Үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағында халыҡтың көнкүреше яҡшыра башлағас, ауылда ҡунаҡ саҡырышыу китте. Өлкән йәштәге ирҙәр ҡыш сана яһай, йәй еткәс, Ырымбур өлкәһе колхоздарынан 20-25 санаға ат алыштырып ҡайта. Атты һимертеп, һыуыҡтар төшкәс, һуғым һуйыу башлана. Шунан китә ҡунаҡ саҡырышыу. Өйҙәр бәләкәй булғас, 5-6 парҙан артыҡ саҡыра алмайҙар, 2-3 тапҡыр ҡунаҡ йыялар. Өйҙән өйгә ҡунаҡҡа йөрөү 1-2 айға һуҙыла. Һуғым итен ашап бөтә яҙғансы. Иҫерткес эсемлек юҡ. Яйлап, донъя хәлдәре, ишеткән-күргәндәре тураһында гәпләшеп, һимеҙ итте маҡтай-маҡтай еппәрәләр генә. Хәҙер 10 кеше ашарлыҡ итте бер ҡунаҡ йомоп ҡуя. Иттән һуң һалма ашы килә, аштан һуң беләк йыуанлыҡ гел май ғына ҡаҙы һоғондорола. Шунан тары ярмаһы менән баҫтырып ҡуялар.
Ниһайәт, сәйгә сират етә. Тәм-томға ҡош теле, бауырһаҡ, 1-2 киҫәк шәкәр йә карамель, һандыҡ төбөндә һаҡланған кибеп бөткән өрөк, емеш (йөҙөм) ҡуйыла. Бер күнәк һыу һыймалы самауырҙы ҡабат-ҡабат яңыртып торалар. Мин, 7-8 йәштәрҙәге бала, шул тиклем һый нисек эстәренә һыя икән, тип аптырай торғайным. Табынды йыйып алғас та ҡайта һалып китмәйҙәр, байтаҡ һөйләшеп ултыралар. Ахырҙа, иртәгә ҡояш байығас, беҙгә киләһегеҙ, тип аранан берәү саҡырғас, ашыҡмай ғына таралышалар.
Ҡартатайым менән өләсәйем ҡунаҡтан ҡайтҡас, хужаларҙың һыйын маҡтап бөтә алмай.
– Һай-һай, Әбделхаҡ ныҡ һыйланы, – ти ҡартатайым, тешен соҡой-соҡой. – Ете ҡаҙы һоғондорҙо. Һуғымы ныҡ һимеҙ булған, – ти.
– Һурпаһының тоҙлоғо бер иле. Ҡара борос, ҡорот менән бигерәк тәмле. Сәйҙе ҡуян ҡаны кеүек (ҡаты) итеп яһай. Тәм-томон да буйтым ҡуйған. Бигерәк мул ҡуллы ошо Нәҡиә, – тип өләсәйем дә һыйҙы маҡтап ҡуя.
Ашап туйғандың өҫтөнә ҡыҫтай-ҡыҫтай ҡаҙы һоғондороу – ҡунаҡсыллыҡтың иң юғары кимәле, тип иҫәпләнгәндер инде.
Өлкәндәр иҙерткес эсемлектәрһеҙ ҡунаҡ булһалар ҙа, урта йәштәгеләр бал ҡойоп саҡырыша башланы. Ғәҙәттә Октябрь байрамында саҡырышалар ине. Берҙән, халыҡ эштән бер аҙ бушаған ваҡыт. Икенсенән, ул – халыҡ байрам иткән берҙән-бер байрам булды. Башҡа иҫтәлекле даталар байрамға һаналманы.
Туй булһа, ҡунаҡсыллыҡ хаттин аша ине. Кем кемгә ҡоҙа булып барырын төр ҡоҙалар алдан һөйләшеп ҡуя. Туғандарҙың хәленә, ишлелегенә ҡарап, 5-7 ҡоҙа-ҡоҙағый тәғәйенләнә. Ҡыҙ яғында туй була торған көндө тәғәйен ҡоҙаларына барып төшәләр. Билдәле, бәләкәй булһа ла мәжлес ҡороп алалар. Туйҙан һуң ҡайтып, тағы сәй булһа ла эсеп, һөйләшеп ултыралар. Иртәгәһен сиратлап ҡоҙанан ҡоҙаға йөрөү башлана. Шулай, бер яҡта ғына 4-5 көн байрам итәләр. Ашау-эсеү түгел, ҡарағылары ла килмәй башлай, мәжлестәрҙең йәме китә. Шулай ҙа, етте, тип ҡайтып китеү юҡ.
Ике-өс аҙна үткәс, егет яғына йыйылалар. Тағы 4-5 көн байрам. Ҡоҙаларҙың ҡунаҡтарҙы аяҡтан йыҡҡансы һыйларға тырышҡанын әйтеп тораһы ла түгел.
Ул замандарҙа туйҙар бик һирәк булғас, самаһыҙ ҡунаҡсыллыҡтың әллә ни зыяны булмағандыр. Ике-өс көн ауырып йөрөүҙәр ҙә үтеп китә. Төрлө ҡыҙыҡ хәлдәре, ҡабат-ҡабат иҫкә алып, һөйләргә генә ҡалды.
Тик ауылда башҡа байрамдар ҙа ғәҙәткә инә башланы. Башта Октябрь байрамы, унан Яңы йыл оло байрамға әйләнде. Шунан Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Тыуған көн, юбилейҙарҙы ҙур байрамға әйләндереү модаға инеп китте. Байрам һайын: “Эс, давай! Минең ашымды мөрхәтһенмәйһеңме? Эсмәһәң, елкәңә ҡоям!” – тип, уйынлы-ысынлы йәнде алырҙай булып ныҡышыу. Шулай ныҡышһалар ҙа, ҡатын-ҡыҙ тәүге осорҙа эсмәне. Ирҙәрен ҡунаҡтан һөйрәп тигәндәй алып ҡайталар ине. Тора-бара улар ҙа эсә башланы. Ә ҡатын-ҡыҙ эсһә, эш һәләк икән… Күптәр өсөн көн дә байрам, көн дә туй була башланы.
Халҡыбыҙҙың ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә (10-15 йылда) эскелек тоҙағына эләгеүенең төп сәбәбен шул самаһыҙ ҡунаҡсыллығында күрәм. Әлбиттә, халҡымдың бәкәленә һуҡҡан бәләнең башҡа сәбәптәре лә күп. Тик башҡа халыҡтар, мәҫәлән, урыҫтар, элек-электән эскән. Шуға ла алкоголгә ҡаршы торорлоҡ иммунитеты барлыҡҡа килгән. Ә башҡорт ҡымыҙ, бик һирәк бал эскән. Шуға ла алкоголгә сыныҡмаған организмы эскелеккә тиҙ бирешкән. Әгәр, самаһыҙ ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, бер-береһен ҡыҫтай-ҡыҫтай эсмәһә, бәлки, һаман да айныҡ халыҡ булып ҡалыр ине. Бәлки… Һәр хәлдә мин шулай уйлайым.
Һуңғы йылдарҙа кеше айный башланы, шикелле. Шулай була күрһен. Ҡунаҡсыллыҡ бигерәк ҡиммәткә төштө бит. Милләтебеҙгә 1921 йылғы аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышына тиң булырҙай юғалтыуғар килтерҙе. Ваҡытһыҙ үлгәндәрҙе, тыумаған балаларҙы, ата-әсәһе булып та ҡараусыһыҙ ҡалған етемдәрҙе, рухы һынып, йәшәүҙән туйған етемдәрҙе иҫәпләһәң…
Асылына ҡайта алырмы башҡортом? Ҡайтыр, тигән өмөттә ҡалам. Халҡымдың тамырҙары бик тәрәнгә, быуаттар төпкөлөнә киткән бит. Шул тамырҙар милләтем ағасын ҡоротмаҫ, йәшәү көсө бирер, сәскә аттырыр, тип ышанғы килә…