Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Март 2020, 20:00

Фекерҙәр. Р. Ильясов. Дауамы.

ейәнем менән картуф баҡсаһында колорадо ҡуңыҙы йыйып йөрөйбөҙ (мин картуфҡа ағыу һиптермәйем). Илке-һалҡы ғына йөрөй был бала. Яйынан файҙаланып, уға тормош һабаҡтары бирергә тырышам.– Беләһеңме, – тим, – Америкала атай-әсәй балаларына өйҙә ярҙам иткән өсөн дә аҡса түләй. Бәләкәйҙән аҡса эшләп өйрәнһендәр өсөн.– Нисек инде? – тип һорай ейәнем ҡыҙыҡһынып.– Улар балаларына өйҙә көн һайын башҡара торған эш ҡуша. Мәҫәлән, өй йыйыштырырға, йә эттәрен ҡараға, баҡсаға һыу һибергә. Өйҙә эш күп бит. Шул ҡушылған эште башҡарған өсөн эш хаҡы ҡуя. Яҡшы башҡарһа – күберәк, насар башҡарһа, аҙыраҡ түләй.

Сабый ғына гонаһһыҙ
Бысраҡ көндө урамға сыҡһаң, таҙараҡ ерҙән барырға тырышаһың. Шулай ҙа, оҙаҡ йөрөһәң, бысраҡ аяҡ кейеменә, салбар балағына сәсрәй. Әрпеш кеше, бигерәк тә иҫерек булһа, бысраҡ тип тормай, шап-шоп атлап, сусҡа кеүек бысранып бөтә.
Кеше тормош юлын үткәндә лә шулай бит. Кемдер бысранмаҫҡа, гонаһ эштән ситтә йөрөргә тырыша. Шулай булһа ла, аҡтан-аҡ, пактан-пак булып ҡала алмай. Тормош бысраҡтары кемгәлер аҙыраҡ, кемгәлер күберәк яғыла. Баштан-аяҡ гонаһҡа батҡандар ҙа бар. Барыһы ла кешенең үҙенә бәйле.
ғинуар, 2018 й.
“Эшҡыуар”
10 йәшлек ейәнем менән картуф баҡсаһында колорадо ҡуңыҙы йыйып йөрөйбөҙ (мин картуфҡа ағыу һиптермәйем). Илке-һалҡы ғына йөрөй был бала. Яйынан файҙаланып, уға тормош һабаҡтары бирергә тырышам.
– Беләһеңме, – тим, – Америкала атай-әсәй балаларына өйҙә ярҙам иткән өсөн дә аҡса түләй. Бәләкәйҙән аҡса эшләп өйрәнһендәр өсөн.
– Нисек инде? – тип һорай ейәнем ҡыҙыҡһынып.
– Улар балаларына өйҙә көн һайын башҡара торған эш ҡуша. Мәҫәлән, өй йыйыштырырға, йә эттәрен ҡараға, баҡсаға һыу һибергә. Өйҙә эш күп бит. Шул ҡушылған эште башҡарған өсөн эш хаҡы ҡуя. Яҡшы башҡарһа – күберәк, насар башҡарһа, аҙыраҡ түләй.
– Нисек, нисек? – төшөнөп етмәй бала.
– Бына беҙ һинең менән ҡуңғыҙ йыйып йөрөйбөҙ. Мин һиңә һәр бер ҡуңғыҙ өсөн бер һум эш хаҡы түләйем. Йөҙҙө йыйһаң, 100 һум, меңде йыйһаң, 1000 һум.
– Ысынлапмы?
– Ысынлап. Әйҙә, нисә ҡуңғыҙ йыяһың, шул тиклем аҡса алаһың.
– Ысынлапмы? – Һаман ышанып етмәй.
Мин ысын-ысын, тигәс, дәртләнеп эшкә тотондо. Ҡулына күҙ эйәрмәй. Бер аҙ йөрөгәс: “Ҡартатай, ә личинкалары өсөн күпме түләйһең?” – тип һорай. Бындай һорауҙы көтмәгәйнем. Юғалып ҡалдым.
– Уларына түләмәйем инде. Һин уларҙы бөртөкләп йыймайһың бит. Күнәккә ҡағып ҡына төшөрәһең, – тим.
– Түләмәгәс, личинкаларын йыймайым. Ҡуңыҙға әйләнгәс йыйырмын, – тимәһенме эшем эйәһе. Үәт, замана балаһы! Минең башҡа ла килмәҫ ине.
– Ярай, үҙем йыйырмын, – тиеүҙән башҡа һүҙ тапманым,
Ул көндө ейәнем 73 ҡуңғыҙ йыйҙы. Күңелдә “дөрөҫ эшләйемме?” тигән шик тыуһа ла, әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тип ведомость төҙөп, нисә ҡуңғыҙ йыйғанын, күпме эш хаҡы тейешлеген күрһәтеп, ҡул ҡуйҙырып бирҙем 73 һумды. Ғүмереңдә беренсе эш хаҡы алыуың менән ҡотлайым, тип ҡулын ҡыҫтым. Малай бик ҡәнәғәт ине.
Иртәгәһенә килде лә, өйгә лә инмәй, картуф араһына юл алды. Был көндө ул йөҙҙән ашыу ҡуңғыҙ йыйып, тейешле эш хаҡын алды. Шулай 4-5 көн дауам итте. Тик ҡуңғыҙҙар һаны кәмеүгә барҙы.
– Ҡартатай, ҡуңғыҙ аҙайҙы, йыйыуы ҡыҙыҡ түгел, – ти. Тел төбөн аңлап торам. Ҡуңғыҙ аҙ булғас, эш хаҡы ла аҙ.
– Ярар, бөгөндән һәр ҡуңғыҙ өсөн 2 һум түләйем, – тим.
Күңелләнеп, тағы йыя башланы.
Ҡыҫҡаһы, миңә лә эш еңелләште, ҡоротҡосто ла бөтөрҙөк, ә ейәнем 1 мең һум тирәһе аҡса эшләне. Шулай ҙа баланы иҫкәртеп ҡуйҙым:
– Улым, башҡорт халҡы – Америка кешеһе түгел, үҙенең балаһына ярҙам иткән өсөн аҡса бирмәй. Мин һиңә Америкала нисек икәнен күрһәтеү өсөн генә бирҙем.
Тәүге эш хаҡын әрәм-шәрәм итмәне ейәнем. Былтырҙан бирле ҙур велосипед алам, тип аҡса йыя ине. Йыйған аҡсаһын биреп, тәки әсәһенән теләгән велосипедын алдырҙы.
Ошо хәлдән һуң башыма, бәлки беҙгә лә балаларҙы бәләкәйҙән аҡса эшләргә, аҡса иҫәпләргә өйрәтергә кәрәктер, тигән уй килде. Бәләкәй генә пенсияңды ла үҙ кәрәгеңә тотонмай, үҙаллы көн күрерлек балаларыңа биреп тороу – эшме ни ул? Эшләһендәр, тапһындар, үҙҙәре һиңә ярҙам итһендәр.
Ғаилә тәрбиәһен ошондайыраҡ юлға борғанда, бәлки, һаҡалы ағарғансы атай-әсәй елкәһен кимереүсе әрәмтамаҡтар булмаҫ, башҡорттар араһынан да уңышлы эшҡыуарҙар күберәк сығыр ине.
июнь, 2018 й.
Читайте нас: