Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Март 2020, 20:00

Ҡыҫҡа фекерҙәр. Р. Ильясов. Дауамы.

Кеше һүҙе кеше үлтерәБайтаҡ тормош тәжрибәһе туплаған бер ағай миңә, яңы институт бөтөп ҡайтҡан йәш белгескә, аҡыл өйрәтә: “ Кеше һиңә ниндәйҙер кәңәш бирһә, ышанып барма. Кәңәшенең йәшерен мәөәнәһен төшөнөргә тырыш. Бәлки, ул һине этлеккә өйрәтәлер”. Миңә яҡшылыҡ теләүе булдымы, әллә, үҙе әйтмешләй, этлеккә өйрәтеүеме, – һүҙенең йәшерен мәғәнәһен төшөнмәнем. Дөрөҫөрәге, төшөнөргә теләмәнем. Кәңәшен шунда уҡ кире ҡаҡтым. Һәр һүҙҙән шикләнеп, йәшерен мәғәнә эҙләп, нисек кеше менән аралашмаҡ, нисек йәшәмәк кәрәк? Әгәр башҡалар һинең һүҙеңдән йәшерен мәғәнә эҙләй башлаһа?

Кеше һүҙе кеше үлтерә
Байтаҡ тормош тәжрибәһе туплаған бер ағай миңә, яңы институт бөтөп ҡайтҡан йәш белгескә, аҡыл өйрәтә: “ Кеше һиңә ниндәйҙер кәңәш бирһә, ышанып барма. Кәңәшенең йәшерен мәөәнәһен төшөнөргә тырыш. Бәлки, ул һине этлеккә өйрәтәлер”. Миңә яҡшылыҡ теләүе булдымы, әллә, үҙе әйтмешләй, этлеккә өйрәтеүеме, – һүҙенең йәшерен мәғәнәһен төшөнмәнем. Дөрөҫөрәге, төшөнөргә теләмәнем. Кәңәшен шунда уҡ кире ҡаҡтым. Һәр һүҙҙән шикләнеп, йәшерен мәғәнә эҙләп, нисек кеше менән аралашмаҡ, нисек йәшәмәк кәрәк? Әгәр башҡалар һинең һүҙеңдән йәшерен мәғәнә эҙләй башлаһа?
Шулай ҙа был иптәштең кәңәшендә хаҡлыҡ та юҡ түгел. Үтә ышаныусанлығым, кеше күңелле булыуым арҡаһында ауыҙым бешкән, төпһөҙ санаға ултырған саҡтарым да булды. Әммә холҡомдо үҙгәртергә маташманым. Барыбер намыҫһыҙ, эскерле кешеләргә ҡарағанда, асыҡ, эскерһеҙ кешеләр күберәк. Шик-шөбһә менән күңелеңде ағыуламай, кешегә асыҡ йөҙ менән йәшәүгә ни етә!
Бәхет ҡошо кемгә ҡуна?
Байҙар байҙар менән, матурҙар матурҙар менән ҡауыша. Бай ҙа, матур ҙа булмағандар үҙен тиң иткәндәр менән донъя ҡора. Әммә бәхет ҡошо кешегә байлығына, матурлығына ҡарап ҡунмай. Күҙгә ташланып бармаған эске матурлыҡты хуп күрә.
Хәтер һандығы
Һыу йәки башҡа бер шыйыҡса менән мөлдөрәмә тулы һауытҡа тағы ла бер-ике тамсы өҫтәһәң, һауыт ташып, һалғаның ағып төшә. Кешенең хәтер һандығы ла, ҡартая килә, шулай мөлдөрәмә тула, ахыры. Яңы мәғлүмәт ишетһәң, йә бер уй башҡа килһә, йәһәт кенә онотоп бараһың. Нимә ишеткәйнем әле, нимә уйлағайным әле, тип баш ҡатыра башлайһың. Ә нух заманында хәтер һандығына инеп ятҡан хәтирәләр бөгөнгөләй иҫтә. Кәрәге лә, кәрәкмәгәне лә. Хәтер һандығынан кәрәкмәгән иҫтәлектәрҙе алып ташлап, яңы мәғлүмәт өсөн урын бушатып булһа икән ул…
Ялҡаулыҡ – яҡшымы, насармы?
Бер инглиз ғалимы, ялҡаулыҡ кешелек үҫешенә сәбәпсе булған, тигән бер сәйер фекер әйткән. Төптө буш фекер кеүек. Уйлап ҡараһаң, дөрөҫлөк тә юҡ түгел. кеше тәүтормош заманынан уҡ эшен еңеләйтергә ынтылған. Атты, этте, башҡа хайуандарҙы, ҡолдарҙы эшкә ҡушҡан. Шунан ел, һыу тирмәне, пар машинаһы уйлап сығарған. Үҙе көс сығармаҫ, тир түкмәҫ өсөн. Техниканы камиллаштыра барып, хәҙер бөтә эште роботтарға йөкмәтә башланы. Үҙе йомшаҡ тәгәрмәсле ултырғыста төймәгә баҫып ҡына ултыра. Бүлмәлә, аяғына ла баҫмай, ултырғыста шыуып ҡына йөрөй. Өйөнән йә эшенән сыға ла машинаға ултыра. Ялҡаулыҡтың сигенә сыҡты кеше.
Икенсе инглиз ғалимы: “Хеҙмәт маймылды кеше иткән, ялҡаулыҡ кешене маймыл итәсәк”, – тигән. Бында ла дөрөҫлөк бар. Хәҙер ир-ат – балта-бысҡы, ҡатын-ҡыҙ энә тотоуҙы, аш-һыу бешереүҙе онота башланы. Өйгә газ, электр энергияһы, бензин килеүҙән туҡтаһа (аллам һаҡлаһын!) ни ҡылырҙар икәнҫ Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
2.12.2015 й.
Күстәнәс
Халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе – күстәнәс биреү. Кешегә барһаң, бигерәк тә ҡунаҡҡа, күстәнәс тотоп бараһың. Ҡайтҡанда күстәнәс тотоп ҡайтаһың. Матди яҡтан ҡарағанда, отмайһың да, отолмайһың да. Тик тормошта бөтә нәмә лә матди үлсәм менән үлсәнмәй. Рухи үлсәм дә бар. Күстәнәс бирешеп, беҙ бер-беребеҙҙе ҡыуандырабыҙ, үҙ-ара туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығытабыҙ, күңел йылыһын бирәбеҙ. Күстәнәс биреү – хәйер биреү түгел. Яҡын күреү, хөрмәт итеү билдәһе.
15.12.2015 й.
Читайте нас: