Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Март 2020, 17:30

КЕскәй принцессалар күңел асты

Был сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы. Уға бар республиканан һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре - йәмғеһе 500-ләп кеше йыйылды. Балда ҡатнашыусыларҙы БР Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.*** Йәш принцессаларға байрам театр фойеһында уҡ башланды. Һәр береһенә корона менән беләҙек бирелде, аниматорҙар һәм артистар әкиәт персонаждары итеп кейенеп, күңелле тамаша ҡорҙо. Ҡыҙҙарҙы тылсымлы шоу, бейеү театры сығышы, аттарға һәм егеүле эттәргә ултырып йөрөү, интерактив спектаклдә ҡатнашыу һәм байрам балы көттө. Сарала шулай уҡ дауалау һәм реабилитация оҫталыҡ дәрестәре, «Семья» ресурс үҙәгенән ата-әсәләр өсөн психологик тренингылар, профилле министрлыҡ-ведомстволарҙан консультациялар булды. *** Балға килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова (тап уның патронажы менән «Бәләкәй принцессалар балы» үтә) ҡотлауҙарға ҡушылды. *** Принцессалар «Летучий корабль» спектаклен ҡараған арала, Радий Хәбиров байрамды үткәрергә ярҙам иткән меценаттар менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларға бөгөнгө сара һәм бағыусыларҙың даими эштәре өсөн рәхмәт әйтте. Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров Өфө байрамы башҡа муниципалитеттар өсөн өлгө булырға тейеш тип һыҙыҡ аҫтына алып әйтте. Фото: О.Яровиков

Был сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы. Уға бар республиканан һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй ҡыҙҙар һәм уларҙың ата-әсәләре - йәмғеһе 500-ләп кеше йыйылды. Балда ҡатнашыусыларҙы БР Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.

***
Йәш принцессаларға байрам театр фойеһында уҡ башланды. Һәр береһенә корона менән беләҙек бирелде, аниматорҙар һәм артистар әкиәт персонаждары итеп кейенеп, күңелле тамаша ҡорҙо. Ҡыҙҙарҙы тылсымлы шоу, бейеү театры сығышы, аттарға һәм егеүле эттәргә ултырып йөрөү, интерактив спектаклдә ҡатнашыу һәм байрам балы көттө.
Сарала шулай уҡ дауалау һәм реабилитация оҫталыҡ дәрестәре, «Семья» ресурс үҙәгенән ата-әсәләр өсөн психологик тренингылар, профилле министрлыҡ-ведомстволарҙан консультациялар булды.

***
Балға килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.


Республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова (тап уның патронажы менән «Бәләкәй принцессалар балы» үтә) ҡотлауҙарға ҡушылды.

***
Принцессалар «Летучий корабль» спектаклен ҡараған арала, Радий Хәбиров байрамды үткәрергә ярҙам иткән меценаттар менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларға бөгөнгө сара һәм бағыусыларҙың даими эштәре өсөн рәхмәт әйтте.

Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров Өфө байрамы башҡа муниципалитеттар өсөн өлгө булырға тейеш тип һыҙыҡ аҫтына алып әйтте.

Фото: О.Яровиков
Читайте нас: