Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Март 2020, 20:00

Ғәләмәт донъя. Р. Ильясов

Йәштәр алға ҡарап, ҡарттар артҡа ҡарап йәшәй. Сөнки йәштәрҙең бөтә ғүмере, күрәһеләре алда, ҡарттарҙыҡы – артта. Зәңгәр томандар артында. Өлкән кеше алға ҡарау түгел, бөгөнгөһөн дә ҡабул итә алмай. Уныңса, элек әҙәм балаһы дөрөҫ йәшәгән. Әҙәпле, тәртипле булған, өлкәндәрҙе хөрмәт иткән, хәрәм малға ҡағылмаған, кеше йәнле, ярҙамсыл, хәйләһеҙ булған һ.б., һ.б. Быуаттар дауамында кешелек йәмғиәтен берләштереп тотҡан ошондай әхлаҡ ҡанундары һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыға барған кеүек. Шунлыҡтан ҡарттарҙың йәне тыныслыҡ тапмай. Халҡының, иленең, йәштәрҙең киләсәге өсөн хафалана, аҡылы ла, күңеле лә ҡабул итә алмаған замана күренештәренә шик-шөбһә менән ҡарай, ризаһыҙлыҡ белдерә.

Ғәләмәт донъя
Йәштәр алға ҡарап, ҡарттар артҡа ҡарап йәшәй. Сөнки йәштәрҙең бөтә ғүмере, күрәһеләре алда, ҡарттарҙыҡы – артта. Зәңгәр томандар артында. Өлкән кеше алға ҡарау түгел, бөгөнгөһөн дә ҡабул итә алмай. Уныңса, элек әҙәм балаһы дөрөҫ йәшәгән. Әҙәпле, тәртипле булған, өлкәндәрҙе хөрмәт иткән, хәрәм малға ҡағылмаған, кеше йәнле, ярҙамсыл, хәйләһеҙ булған һ.б., һ.б. Быуаттар дауамында кешелек йәмғиәтен берләштереп тотҡан ошондай әхлаҡ ҡанундары һуңғы йылдарҙа юҡҡа сыға барған кеүек. Шунлыҡтан ҡарттарҙың йәне тыныслыҡ тапмай. Халҡының, иленең, йәштәрҙең киләсәге өсөн хафалана, аҡылы ла, күңеле лә ҡабул итә алмаған замана күренештәренә шик-шөбһә менән ҡарай, ризаһыҙлыҡ белдерә.
Әсәйем бахыр, кеше аптыратырлыҡ хәбәр ишетһә, “мына ҡәләмәт!” ти торғайны. Хәҙер мин дә, донъя хәлдәре, үҙебеҙҙең йәмғиәт тормошо тураһында уйланам-уйланам да, ғәләмәт донъя, тип ҡуям. Тәү ҡарашҡа, тормошобоҙ ғүмерҙә булмағанса матур кеүек. Район үҙәге Иҫәнғол (башҡа ауылдарҙы әйтәһе лә түгел) әле яңыраҡ ҡына йәйҙәрен кесерткәнгә, дегәнәккә батып ултырған, яҙын-көҙөн урамдары тубыҡтан ҡойо, ҡыштары йырып сыҡҡыһыҙ ҡар көрттәре, төндәре күҙгә төртһәң, күренмәҫлек ҡараңғы булған, тип уйламаҫһың. “Хан һарайындай” өйҙәр, таҡыр, таҙа урамдар йәй буйына гөлбаҡсаға күмелеп ултыра. Сәскәләрҙең матурлығы, өй-ҡоймаларҙың ҡупшылығы күҙҙең яуын ала. Һәр йортта тиерлек газ, һыу, бер нисә автомашина, башҡа техника, 2-3 һыуытҡыс, төҫлө киң экранлы телевизор, кер йыуыу машинаһы, әллә ни хәтле моторлы эш ҡоралы, бешеренеү-төшөрөнөү техникаһы, кеҫә һайын телефон. Аҙым һайын магазин, аптека. Кәштәләрендә нимә генә юҡ! Шуныһы ҡыҙыҡ: кеше аҡса юҡлыҡҡа зарланһа ла, бер сауҙа нөктәһе лә буш тормай. Ҡайҙа инһәң дә – халыҡ. Шөкөр, рәхәтлеккә сыҡтыҡ. Бер саҡырым ергә лә машинала йөрөйбөҙ, телефон, скайп аша хәл-әхүәл белешәбеҙ, мода өсөн йыртыҡ ыштан кейәбеҙ, өйҙән дә сыҡмай илдең теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона уҡырға инә, уҡый, эшкә урынлаша, ситтән тороп эшләй алабыҙ. Диванда ятып Ер шары буйлап “сәйәхәт” итәбеҙ, һыу аҫтына “төшәбеҙ”. Күп инде, күп, һанай китһәң, замана ғәләмәттәре. Барыһын да файҙаланыу түгел, белеп, аңлап та бөтөп булмай. Бигерәк тә фән, техника, медицина ҡаҙаныштарын.
Ошолар тураһында уйлағанда, ирекһеҙҙән бала саҡ йылдарыма әйләнеп ҡайтам. Үткән быуаттың 60-сы йылдары башында беҙҙең ғаилә тормошонан бер күренеш бөгөнгөләй күҙ алдыма килеп баҫа. Кешенең аслыҡ-яланғаслыҡтан яңы-яңы арынып, тамағы ашҡа, өҫтө кейемгә туя башлаған сағы. Киске тамаҡ ашап алғас, ҡартатайым (1885 йылда тыуған), туҡ кикреп, аяҡтарын урындыҡ буйлап һуҙып ебәрҙе лә: “Э-э-эй, атайым мәрхүмде ҡәберенән торғоҙоп күрһәтһәң ине ошо тормошто. Ожмахта йәшәйҙәр икән, тиер ине, бахыр”, – тип ҡуйҙы. Тауышында күп ауырлыҡтар, зар-интизар менән үткән ғүмеренә әрнеү ҙә, бөгөнгө рәхәтлекте күрә алыуына сикһеҙ ҡыуаныс та яңғырағандай тойолдо. Бөтә нәмә лә сағыштырыуҙа баһалана бит. Беренсе донъя һуғышына алынып, ике тапҡыр яраланған, әсир төшкән, унан ҡотолоп ҡайтҡас, Граждандар һуғышы, 21-се йылғы аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен башынан үткәргән кешегә тыныс тормош, йылы яҡты өй, итле аш, шәкәрле сәй ожмах тормошолай күренгәндер инде. Асылда бик ауыр ине ул ваҡытта кешегә көн итеүе. Ҡарт-ҡоронан, бала-сағанан башҡаһы йәйен-ҡышын алһыҙ-ялһыҙ таң һарыһынан төнгә тиклем колхоз эшендә булды. Техника юҡ иҫәбендә, бөтә эш ҡара көс менән башҡарылды. Ойошмаларҙа, совхозда эшләгәндәргә аҙ булһа ла эш хаҡы түләнһә, колхозсыларға йылына бер тапҡыр, эш көнөнә ҡарап, ашлыҡ ҡына бирелде. Аслыҡтан йүнкегән кеше уныһына ла ҡыуана ине. Колхоз эшенән бушай алмаһа ла, үҙ донъяһын да алып барырға тырышып ятты. Өлкәндәрҙең иҫенә төшөрөп, йәштәргә фәһем булһын тип, мал аҫырау михнәттәрен һөйләп китәйем әле.
Ул заманда кешегә бесән эшләргә ваҡыт та, сабынлыҡ та бирелмәне. Колхоз эшенә ҡушылмаған ҡарт-ҡоро урман, тау-таш, туғай араһында соҡсоноп, әҙме-күпме бесән йыя, әбей-һәбей 7-8 йәшлек ейән-ейәнсәрен эйәртеп, туғайҙан көлтәләп ташый. Ир-ат эштән һуң ай яҡтыһында, иртә таңдан колхоз эше башланғансы салғы һелтәй. Шулай күмәк көс менән 10-15 ц бесән йыйыла. Бер һыйырға, 4-5 баш ваҡ малға ярты ҡышҡа етерлек. Уныһын алып ҡайтам, тип бригадирҙан ат һорап ялына-ялына ҡара көҙ етә, ҡайһы йыл ҡышҡа ла ҡала. Февраль аҙағына бесән бөтә. Шунан туғайҙан тал, өйәнке, ҡарама, тирәк ботағы ташый башлайһың. Иртәнге туңда өлкәндәр эшкә, балалар уҡыуға киткәнсе, бәләкәй санаға тейәп йә ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, бер тапҡыр алып ҡайтаһың. Бала-саға төштән һуң тағы бер юллай. Балаларҙың бәләкәйҙән эшкә егелеүе ғаилә өсөн файҙанан тыш көслө тәрбиә сараһы ла булған икән. Улар сәләмәт, көслө, эшсән булып, ғаилә өсөн яуаплылыҡ тойғоһо алып үҫкән. Үҙаллы тормош юлына баҫҡас, юғалып ҡалмаған. Малды туйҙырыу хәстәре кис тә дауам итә. Ҡарама ботағын утын кеүек ҡырҡып, өйҙә иретеп, ҡайырын һыҙыраһың. Быныһы – быҙаулаған һыйыр өсөн. Һыйыр быҙаулаһа, өйҙә оло байрам. Шул замандарҙағы ыуыҙ ҡоймағының тәме һаман ауыҙҙа торған кеүек. Көн дә булмаһа ла, ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ ашай башлайһың. Мейестә күмеп бешергән картуфты ҡаймаҡҡа ҡушып ашауы үҙе ни тора! Шулай хитлана-хитлана март айы үтә. Апрелдә тау башы асыла башлай. Ат менән юл һалдырып, малды шунда ҡыуаһың. Ул ваҡытта тау һырттарында ҡылған күпереп ултыра торғайны. Ҡар аҫтынан яңы сыҡҡас, йомшаҡ. Мал рәхәтләнеп ашап, туйып ҡайта. Һыйырҙың һөтө лә артып китә. Әйткәндәй, һыйырҙы өйгә алып инеп һауалар ине. Бәләкәй генә өйҙә башы урындыҡ өҫтөндә, ҡойроғо ишеккә терәлеп тора. Өйгә быҙауын имеҙеү өсөн алып инәләр. Быҙау туйғас, ҡалған һөтөн һауып алалар. Уныһы бер хәл. Һыйыр, өйгә ингәнде генә көтөп торған кеүек, инеү менән шаптырлатып эсен бушата. Көн һайын шул хәл. Бер ни ҡылып булмай, күбенә түҙгәс, уныһына ла түҙергә тура килә. Ниһайәт, дүрт күҙ менән көткән яҙ етеп, мал хәстәре бесән ваҡыты еткәнсе онотолоп тора. Бала-сағагың көтөү ҡайтыр алдынан быҙау эҙләп, тапҡас, алып ҡайталмай эт булғанын иҫәпкә алмағанда. Малай-шалайҙың илай-илай быҙау баҫтырыуы эшкә һаналманы инде.
Утын әҙерләү ҙә оло мәшәҡәт була торғайны ул заманда. Йәй ваҡыт етмәгәнлектән, был эш ҡышҡа ҡала. Билдән ҡар ярып, юлға яҡыныраҡ ағасты, балта менән туҡылдай-туҡылдай ауҙарып, алып ҡайтаһың. Алып ҡайтҡаның ғәҙәттә йәш ағас була. Уны мейес башына, мейес артына һалып киптерәһең. Кибә һаламы ни ул бер-ике көндә. Хужабикә тоҡандыра алмай эт була. Тоҡанһа ла, ята ышылдап, ҡыҙып янып китә алмай. Ҡуҙ төшөрөп, самауыр ҡуйғансы, уныһы ҡайнап сыҡҡансы ярты сәсең ағарыр. Ирҙе эшкә, балаларҙы мәктәпкә сәй ҙә эсермәй ебәреп булмай бит инде. Бушҡа ғына ирҙе ҡартайтҡан – ҡатын, ҡатынды ҡартайтҡан – утын, тигән әйтем килеп сыҡмағандыр.
Үткән тормоштоң ҡайһы бер яҡтарын ентекләп һүрәтләүем, һүҙ юҡта һүҙ булһын, тигән маҡсаттан түгел. Ундай маҡсат ҡуйһам, тағы әллә ни тиклем һөйләргә булыр ине. Мәҫәлән, өй-йорт ҡаралтылары төҙөү этлектәре; һыуыҡтар төшкәс, ҡуҙлы эҫе көл һалып, балсыҡ баҫыу, ҡулды туңдыра-туңдыра һылау; тирмәндә аҙналар буйы сират тороп он тартыу; арҡаға тоҡ йөкмәп тиҫтәләрсә саҡырым юлды йәйәү йөрөү һ.б., һ.б. Ошондай донъя мәшәҡәттәре заманы өсөн ғәҙәти хәл булһа ла, күп көс, тырышлыҡ, сабырлыҡ талап иткән. Һәр ғаиләлә 5-6, унан да күберәк бала үҫтереү мәшәҡәттәре тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Барыһы ла колхоз-совхоз, башҡа ойошмаларҙағы төп эш араһына ҡыҫтырып ҡына эшләнә ине. Кешенең таң һарыһынан ҡараңғы төнгә тиклем ултырып хәл алырға ла ваҡыт тапмаған саҡ булған. Шул тормошто ла ожмахҡа тиңләгән ҡартатайыма, уның замандаштарына йәлләп ҡарамайым. Һоҡланып ҡарайым. Ҡыйынлыҡтарға зарланмай, йәшәүҙән йәм таба белеү, бәләкәй генә уңышҡа ла һөйөнөп, киләсәккә өмөт менән йәшәү – бәхет түгелме ни?
Уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһына бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй кеүек. Асыҡһаң, туйғансы ашау – бәхет, ҡаты сирҙән ҡотолоп, шәбәйеп китһәң – бәхет, арып талсыҡһаң, йонсоһаң, күңел булғансы ял итеү – бәхет, яҡындарың менән татыу, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәү – бәхет. Һанай китһәң, үҙеңде бәхетле итеп тойорҙай сәбәптәр бик күп. Тамсынан күл йыйылған кеүек. Уларҙы күрә, тейешенсә баһалай белергә генә кәрәк. Кешенең бәхетле ғүмере ошондай бәләкәй шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан тормаймы ни? Булғандың ҡәҙерен белмәһәң, нәфсеңде тыймаһаң, буйың етмәҫтәйгә ынтылһаң, алтын-көмөшкә күмелеп йәшәһәң дә, бәхетле булып булмайҙыр ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәҡикәтте юғалтыуҙар кисергәс кенә аңлай күп кеше.
Дауамы бар.
Читайте нас: