Һүҙ юҡ, замандар үҙгәрә, тормош яҡшырған һайын, кешенең талаптары ла арта. Һәр кем үҙ тормошон йәмлерәк, етешерәк итергә тырыша. Тик, “Кавказ тотҡоно” кинокомедияһында әйтелгән тост кеүек, кешенең теләктәре мөмкинлектәренә тап килһен ине. Теләктәрең самаһыҙ ҙур булып, мөмкинлектәрең аҙ булһа, нәфсе яҡшыға алып бармаясаҡ. Берәүҙәр, теләгенә ирешеү өсөн төрлө хилаф эштәр ҡыла, енәйәт юлына баҫыуҙан да тартынмай. Икенселәр үҙенән “шәберәк” йәшәгәндәргә көнләшә, тормошонан йәм тапмай, үҙен эшкинмәгән, бәхетһеҙ кешегә һанап, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.
Ошо күҙлектән ҡарағанда, бөгөнгө Рәсәйҙә үҙен бәхетлегә һанаған кеше һирәктер, тигән уйға киләм. Сөнки тормоштан йәм табып, киләсәккә ышаныслы ҡарап йәшәүселәр аҙ, минеңсә. Иртәгәһе көнгә ышанысың булмаһа, тормоштоң йәме лә юҡ. Шок терапияһының иң болғаҡ, хәтәр йылдары артта ҡалған кеүек булһа ла, Рәсәй үҙе теләп ингән кризис ҡапҡанынан һаман ҡотола алмай. Ил, йәмғиәт тормошонда һаман билдәһеҙлек, тәртипһеҙлек, законһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Был мәхшәрҙең ҡасан бөтөрөн бер Хоҙай ғына беләлер.
Либерал реформаторҙар, совет власы кешене тимер ҡоршауҙа тотто, социалистик хужалыҡ эффектлы түгел, беҙ кешегә тулы ирек бирәбеҙ, баҙар экономикаһы ғына мул тормош килтерәсәк, тип, халыҡ хужалығын да, социаль өлкәләге ҡаҙаныштарҙы ла пыран-заран килтерҙеләр. 25 йыл дауамында үткәрелгән реформаларҙың “һөҙөмтәһе” – емерек завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар, көрсөккә терәлгән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, фән, социаль яҡлау системаһы, бер нисә мең доллар миллиардеры һәм миллионеры, 22 млн үтә ярлы, тағы шул тиклем урта ярлы һ.б. ошондай “ҡаҙаныштар”. Тәбиғәттең бысраныуы, ярлыланыуы, ауыл-ҡалаларҙың цивилизация ҡалдыҡтарына күмелеүе, сауҙалағы аҙыҡ-түлектең, дарыуҙарҙың файҙалыһынан файҙаһыҙы, хатта зарарлы булыуы, кешенең һаулығы насарланыуы һәм башҡа шундай хәүефле күренештәр – капитализм “ожмах”ының икенсе яҡ йөҙө. Халыҡтың йәшәү сифаты (килем күләме, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау кеүек күрһәткестәр) буйынса Рәсәй донъяның иң артта ҡалған илдәре рәтенә барып төшкән. Ғәжәп итерлек бит. Либералдар ҡәһәрләгән совет власы Бөйөк Ватан һуғышында ҡот осорлоҡ юғалтыуҙар кисергән илде 25 йылда иҡтисады буйынса донъяла АҠШ-тан ҡала – икенсе, фән, мәғрифәт, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау буйынса беренсе урынға сығарҙы. Маҡтаулы Америка, Европа илдәре (Азия, Африка тураһында әйтеп тораһы ла түгел) социализмдың ябай халыҡты яҡлауға йүнәлтелгән яҡтарын үҙҙәренә өлгө итеп алғайны. Беҙҙең “аҡыллы баш” реформаторҙар, илде баҙар иҡтисадына күсерәбеҙ, тип шул ҡаҙаныштарҙы юҡҡа сығарҙы. Улар урынына ҡырағай капитализм тәртиптәрен индерҙе. Ҡаш төҙәтәм, тип күҙ сығарҙылармы, әллә ЦРУ күрһәтмәһе буйынса аңлы рәүештә илде көрсөккә төшөрҙөләрме – әлегә аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын.
Беҙҙең ауылда йәшәгән һуғыш ветераны Ильясов Хәбибҡолой олатайҙың: “Башҡорт урыҫ була алмай, урыҫ нимес була алмай”, – тигән һүҙе хәтерҙә ҡалған. “Була алмай” тигәнен оҡшатырға тырыша тип тә, ҡулынан килмәй, булдыра алмай, тип тә, кешесә ҡыланырға ярамай, үҙеңсә йәшәргә кәрәк, тип тә аңларға була. Балалыҡ менән төпсөшөп һоралмаған. Нимә әйтергә теләгәнен бөгөн дә төшөнөп етмәйем. Әммә Хәбибҡолой ҡарттың әйткән һүҙенә бәйле үҙем шаһит булған бер ваҡиғаны һөйләп китеүҙе урынлы булыр, тип уйлайым.
1982 йылда Мәскәүҙә РОНО мөдирҙәренең квалификацияһын күтәреү курстарында булғайным. Беҙгә лекция уҡыған бер профессор ҡатын: “Яңыраҡ Англияла булып ҡайттым. Вот красиво “гниют” эти проклятые капиталисты. Супермаркеттарында нимә генә юҡ. 40-лап сорт колбаса, 20-25 сорт ит, һөт ризығы һ.б., һ.б. Теләгәнеңде һайлап ал. Промышленность тауарҙары һатылған гипермаркетҡа инһәң…” – тип ауыҙ һыуын ағыҙып һөйләй башлағайны, залдан берәү тороп, һүҙен бүлдерҙе. “Һеҙ туйып һикерәһегеҙ. Мәскәүҙә лә бөтә нәмә бар. Бөтә Союз һеҙҙең өсөн эшләй. Урындарҙа балаға колготки ҙа табып булмай”, – тигәйне, зал геү итеп шаулаша башланы. Профессор ҡыҙарынып-бүртенеп, лекцияһын һөйләп тә бөтмәй, сығып китте. Ошо ваҡиғанан һуң 10 йыл да үтмәй, капитализмдың тышҡы ялтырауыҡтарына ҡыҙыҡҡан, “нимес булырға” хыялланған доценттар, профессорҙар, Горбачевтың йомшаҡлығынан файҙаланып, донъяның аҫтын-өҫкә килтерҙе бит инде. Һүҙ юҡ, дефицит халыҡтың йәнен ныҡ көйҙөрә ине. Әммә шул ваҡытта: “Дефицитты бөтөрәбеҙ. Тик, Союзды тарҡатырға, халыҡтың күпселеген бөлгөнлөккә төшөрөргә, социаль гарантияларҙы, бушлай уҡыуҙы, дауаланыуҙы, ял итеүҙе, фатир биреүҙе ныҡ ҡыҫырға, хаҡтарҙы, түләүҙәрҙе арттырырға, завод-фабрикаларҙы, колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп, кешене эшһеҙ ҡалдырырға тура киләсәк”, – тиһәләр, халыҡ күтәрелеп сығыр ине. Г. Явлинскийҙың 500 көндән баҙар иҡтисады эшләй башлаясаҡ, барыһы ла буласаҡ, тигән вәғәҙәһенә ышанып, тишек кәмәгә ултырҙы. Урыҫ халҡының, булғандың ҡәҙерен белмәйбеҙ, юғалтҡас, илайбыҙ, тигән мәҡәле дөрөҫкә сыҡты.
Ил йәмәғәтселегенең өҫкө ҡатламы ла 25 йыл реформа артынан реформа үткәреүҙән фәтүә сыҡмағанын һуңғы йылдарҙа аңлай башланы, шикелле. Сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, депутаттар социализм ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарыуҙың хата, совет власының кире яҡтарынан ыңғай яҡтары күберәк булғанын таный, илдең етештереү көстәрен тергеҙеү аша иҡтисадты күтәреү, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу кәрәклеге тураһында тауыш күтәрә, министрҙар кабинетын тәнҡитләй. Сәхнәлә алдан яҙылған йырға ауыҙ асып һикерәңләп йөрөп, миллиондарса һумлыҡ байлыҡ туплаған эстрада йондоҙҙары ла, “Мое советское прошлое” тигән тапшырыуға йыйылып, үткән тормошон һағынып һөйләй. Баҡһаң, коммуналкаларҙың да, ололар домино, шахмат уйнаған, балалар гөр килеп торған йорт алды майҙансыҡтарының да, пионер, комсомол тормошоноң да, хатта дефицит тауарға сират тороуҙың да үҙенсә яҡшы яҡтары булған икән. Социализмдың донъяла өлгө булырлыҡ ҡаҙаныштары тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа совет символикаһының йәштәр араһында модаға инеүе, телеэкрандарҙа йыш ҡына үткән быуаттың 70-80-се йылдарындағы популяр йырҙар яңғырауы осраҡлы хәл түгел. Тимәк, либералдар совет власын яманлаһа ла, халыҡ күңелендә уның яҡты иҫтәлектәре һаҡлана.
АҠШ һәм уның союздаштары Рәсәйҙе санкциялар ҡыҫымына алғас, илебеҙҙең ни тиклем мөшкөл хәлгә төшкәне тағы ла асығыраҡ күренде. Илаһаң – ила, көлһәң – көл: ауыл хужалығына кәрәк орлоҡтоң 90 проценттан күберәген ситтән килтерәләр икән. Үҙебеҙҙең селекция, тәжрибә хужалыҡтары юҡҡа сығып бөткән. Дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары, башҡа төр продукция етештереүҙә лә шул уҡ хәл. Юғары технологиялы продукция тураһында әйтәһе лә түгел. Рәсәйҙең үҙаллылығын сикләү, аяҡ-ҡулын бәйләү өсөн төптән уйлап башҡарылған эш был. Башҡаса аңлатып булмай.
Шөкөр, был көрсөктән сығыу өсөн, ниһайәт, конкрет аҙымдар эшләнә башланғандай тойола һуңғы осорҙа. Миллиардерҙарҙың ил байлығын, бюджет аҡсаһын урлап, халыҡты алдап, сит илдәргә сығарған капиталын ҡайтарыу, сәнәғәт предприятиеларын төҙөү, ауыл хужалығында кооперативтар ойоштороу, һаулыҡ һаҡлау системаһын яҡшыртыу һәм башҡа йүнәлештәрҙә һүҙҙән эшкә күсергә ынтылыш төҫмөрләнгән кеүек. Коррупцияға ҡаршы көрәш тә элеккесә күҙ буяу өсөн түгел, ә системалы, ҡәтғи төҫ алғанға оҡшай. Улюкаевты, бер нисә губернаторҙы оҙайлы срокка төрмәгә ябыу, Дағстандағы хәлдәр, МВД, ФСБ, суд, прокуратура органдарында эшләгән коррупционерҙарға енәйәт эше ҡуҙғатыу ошо турала һөйләй. Бәлки, был эш В.В. Путиндың һайлау кампанияһылыр. Шулай булған хәлдә лә зыян юҡ. Эш башланған икән, дауам итәсәк, иртәме, һуңмы, илдең боғаҙынан алған олигархтарға, коррупционерҙарға хөрриәт бөтөр, тигән өмөт уята.
Тик, булғанды емереү тиҙ булһа ла, киренән тергеҙеүе еңел булмаҫ. Заманса сәнәғәт предприятиеларын төҙөргә теләүсе инвесторҙар табыуы үҙе ауыр мәсьәлә. Йыл һайын инвестицион форум үткәргән булалар, тик файҙаһы күренмәй. Предприятиелар төҙөлгән йә киңәйтелгән хәлдә лә, унда эшләргә белгестәр, эшселәр етешмәүе асыҡланды. Инженерҙар, технологтар, операторҙар, токарҙар, слесарҙар бик кәрәк. Ауыл хужалығында ла эшсе ҡул етешмәүе бәкәлгә һуға. Булғандары ҡартайған йә таралып бөткән, йәштәр ҡара эштән ҡаса. Хәҙерге быуын көн-төн “рәхәт йәшә, тормоштан бөгөн, хәҙер ләззәт ал!” тигән рекламаны тыңлап, телевидениела “крутойҙар”ҙың нисек йәшәгәнен күреп үҫте. Уларҙы профессия ҡыҙыҡһындырмай, еңел табыш килтерә торған урын ҡыҙыҡһындыра. Хатта табип, уҡытыусы булырға теләүселәр ҙә һирәк. Медицина, педагогия уҡыу йорттарына ғәҙәттә “престижный” вузға инә алмағандар бара. Уларҙан ниндәй табип, ниндәй уҡытыусы сығырын күҙаллауы ҡыйын түгел. Эштең мөшкөл икәнен күргәс, мәктәптәрҙә профориентация, предприятиеларҙа эшсе кадрҙар әҙерләү, наставничество, хеҙмәт династиялары булдырыу кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр, эшсе профессияһы буйынса конкурстар үткәрә башланылар. Һуңғы ике-өс йылда һәләтле йәштәр араһынан етәксе кадрҙар үҫтереү буйынса ла дәүләт кимәлендә эш алып барыла. Йәштәрҙе файҙалы, ҡыҙыҡлы эшкә йәлеп итеү, боҙоҡлоҡтан ҡурсалау өсөн балалар ойошмаларын тергеҙеп маташалар, волонтерҙар хәрәкәтен йәйелдерергә тырышалар. Былар бөтәһе лә совет осоронда бар ине, эшләй ине бит. Тағы, тағы: “Кемгә, нимәгә емерергә кәрәк булған?” – тигән һорау тыуа. Ғәләмәт донъя! Әлбиттә, ҡасан да булһа бындай һорауҙарға яуап табылыр, тик ғәйеплеләр генә язаһыҙ ҡалыр. Шуныһы үкенес…