Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Март 2020, 18:00

Ишле ғаилә башлығы бәләгә тарыған. Властар ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Баҡалы ауылында йәшәгән 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов «АвтоДорстройМеханизация» энергоресурс компанияһына эшкә төшкән һәм тәүге вахтаға юлланған булған. 17 февралдә ир юғарыла иретеп йәбештереү эштәре башҡарған һәм һигеҙ метр бейеклектән ҡолап төшкән. Рәмил ауыр йәрәхәттәр алған. Нефтеюганск ҡала дауаханаһында табиптар уның ҡулын ҡырҡҡан, аяғына операция яһаған, янбаш быуынына операцияға әҙерләйҙәр. Производствола тән йәрәхәттәре алыу факты буйынса тәфтиш тикшереүе алып барыла.

Башҡортостанда муниципаль власть күп балалы ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙа. Ғаилә башлығы Нефтеюганскиҙа вахта эшендә ауыр йәрәхәттәр алған.

Баҡалы ауылында йәшәгән 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов «АвтоДорстройМеханизация» энергоресурс компанияһына эшкә төшкән һәм тәүге вахтаға юлланған булған. 17 февралдә ир юғарыла иретеп йәбештереү эштәре башҡарған һәм һигеҙ метр бейеклектән ҡолап төшкән. Рәмил ауыр йәрәхәттәр алған. Нефтеюганск ҡала дауаханаһында табиптар уның ҡулын ҡырҡҡан, аяғына операция яһаған, янбаш быуынына операцияға әҙерләйҙәр. Производствола тән йәрәхәттәре алыу факты буйынса тәфтиш тикшереүе алып барыла.

Ирҙең хәл-торошон БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин контролдә тота. Республика табиптары ХМАО-лағы коллегалары менән бәйләнешкә ингән. Әле Рәмилде ҡайтарып булмай, Нефтеюганскиҙа уны дауалау тулы кимәлдә башҡарыла. Пациенттың хәле тотороҡло тиҙәр.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәрит Хәйбрахманов һөйләүенсә, Инсафетдиновтарҙың ғаиләһендә 4-14 йәш арауығында биш бала тәрбиәләнә. 18 февралдә ирҙе тәрбиәләү өсөн ҡатыны Алена менән әсәһе Ғәлиә Нефтеюганскиға юлланған. Балаларының дүртәүһе ауылдағы социаль приютҡа урынлаштырылған. Улар ҡараулы һәм балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөй. Бишенсе, тыуғандан алып мөмкинлектәре сикләнгән баланы өләсәләре ҡарай.

Баҡалы районы хакимиәте ғаиләгә юридик һәм материаль ярҙам итә. Килеп сыҡҡан хәлде муниципалитет башлығы даими контролдә тота.

«Тәү сиратта беҙ юридик ярҙам күрһәтәбеҙ. Әле тәфтиш тикшереүе бара, Рәмил производствола йәрәхәтләнгәс, барлыҡ документтарҙы дөрөҫ эшләтергә кәрәк. Ҡатыны Алена менән хәбәрләшеп торабыҙ, уға ҡәйнәһе менән Нефтеюганскиҙа фатирға ҡуртым өсөн түләргә аҡса ебәрәбеҙ. Улар унда тағы бер ай самаһы булып, Рәмилде тәрбиәләйәсәк, — тине Фәрит Хәйбрахманов. — Беҙ ғаиләгә һәр яҡтан ярҙам итәсәкбеҙ. Ирҙе алып ҡайтыуҙа, күп балалы ғаиләнең артабан йәшәүендә ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ.
Читайте нас: