдап аласыҡтан буш туҫтаҡ менән келәт асҡысын тотҡан, теге ҡыҙ ҙа килеп етте:
– Беҙ, – тине ул, йыш-йыш тын алып, – биш ус йыуа алабыҙ, өс ус әсеһен, ике ус сөсөһөн, әсәй шулай итергә ҡушты.
Фәтхислам тоғонан йүкә менән тигеҙ итеп бәйләнеп, әҙерләп ҡуйылған йыуаларҙы сығарып, берәм-берәм ҡыҙҙарға тотторҙо.
– Әйҙә, бойҙай бирәм, – тип, оҙон матур зәңгәрһыу күлдәкле ҡыҙ егетте үҙенең артынан саҡырҙы.
Таш келәттең ишеге төбөндә йыуа һатыусы туҡтаны, ә ҡыҙ кеше һанай-һанай туҫтаҡ менән икенсе бәләкәйерәк тоҡсайға ашлыҡ ташыны, әллә яңылыш, әллә ярлыны йәлләпме, ул бер туҫтаҡ бойҙай артыҡ итеп һалды. Был хәлде күргән егет түҙмәне:
– Кәрәкмәй, күберәк булды бит!
– Ярай, ярай, тағы ла бер ус йыуа бирерһең. Әсеһенән, мин әсеһен яратам! – тип яуапланы ул.
Уларҙың ҡулдары ҡапыл һиҙмәҫтән бер-береһенә ҡағылып китте, егеттең ҡояшта янып, көрән төҫкә ингән, күп эшләүҙән ҡатып, һөйәлләнеп бөткән ҡулдары ҡыҙҙар ҡулдарының аҡлығын, йомшаҡлығын, нескәлеген, нәфислеген тойоп һоҡланды. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ярлы егет күпте күргән, донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған ине. Ул рәхмәт белдерҙе лә, һаубуллашып, ашыҡмайса ғына ҡапҡа яғына атланы, бай кешеләрҙең мәкерле, яуыз, тәккәбер, һауалы булыуҙарын яҡшы белә ине...
Урамға сыҡҡас, Фәсхетдин еңел һуланы ла, юлын дауам итте. Ҡапыл уның ҡолағына ишек алдында сыр-сыу булып көлөшкән, ҡысҡырышҡан тауыштар салынды, ул барыһын да аңланы: бай ҡыҙҙары уны мыҫҡыллап, үсекләп көләләр ине...
Ҡыҙҙарҙың берәүһе – бөкөрәйеп, арҡаһында көс етмәҫлек ауыр тоҡ алып китеп барған кеше булып, лап-лоп баҫып атлап ҡыланды, ә икенсеһе – йәмһеҙ тауыш сығарып йыуа тәҡдим итте; улар эстәре ҡатып, күҙҙәренән йәштәре бәреп сыҡҡансы көлдөләр.
Йәш егет, башын аҫҡа эйеңкерәп, шәберәк атлап китеп барҙы.
Бай ҡыҙҙары, бәлки, уның йыуаһын ерәнеп, ашап та ҡарамаҫтар, сүплеккә сығарып ташларҙар.
Фәсхетдиндең күҙҙәренә йәштәр эркелде: ул барыбер бирешмәйәсәк, уның эшһөйәр ҡулдары аслыҡтан үлтермәйәсәк! Ул үҙенең бәләкәй генә иҫке өйҙә, әсәһе менән аслыҡтан интегеп, фәҡирлектән яфаланып йәшәүен – бейек ҡаялар башында, таштар араһында, эҫе ҡояшта янып, яҙ башының һалҡын елдәрендә шытып сығып, бер ни ҙә булмаған кеүек, йәй башланғансы йәм-йәшел булып үҫеп ултырған әсе йыуаға; ә затлы күлдәктәр кейеп, ағастар һалҡынында ғына ултырып, әҙәби китаптар уҡып, бер-береһенә егеттәр булып ҡыланып хаттар яҙып, көлкөлө һүрәттәр төшөрөп ултырыусы бай ҡыҙҙарының көнкүрешен селек ҡыуаҡтары аҫтында, ышыҡ, дымлы ерҙә үҫеп ултырған сөсө йыуаларға оҡшатты.
Ике быуа ваҡыт үтеүгә егет тауҙан йыйып килтергән йыуаларының күбеһен игенгә аламаштырып бөтә яҙҙы. Көн эҫетә башлағас, бынан һигеҙ саҡрымдағы үҙенең ауылына ҡайтырға булды. Ауыл осона еткәс, егет ҡыуаҡтар араһына инеп, итектәрен һалып ергә ултырҙы, сылғауҙарын тағатты ла, аяҡтарын бер аҙ ял иттерҙе. Шунан һуң ул бер ҙур ҡыуаҡ аҫтынан йәшереп ҡуйған балтаһы менән сабаталарын тартып сығарҙы. Ҙур булмаған үткер балтаның йөҙөн сылғауҙарҙың береһе менән ныҡ итеп урап, бил ҡайышы аҫтына ҡыҫтырҙы. Бәләкәй сылғауҙарҙы алып аяҡтарына ураны ла, егет кеше йүкәнән үрелгән аяҡ кейемдәрен кейеп алды. Бына, исмаһам, аяҡтарға атлау өсөн еп-еңел, тирләтмәй ҙә, хәҙер йүгереп кенә ҡайтып етәсәк ул үҙенең ауылына! Итектәр матур күренһәләр ҙә, йәйәү йөрөү уңайһыҙ – аяҡ бармаҡтарын ҡыҫа, ауырттыра, табандарҙы тирләтә...
Ярлы егет бер аҙ саң ултырған итектәрҙе ҡәҙерләп һөрттө, икенсе сылғауға төрнәп, арҡа тоғона һалды. Аҙаҡ тоҡтоң ауыҙын ике ҡоласлыҡ етен бау менән нығытып бәйләп, бауҙың остарын тоҡтоң ике мөйөшөнә беркетте – ауыр ғына булһа ла, йәтеш кенә арҡа тоғо килеп сыҡты.
Фәсхетдин оло юлға төшөп алды ла, етеҙ, ырамлы аҙымдар менән атлап китте. Юл таҡыр, тигеҙ, саң да юҡ.
Ҡарыны ас булһа ла, егеттең күңеле күтәренке ине. Яңы ғына япраҡ ярып, сәскәгә бөрөләнеп, хуш еҫ аңҡытып ултырған муйыл ағастары, һомғол аҡ олонло бейек йәш ҡайындар, һутлы ҡуйы үлән келәме – бөтәһе лә яҙҙың йомарт, көләс ҡояшына иркәләнә, шатлана; ә һандуғастар һайрауы, кәкүк тауышы ошо матурлыҡҡа тағы ла сихри моң өҫтәй. Йәш егеттең әллә ҡайҙарға осҡоһо, әллә ниндәй бөйөк эштәр башҡарғыһы килде... Ул тәүҙә көйләп һыҙғырып алды, шунан моңло ғына тауыш менән йырлап та ебәрҙе.
Өйгә ҡайтып еткәс, әсәһенең нисек шатланып уны ҡаршы алыуын күҙ алдына килтерҙе. Зәңгәрһыу күлдәк кейгән сибәр ҡыҙҙың уға ҡарап эскерһеҙ йылмайыуын ҡабат-ҡабат иҫенә төшөрҙө...
Фирҙәүес Мусина.
Читайте нас: