Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Март 2020, 00:00

ТУҒАНЛЫҠ ЕПТӘРЕ (хикәйә)

Тимур менән Билалдың Арсен исемле ике туған ағаһы бар. Шундай яман малай! Оятһыҙ, тупаҫ, 13 йәштә генә булһа ла, үҙен оло тип иҫәпләй. Тимур, ике туған ағаһының ата-әсәһе менән өләсәләренә ҡунаҡҡа килгәндәрен ишеткәс, унда барыуҙан ҡырҡа баш тартты. - Юҡ, юҡ, юҡ! Минһеҙ генә! Мин унда бармайым! - шулай тип үҙһүҙлеләнде малай. - Бына улар ҡайтып китһәләр, өләсәйемдәргә ҡыуанып барырға ризамын! Ә ул тупаҫ малайҙы минең күргем дә килмәй!

ТУҒАНЛЫҠ ЕПТӘРЕ.
"Кем үҙенең ризығының киңәйеүен, ғүмеренең оҙонайыуын теләй, туғанлыҡ ептәрен ялғаһын."
(Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан).
Тимур менән Билалдың Арсен исемле ике туған ағаһы бар. Шундай яман малай! Оятһыҙ, тупаҫ, 13 йәштә генә булһа ла, үҙен оло тип иҫәпләй. Тимур, ике туған ағаһының ата-әсәһе менән өләсәләренә ҡунаҡҡа килгәндәрен ишеткәс, унда барыуҙан ҡырҡа баш тартты.
- Юҡ, юҡ, юҡ! Минһеҙ генә! Мин унда бармайым! - шулай тип үҙһүҙлеләнде малай. - Бына улар ҡайтып китһәләр, өләсәйемдәргә ҡыуанып барырға ризамын! Ә ул тупаҫ малайҙы минең күргем дә килмәй!
- Тимур, улар бит беҙҙең туғандарыбыҙ. Улай ярамай, - тине әсәһе йомшаҡ ҡына итеп, улының яңағынан үбеп. - Һин минең аҡыллы улым бит! Йә, көйһөҙләнмә инде. Өҫтәүенә унда Ғәйшә апайың менән Морат ағайың да була, уларҙың һине күптән күргәндәре юҡ, һағынғандарҙыр.
- Ярай инде, - тип теләмәй генә ризалашты малай, барам инде, барам.
Бер сәғәтлек юл, һәм бына ул... алдында, йөҙөнә оятһыҙ йылмайыу сығарып, Арсен баҫып тора.
- Йә, сәләм, ҡустым! - тип хихылданы ул Тимурҙың иңбашына шапылдата һуғып.
- Һиңә лә сәләм, - тине малай, - хәлдәр нисек?
- Ярарлыҡ! Ә был бәләкәс кем, Билалмы ни? Бер ҙә үҫмәгән, ашатмайһығыҙмы әллә һеҙ уны? - тип шаяртты Арсен, һәм үҙенең шаяртыуына ҡысҡырып көлдө.
- Арсен, нисек тотаһың үҙеңде? - ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға сыҡҡан әсәһе улына өндәште.
- Шаяртырға ла ярамай икән! - тип яуапланы малай һәм ситкә боролоп китте.
Һуңынан - һағынышҡан туғандарҙың ҡосаҡлашып күрешеүҙәре, бүләк бирешеүҙәр, хәл һорашыуҙар, һәм, әлбиттә, өҫтәл тулы тәм-том. Ҡунаҡ ҡаршылай белә шул ул уның өләсәһе!
Икенсе көндө күмәкләшеп өләсәһенең ишек алдында тәртип-таҙалыҡ булдырырға ҡарар иттеләр. Ҡайҙалыр ҡойманы яңыртырға, ҡайҙалыр юлды ипләргә, нимәнелер бөтөнләй алып ташларға. Бер һүҙ менән әйткәндә, ололарға ла, балаларға ла эш етерлек ине.
Арсен менән Тимурға ҡойма буяу эшен тапшырҙылар.
- Йә, нишләп тораһың? Әйҙә буяй башла! - тип бойорҙо Арсен.
- Был эш беҙҙең икебеҙгә лә ҡушылған, - тип яуапланы Тимур, ағаһына булған асыуын саҡ-саҡ тыйып.
- Шулаймы ни? Ә кем бында олораҡ? Мин инде ҙур кеше. Ә һин минең ҡустым, шулай булғас, һин мине тыңларға тейешһең.
- Бына былай, Арсен, - тине Тимур, ҡоймаға оҙон итеп вертикаль һыҙыҡ һыҙып. - Был яртыһы - минеке, ә быныһы - һинеке. Мин үҙемдең өлөшөмдө буяйым да китәм. Ә һин теләһәң ни эшлә.
- Ярар-ярар, ҡарап ҡарарбыҙ.
Тимур үҙенең өлөшөн йәһәт кенә буяп бөтөрҙө лә китергә уйлағайны, Арсен уның юлына арҡыры төштө.
- Буя, тинем мин һиңә!
- Юҡ!
- Буя! - Арсен аҡырып ебәрҙе.
- Юҡ!
Шул саҡ Арсен асыуланып буяулы кисточкаһын Тимурға ырғытты, ә буяу һауытын көс менән тибеп осорҙо. Уныһы юғарыға осоп китте һәм шап итеп ергә килеп төштө, өләсәһенең алһыу төҫтәге түтәленә, аҡһыл-һары эскәмйәһенә һәм бәләкәй ҡапҡаға алып барыусы һуҡмаҡҡа аҡ буяу түгелеп китте.
- Ни булды? - тауышҡа ололар йүгереп килде.
- Арсен үҙен оло кеше тип һанай һәм шуға күрә ул эшләргә тейеш түгел, ә уның өсөн мин эшләргә тейеш, тип уйлай, - тип аңлатты уларға Тимур. - Ә мин улай тип уйламайым. Һәм мин был тупаҫ кеше менән башҡаса аралашырға теләмәйем. Минең башҡаса ике туған ағайым юҡ! Туғандар үҙҙәрен былай тотмай!
Тимур өйгә инде. Көҙгөгә күҙ һалғас, бите һәм сәстәре аҡ буяуға буялғанын күрҙе. Кейеме тураһында әйтеп тораһы ла юҡ! Малай тәүҙә буяулы таптарҙы һабынлы һыу менән йыуып төшөрөргә маташты, тик был ысул бер файҙа ла бирмәне. Ярҙамға атаһы килде. Ул бөтә бысраҡты махсус шыйыҡса менән ышҡып таҙартты һәм улын душҡа индереп ебәрҙе.
Ә Арсенға ата-әсәһенән бик ҡаты эләкте, өҫтәүенә бөтә нәмәне төҙәтергә ҡушылды. Хәҙер уға ҡойманы ғына түгел, эскәмйә менән түтәлде лә буярға, шулай уҡ буяу түгелгән һуҡмаҡты яңынан көрәк менән ҡаҙып сығып, кире тапап ҡатырырға кәрәк ине.
Душтан таҙарынып сыҡҡан Тимур ишек алдындағы өҫтәл янында рәхәтләнеп өләсәһенең хуш еҫле үлән сәйен һемереп ултыра. Ул Арсендың маңлайына бәреп сыҡҡан тирҙәрен һөртөүен күҙәтә, һәм был күренеш уға оло ләззәт бирә. Буяу эштәрен тамамлағас, ике туған ағаһы һуҡмаҡты яңынан ҡаҙып йомшарта башланы. Тимур бының еңел түгел икәнлеген белә. Һуҡмаҡ ныҡ тапап ҡатырылған, һәм уны яңынан ҡаҙыуы ауыр ғына эш. Һәм быны эшләргә кәрәкмәй ҙә. Тимур уның икенсе ысулын да белә. Тик үҙенең был серен яратмаған ағаһы менән уртаҡлашырға йыйынмай ҙа ул.
- Кем ул миңә? Бер кем дә түгел! - шулай тип үҙ-үҙе менән һөйләшә малай. - Юҡ минең ике туған ағайым!
- Шулай кәрәк уға, эйе бит? - тине уның янына килеп ултырған өләсәһе.
- Эйе!
- Туғандарыбыҙ беҙҙе һәр саҡ ҡыуандырып тормай шул, - тине өләсәһе. Ҡайһы ваҡыт беҙгә уларҙын һәр төрлө иҫәрлектәренә, үпкәләтеүҙәренә түҙергә тура килә. Тик беләһеңме, уларҙың үҙҙәрен нисек тотоуҙары түгел, ә беҙҙең уларға нисек яуап ҡайтарыуыбыҙ мөһим. Кешеләр тупаҫлыҡҡа-тупаҫлыҡ менән яуап бирергә өйрәнгәндәр. Ә бит беҙҙең пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙенең йомшаҡлығы менән айырылып торған. Ул кешеләр өсөн ихлас ҡайғырған, ғәҙел булған һәм күп нәмәне ғәфү иткән. Һәм күпме кеше уның йомшаҡлығы арҡаһында яҡшы яҡҡа үҙгәргән һәм хаҡ юлға баҫҡан. Нисек уйлайһың, Арсен өсөн был хәл һабаҡ булырмы икән?
- Мин уны тағы ла нығыраҡ уҫалланыр, тип уйлайым. Өләсәй, мин һинең нимә әйтергә теләгәнеңде аңланым. Мин уны мыҫҡыл итеп көлөп ултырам, ә уға әлеге ваҡытта ҡыйын, һәм уның асыуы килә. Миңә әле үҙемде былай тоторға ярамай. Рәхмәт, өләсәй!
Тимур сынаяғын өләсәһенә тотторҙо ла мөйөштә торған ике тәпкене алып, Арсенға табан атланы.
- Ҡара әле, көрәк менән ҡаҙыуы һиңә ауыр бит, әйҙә ошолай итәйек, - Тимур тәпке менән үләндәрҙе һәм тупраҡтың өҫкө ҡатламын ҡырырға тотондо. - Былай күпкә еңелерәк. Ә мин һиңә ярҙам итәйем.
Тимур йылмайҙы ла эшкә кереште. Арсен, ни булғанын аңламаһа ла, ҡустыһының кәңәшенә эйәрҙе.
Ысынлап та, былай эшләүе тиҙерәк тә, еңелерәк тә ине. Ә инде ярты сәғәттән малайҙар эштәрен дә тамамлағайны.
- Һин бит миңә, башҡаса һин миңә ағай түгел, тигәйнең, ә үҙең миңә ярҙамға килдең, - тип аптырап өндәште Арсен ҡустыһына. - Ниңә?
- Сөнки Пәйғәмбәребеҙ (салләЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: туғанлыҡ ептәрен өҙөргә ярамай. Һин минең ағайым, оҡшаймы был миңә-юҡмы, минең ағайым бар, тимәк, беҙгә дуҫлашырға өйрәнергә кәрәк.
Әлбиттә, Арсен икенсе кеше булып китмәне. Уның оло кеше булып күренергә тырышыуы эш-ҡылыҡтарында әленән-әле күренеп ҡуя, тик шулай ҙа уның Тимур менән үҙ-ара мөнәсәбәте яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Арсен үҙен контролдә тоторға һәм бойороҡ менән һөйләшмәҫкә, ә Тимур, ағаһы үҙ холҡона баш була алмағанда, быны һиҙмәмешкә һалышырға тырышты.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Мөхәммәт пәйғәмбәр (салләЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: "Кем ризығының киңәйеүен, ғүмеренең оҙонайыуын теләй, туғанлыҡ ептәрен ялғаһын."
Авторы: Лиля Османова. "Күркәм холоҡ тураһында 40 хәҙис " китабынан.
Читайте нас: