Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Март 2020, 20:00

Ҡыҫҡа фекерҙәр. Р. Ильясов. Дауамы.

РухРух – кешенең йәшәү тәртибен, холоҡ-фиғелен, йәшәү дәртен көйләүсе эске көс. Рухи көс тыумыштан бирелә, әммә тормош юлын үткәндә, кемдәлер сыныға, нығына, кемдәлер кәмей, һүнә бара. Рухы көслө кеше, ауырлыҡтар килһә, баҙап ҡалмай, көрәшә, еңә. Хатта үлемесле сирһе лә. Ҡайһы бер ғәрип кешеләрҙең спорт, сәнғәт, ҡул эштәре менән шөҙөлләнеп, ҙур ҡаҙаныштарға ирешә алғанына нисек һоҡланмайһың?! Ә рух көсөн юғалтҡандар һап-һау булып та донъяға ҡул һелтәп ҡарай. Йә эскелеккә бирелеп, юҡҡа сыға, йә эшләргә йыбанып, хәйерселектә көн күрә.

Рух
Рух – кешенең йәшәү тәртибен, холоҡ-фиғелен, йәшәү дәртен көйләүсе эске көс. Рухи көс тыумыштан бирелә, әммә тормош юлын үткәндә, кемдәлер сыныға, нығына, кемдәлер кәмей, һүнә бара. Рухы көслө кеше, ауырлыҡтар килһә, баҙап ҡалмай, көрәшә, еңә. Хатта үлемесле сирһе лә. Ҡайһы бер ғәрип кешеләрҙең спорт, сәнғәт, ҡул эштәре менән шөҙөлләнеп, ҙур ҡаҙаныштарға ирешә алғанына нисек һоҡланмайһың?! Ә рух көсөн юғалтҡандар һап-һау булып та донъяға ҡул һелтәп ҡарай. Йә эскелеккә бирелеп, юҡҡа сыға, йә эшләргә йыбанып, хәйерселектә көн күрә.
февраль, 2016 й.
Әсәлек тойғоһо
“Сибайҙа йәшәгән бер ҡатын 5 балаһын аслы-туҡлы аҫырап, үлем хәленә еткергән. Күршеләре тейешле ергә хәбәр иткәс, балалыҡты ҡурсалау органынан килеп алып киткәндәр…” (БСТ, 10.06.2016 й.)
Әсәйем мәрхүмә, ашарға ултырһаҡ, ризыҡтың тәмлерәген миңә ашатырға тырыша ине. Нишәп үҙең дә ашамайһың, тиһәм: “Аша, балам, аша. Һин ашаһаң, мин туҡ. Әллә ни эшләп ашағым килмәй торасы”, – тиер ине. Бер минең әсәй генә түгел, бөтә әсәләр ҙә балаһын шулай ҡурсалаған. Фашист концлагерында, Ленинград блокадаһында, аслыҡтың сигенә сыҡҡан тылда һәр әсә аҡтыҡҡы ризығын балаһына биргән. Был – әсәнең тәбиғәт йөкмәткән бурысы. Ошо бурысты әсә аҡылы ҡушыуы буйынса түгел, йөрәге, эске әсәлек тойғоһо ҡушыуы буйынса эшләй. Бала тапҡан икән, уны үҫтерергә, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡансы ҡурсаларға тейеш. Кешелек үҙенең йәшәүе менән әсәләргә бурыслы бит. Уныһы шулай. Тик ниңәлер, тормош яҡшырған һайын, ҡатын-ҡыҙҙа әсәлек тойғоһо һүрелә бара. Берәүҙәре бала тапмай, икенселәре тапҡанын да ҡарамай. Кешелек бөтөүгә барамы әллә? Бында эскелек кенә сәбәпсе түгелдер. Башҡа, төптәрәк ятҡан сәбәптәр барҙыр бәлки. Белергә ине шуны…
12.06. 2016 й.
Үҙебеҙ ғәйепле
11-12 йәшлек ҡыҙ бала магазиндан туңдырма тотоп сыҡты ла, ҡағыҙын тағатып, аяҡ аҫтына ташланы. “Ҡыҙым, тием, комхоз эшселәре яңы ғына урамды таҙартып китте, ә һин ҡыйлайһың”. Миңә һөҙөп ҡараны ла, саҡ ҡына ла оялмай, пусть убирают, им за это деньги платят, тип, туңдырмаһын ялай-ялай китеп барҙы.
Ошо хәл үткән быуаттың 80-се йылдары уртаһында туристик путевка буйынса класы менән Брест крепосына барып ҡайтҡан уҡыусы баланың һөйләгән хәбәрен иҫкә төшөрҙө.
Поезда барғанда класс етәксеһе балаларҙы культурный ерҙә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген ҡат-ҡат киҫәтеп бара. Барып төшкәс тә балалар йүгерешеп барып туңдырма һатып алалар. Ашағас, стаканын ҡайҙа етте – шунда ташлайҙар. Вокзал алдында ошо стакандарҙан башҡа бер ниндәй ҙә сүп юҡ икән. Класс етәксеһе стакандарҙы йыйҙырып, урнаға ташлата. Быларға кәрәкле автобус килеп туҡтағас, этешә-төртөшә автобусҡа инеп, буш урындарға барып ултыралар. Өлкән кеше килеп инһә, урын бирергә уйламайҙар ҙа. Ә урындағы халыҡ этешмәй-төртөшмәй, тыныс ҡына инә. Урын булһа, ултыра, өлкән кешегә, ҡатын-ҡыҙға урын бирә. Урамдары тап-таҙа, бер сүп әҫәре күрмәҫһең. Аҙым һайын тиерлек урналар тора. Кешеләр үҙҙәрен бик әҙәпле, итәғәтле тота. Әрләшкән-ҡысҡырышҡан тауыш ишетмәҫһең. Ҡыҫҡаһы, ике-өс көн үтеүгә, беҙҙең балалар ҙа тәртипкә өйрәнә…
Өфө вокзалына килеп төшкәс, иң тәүҙә туңдырма һатып алалар. Ашағас, ҡағыҙын ташларға тип урна эҙләй башлайҙар. Урна булмай сыға. Ни эшләһендәр, бер мөйөшкә ташлайҙар. Автовокзалға бара торған автобус килгәс, сиратлап тыныс ҡына ултырырға итәләр, ләкин башҡалар этешә-төртөшә барып тула. Былар инә алмай тороп ҡала. Шулай тағы бер автобусты үткәреп ебәрәләр. Ахырҙа, өсөнсө автобусты штурм менән алырға тура килә. Бреста өйрәнгән тәртип Өфөлә кәрәкһеҙ булып сыға. ..
Бына шундай хәбәр ишеткәйнем 13 йәшлек бала ауыҙынан. Халыҡтың, ауыҙың ҡыйыш булғанға, көҙгөгә үпкәләмә, тигән әйтеме бар. Балалар тәртипһеҙ, тип зарланмайыҡ. Улар өлкәндәрҙән күргәнен ҡабатлай бит. Үҙебеҙҙең тәртипкә иғтибар бирәйек.
20.06.2016 й.
Зыяратта
Иҫәнғол зыяратына барғанымда бер иптәште осраттым. Ҡәбер таштарын ҡарап йөрөй. Ҡайһы береһе янында оҙаҡ ҡына туҡталып тора, ҡайһы береһе янынан туҡтамай үтеп китә. Мине күргәс, яныма килде лә, Фаттахыч, ошонда килһәң, Иҫәнғол урамында йөрөгән кеүек. Вис таныштар ята, ти. Ысынлап та шулай бит. Ни тиклем туғандар, дуҫтар, иптәштәр, таныштар ята бында. Яҡшыһы ла, яманы ла, арыҫландай ирҙәр ҙә, нәфис ҡатындар ҙа, тормош юлын оҙаҡ тапаған ҡарттар ҙа, йәшәү йәмен татып та өлгөрмәгән йәштәр, хатта балалар мәңгелек тыныслыҡ тапҡан бында. Ҡартайыу ғәләмәтелер, үҙеңә лә сират яҡынлашыуы тураһында уйлайһың… Тик ҡәбер дефицит тауар түгел. Бер ҙә сиратты тиҙләтке килмәй.
август, 2018 й.
Читайте нас: