Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Март 2020, 14:00

Хәмиҙә инәйҙән йәнә бер ҡомартҡы

90-сы йылдар аҙағында Хәмиҙә инәй дәфтәр битенә ҡулдан яҙылған ошо доғаларҙы тотторҙо. “Гөлзифа абыстайҙан ҡалған аманат. Ошо доғаны бетеү итеп алып киткәндәр барыһы ла һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан. Тел-тештән, бәлә-ҡазанан һаҡлай, тип ул әйтеп торҙо, мин яҙып алдым. Гөлзифа апайҙың аманатын үтәп, килгән һәр кемгә өләшәм. Һеҙ ҙә таратығыҙ”, – тине. Редакцияла компьютерҙар барлыҡҡа килгән генә заман ине. Ижекләп уҡып торҙом, Зилиә бөртөкләп йыйҙы.

ХӘМИҘӘ ИНӘЙ ЕЙӘНҒОЛОВАНАН ЙӘНӘ БЕР ҠОМАРТҠЫ
90-сы йылдар аҙағында Хәмиҙә инәй дәфтәр битенә ҡулдан яҙылған ошо доғаларҙы тотторҙо. “Гөлзифа абыстайҙан ҡалған аманат. Ошо доғаны бетеү итеп алып киткәндәр барыһы ла һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан. Тел-тештән, бәлә-ҡазанан һаҡлай, тип ул әйтеп торҙо, мин яҙып алдым. Гөлзифа апайҙың аманатын үтәп, килгән һәр кемгә өләшәм. Һеҙ ҙә таратығыҙ”, – тине. Редакцияла компьютерҙар барлыҡҡа килгән генә заман ине. Ижекләп уҡып торҙом, Зилиә бөртөкләп йыйҙы. Туғандарға, дуҫтарға, таныштарға таратырға тотондоҡ. Ишетеп ҡалған кеше һорап килде. Доғаның көсөн, тәьҫирен тойғандар рәхмәттәр әйтте. Беҙгә түгел, Хоҙай Тәғәләгә рәхмәтле булығыҙ тинек. Мәҫәлән, Радмир машинаһы менән аварияға осраны – машина зыян күрһә лә, үҙе иҫән-һау, “апай, теге доға һаҡлап алып ҡалды!” – тине; “еңгәй, доғаларҙы уҡып ятҡайным, килеште лә ҡуйҙы!” – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты икенсегә балаға уҙа алмай йөрөгән бикәс. Бындай миҫалдар күп, үҙем ярҙамын тойған-күргәндәрҙе әйтеп тә тормайым. Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Инәй әйтмешләй, “Аллаһы Тәғәлә янығыҙҙа булһын, ярлыҡаусы булһын, ярҙамсы булһын”!
Бисмиллаһир- рахманир рахим
Бисмилләһи йә Аллаһу
Бисмилләһи йә Рахмәнү
Бисмилләһи йә Рахиму
Бисмилләһи йә Ғәлиму
Бисмилләһи йә Дааиму
Бисмилләһи йә Ҡааиму
Бисмилләһи йә Хәннану
Бисмилләһи йә Мәннәну
Бисмилләһи йә Ғүфрану
Бисмилләһи йә Сүбхану
Бисмилләһи йә Әхәду
Бисмилләһи йә Самаду
Бисмилләһи йә Әүәлу
Бисмилләһи йә Әхиру
Бисмилләһи йә Ҙаһиру
Бисмилләһи йә Батину
Бисмилләһи йә Ғәзизу
Бисмилләһи йә Һеүә
Бисмилләһи йә Мән Һеүә
  1. Бисмилләһи ләм йәлидү үәлиду үәләм йәкүлләһү күфүән әхәду, Собхан аллаһу үәлһәмдулилләһу үәләә иләһә илла Аллаһу уаллаһу әкбәр лә хәүләүәлә ҡүүәтә иллә билләһи ғәлийил ғәзим. Амин.
  2. Ҡуль әғүзү бираббил фәләк миң шәрри мә халәк үә миң шәрри ғасиҡыйн иҙә уәкаб, үә миң шәрри нәффәҫәти фил ғуҡад үә миң шәрри хәсидин иҙә хәсәд. Амин.
  3. Ҡуль әғүзү бираббин нәс мәликин нәс, илаһин нәс. Мин шәррил үәсүәсил-ханнәс әлләҙи йүәсүису фи судурин-нәс минәл жиннәти үән-нәс. Амин.
  4. Бисмилләһи әғүзү билләһи уә кудратиһи миң шәрри мә әжиду уә ухәзир. Амин.
  5. Лә илләһә илла аллаһу йә хәйри халас, Мөхәммәде рәсулуллаһ йә Хызыр Ильяс. Амин.
  6. Читайте нас: