"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Март 2020, 20:00

Ҡыҫҡа фекерҙәр. Р. Ильясов. Дауамы

Ирме, бисәме?Тәбиғәт ир затын көслө, батыр, эшсән, сабыр итеп яратҡан. Сөнки ул – ғаиләһен яҡлаусы, туйындырыусы. Шуға ла ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалыу ирҙәр өсөн хурлыҡ һаналған. Һин – ирме, бисәме? Ир булһаң, түҙ, бирешмә, ныҡ бул, тип битәрләгәндәр. Заманалар ныҡ үҙгәрҙе хәҙер. Ғаилә йөгөн күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ үҙ иңенә һала башланы. Ирҙәр ярҙамсыға әйләнде. Ғаиләлә генә түгел, йәмғиәт тормошонда ла ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙе йылдан-йыл нығыраҡ ҡыҫырыҡлай. Тора-бара, ауырлыҡ килгәндә рухын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙы “һин – бисәме, ирме? Бисә булһаң, бирешмә, түҙ, ныҡ бул!” – тип битәрләрҙәрме икән?..ноябрь, 2017 й.

Ирме, бисәме?
Тәбиғәт ир затын көслө, батыр, эшсән, сабыр итеп яратҡан. Сөнки ул – ғаиләһен яҡлаусы, туйындырыусы. Шуға ла ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалыу ирҙәр өсөн хурлыҡ һаналған. Һин – ирме, бисәме? Ир булһаң, түҙ, бирешмә, ныҡ бул, тип битәрләгәндәр. Заманалар ныҡ үҙгәрҙе хәҙер. Ғаилә йөгөн күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ үҙ иңенә һала башланы. Ирҙәр ярҙамсыға әйләнде. Ғаиләлә генә түгел, йәмғиәт тормошонда ла ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙе йылдан-йыл нығыраҡ ҡыҫырыҡлай. Тора-бара, ауырлыҡ килгәндә рухын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙы “һин – бисәме, ирме? Бисә булһаң, бирешмә, түҙ, ныҡ бул!” – тип битәрләрҙәрме икән?..
ноябрь, 2017 й.
Тамаша ҡылма, ярҙам ит
Халҡыбыҙ борон-борондан бер-береһенә ярҙам итешеп, бер-береһенә терәк булып йәшәгән. Береһе бәләгә тарыһа, икенсеһе ярҙамға ашыҡҡан. Был – ауыр замандарҙа халыҡтың йәшәү ҡануны булған. Сөнки яңғыҙ донъя көтөүе мөмкин булмаған. Мин бала, үҫмер саҡта кеше һаман ошо ҡанунды һаҡлап йәшәй ине. Кемгәлер оло ярҙам күрһәтеүҙе, кемделер бәләнән ҡотҡарыуҙы ҙур эшкә йә батырлыҡҡа һанамай ине.
Мин үҙем 10-сы класта уҡып йөрөгәндә, яҙғы ташҡында Үрген йылғаһына ҡолап, ағып барған 3-4 йәшлек малайҙы ҡотҡарҙым. Ул иҫен юғалтҡан ине. Ярға сығарғас, тубығыма һалып, эсендәге һыуын ҡоҫторҙом. Яһалма тын алдырып, иҫенә килтерҙем. Шул арала тағы бер малай булырға тейеш тип кемдер ҡысҡырғайны, яр буйлап тегеләй-былай йүгереп эҙләнем, күрә алманым. Һуңынан атаһы эҙләп тапҡан. Ҡотҡарылған малайҙың әсәһе рәхмәтен район гәзитенә яҙҙы. Батҡан малайҙың атаһы минең берҙән-бер баламды ҡотҡарманың, тип илап килде. Шул ваҡытта мин үҙемде батырлыҡ ҡылған кешеләй хис итмәнем, икенсе баланы ҡотҡара алмағаныма үҙемде ғәйепле һананым. Мәктәптә лә линейка алдына сығарып маҡтағандарын хәтерләмәйем. Ә баланы ҡотҡармай, ярҙан ҡарап торһам, һин – ҡурҡаҡ, комсомол исеменә тап төшөрәһең, тип тетмәмде тетерҙәр ине.
Хәҙерге кешегә аптырайым. Ниндәйҙер бәләнең … булһа, йә видеоға төшөрә, йә күрмәмеш булып үтеп китә. Аранан берәү ярҙам ҡулы һуҙһа, унан Рәсәй кимәлендәге батыр яһайҙар, миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшыралар, ҡат-ҡат телевизорҙан күрһәтәләр. Март айындамы, Өфөлә йәшәгән ирҙе күрһәттеләр. Күршеһенең өйөндә янғын сыҡҡанын күреп, янғын часына хәбәр иткән дә, баҫҡыс алып барып (бер ҡатлы өй), тәҙрәнән сығырға ярҙам иткән. Бында бер ниндәй батырлыҡ та юҡ. Һәр кем шулай эшләргә тейеш.
Тейешен тейеш тә… Кеше ҡайғыһына битараф ҡарағандар күпселеккә әйләнде, буғай. Юҡһа, төймәләй эште дөйәләй итеп күрһәтмәҫтәр ине. Донъя көтөү еңелләшкәс, бөгөн мин ярҙам итһәм, иртәгә миңә ярҙам итерҙәр, тип йәшәүселәр һирәгәйә икән…
Бәләкәй генә эште лә ҡоро рәхмәткә эшләтермен, тимә. Баҙар иҡтисадында йәшәйбеҙ бит. Тимәк, изгелек тә тауарға әйләнә. Буштың атаһы үлгән. Үлгәнме, әллә ваҡытлыса онотолоп торамы? Донъя бит ҡатмарлы, һин уйламаған яҡтан килтереп һуғыуы бар. Баҙар иҡтисадын түгел, кеше изгелеген иҫкә төшөрөрһөң…
ноябрь, 2017 й.
Әйткәндәй, мин ҡотҡарған малай хәҙер 50-не үткән ир-уҙаман. Ғаилә ҡороп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, һаман да Үргендә матур итеп йәшәп ята. Урамда осраған һайын, ағай, һин мине үлемдән ҡотҡарғанһың, рәхмәт инде, ошо көндө күрмәҫ инек, тип әйтә. Ошондай ысын күңелдән сыҡҡан рәхмәт һүҙен аҡса менән үлсәп буламы ни?
Читайте нас: