Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Март 2020, 19:00

Төркөмдәшебеҙ Гүзәл Итбаеванан тәмле самсалар

Гүзәл Урал ҡыҙы уҡытыусы, ауыл Советы депутаты, ауыл, биләмә, район күләмендәге йәмәғәт эштәрендә, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ғына түгел, ә уңған хужабикә лә! Әйҙәгеҙ, киске ашҡа Гүзәл апайҙың тәмле генә самсаларын бешерәйек әле.

Бешкәс ҡатланып, кетерләп кенә торған самса бешереү өсөн 400г йылымыс һыуға бер семтем тоҙ һалып, йомшағыраҡ ҡамыр баҫабыҙ. Әҙгә генә ҡамырҙы таҫтамал менән ҡаплап, өлгөртөп алабыҙ.
Әҙер ҡамырҙы 3-4 өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Туҡмас йәймәһенән ҡалыныраҡ булырға тейеш. Һәр йәймәне ирегән аҡ май менән майлап, өҫтө-өҫтөнә һалып барабыҙ. Хәҙер ҡамырҙы рулетҡа тәгәрәтәбеҙ ҙә ярты сәғәткә һыуытҡысҡа һалабыҙ.
Ҡамыр ята торһон, беҙ эслек әҙерләйек. Биш баш һуғанды ярымбалдаҡлап ҡырҡып, көнбағыш майын әҙ генә һалып, табала еңелсә генә бешереп алдым. Күркә итен (ҡош-ҡорт итенән тәмле лә, еңел дә була, минеңсә) ваҡ ҡына итеп турап, тоҙ-борос һалып, һуғанды ҡушып болғаттым. Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, йәйеп, самсаны эшләргә генә ҡалды. Өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөп, духовкаға оҙатып та ҡуйҙым. Шундай һутлы булып, кетерләп кенә бешә.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: