Сәскәгә күкрәп атһын өсөн ҡояш, уның йылы нурҙары кәрәкһә, һәр сабый әсә наҙына, уның йылыһына мохтаж. Ә әсә иһә нәҡ шул сабыйын ҡосағына алып, күкрәк һөтө имеҙә алыу менән бәхетле. Эйе, ҡатын-ҡыҙ бәхете – әсә булыуҙа. Балаһы өсөн йән атҡан ҡатынға Хоҙай барлыҡ сифаттарға өҫтәп, көс тә бирә.
Ана шундай көслө ҡатындарҙың береһе ул – Кинйәбулат ауылында йәшәгән Роза Тусалина. Ауыл тормошоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә төрөнөп, көндәлек эш менән ҡайнаусы хужабикә башҡаларҙан нимәһе менән айырыла тиһегеҙме? Көтөп алынған бишенсе сабыйының сирләүе, хатта ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыу мөмкинлеге бер аҙ ҡаушатһа ла, ҡурҡытмай әсә кешене. Ул бар көсөн, тырышлығын сабыйын аяҡҡа баҫтырыу өсөн һала. Улын аяҡҡа баҫтырыу өсөн уның ниндәй көс түккәнен яҡындары ғына белә: башҡа балаларын тәрбиәләргә лә, донъя көтөргә лә, көн-төн тимәй Даян менән шөғөлләнергә лә өлгөрә әсә. Йөрөлмәгән дауаханалар аҙ ҡалғандыр уларҙың. Өфөгә барып, массаж буйынса махсус уҡып ҡайтыуы ла файҙаға ғына була – Даян яйлап аяҡҡа баҫа, үҫеше буйынса тиҫтерҙәрен ҡыуып етә. Шаян, осоп-ҡунып торған Даян бөгөн беренсе класта белем ала. Өйҙә яңғыҙы ҡалған кинйәкәй – әсәһе менән атаһына иптәш тә.
Биш балаға ғүмер бүләк итеп, улар өсөн йәнен бирергә әҙер булған әсә әүҙем тормош алып бара: Һүрәм ауыл биләмәһе, район күләмендә үткән мәҙәни, спорт сараларында ҡатнаша, ауылдаштарының ышанысын аҡлап,инде икенсе саҡырылыш ауыл Советы депутаты ла. Ә шулай ҙа иң мөһиме – балалары: Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында уҡыған Сөмбөл, Күмертау тау колледжында уҡыған Ғәзинур менән Илгизәр,Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алған Светлана тик һөйөндөрөп тора.Хөкүмәт тә ярҙамынан ташламай – Тусалиндар күптән түгел өй төҙөүгә субсидия алды. Инде тормош иптәше Рафаэль Собханғол улы менән балаларға терәк булып, йәшәргә лә йәшәргә яҙһын!