Белгестәр фекеренсә, республикалағы йылғалар март айы аҙағында боҙҙан әрселәсәк. Был ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә иртәрәк. Шул уҡ мәлдә ятҡылыҡтарҙа һыу запасы нормаға тура килә. Ә бына йылға йырҙаларында тупраҡ көҙгө ямғырҙарҙан йылдағынан уртаса алғанда 50-60 процентҡа юғарыраҡ дым туплаған.