Бөгөн иртән шундай хәлгә шаһит булдым. Поликлиника алдындағы туҡталҡалағы буш урынға инеп килгән “Приора”ны икенсе яҡтан елдереп килеп еткән “такси” ҡабат-ҡабат пипелдәтеп, урынды бушатырға ымланы. “Приора” алыҫтараҡ туҡталды, ә таксист, йәнәһе лә, “үҙенең” урынын биләне. Ә теге “Приора” водителе багажнигын асып, инвалид коляскаһы сығарып, пассажир ҡатынды ултыртып, поликлиникаға йүнәлде...
Мин бындай күренешкә тәүгә тап булһам да, таксистың ҡыланышына ҡарап, тәүге осраҡ түгелдер тигән фекер тыуҙы.