Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Март 2020, 11:00

Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы:

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!Был көн беҙҙең илдә бөтә халыҡ дәүләт байрамы булараҡ...

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Был көн беҙҙең илдә бөтә халыҡ дәүләт байрамы булараҡ билдәләнеүе ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәт тормошонда тотҡан урыны ниндәй мөһим булыуын таныуҙы дәлилләй. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар райондың иҡтисадында, социаль өлкәһендә һәм йәмәғәт тормошонда әһәмиәтле роль уйнай. Уҡытыусымы, табипмы, эшҡыуармы, мәҙәниәт хеҙмәткәреме, төҙөүсе йә финансист булһынмы – һәр эште һеҙ бар белемегеҙҙе, йәшәү энергияһын, күңелегеҙҙе һалып башҡараһығыҙ. Тирә-яҡ донъя таҙараҡ, яҡтыраҡ, күркәмерәк булһын өсөн һеҙ барыһын да эшләйһегеҙ.
Был гүзәл байрамда һеҙгә һөйөүегеҙ, сикһеҙ түҙемлегегеҙ, балаларҙы наҙ һәм хәстәрлек менән сорнап, уларға йөрәк йылыһын бүләк итеүегеҙ, йорт усағын һүндермәй һаҡлауығыҙ, һәр саҡ тыныслыҡҡа һәм изгелеккә ынтылыуығыҙ өсөн бөтә йөрәктән рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҙ кәйефе һәм мөхәббәт теләйем. Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Һөйөклө һәм бәхетле булығыҙ!
Читайте нас: