Һауыт-һаба йыуа торған сараларҙың һәр төрлөһөн ҡулланып та, "микроволновка"ғыҙҙы таҙарта алмаһағыҙ, ошолай итеп ҡарағыҙ:
Микротулҡынлы мейескә ҡуйырлыҡ һауытта стакан ярым ҡайнар һыу ҡойоп, унда бер десерт ҡалағы аш содаһы һәм шул тиклем үк аш һеркәһе (9%) һалығыҙ. Һауытты мейескә ҡуйып, иң ҡеүәтле режимды көйләп, 15-20 минутҡа ҡалдырығыҙ. Мейес туҡтағас та ашыҡмағыҙ, бер 10 минуттай асмай тороғоҙ. Унан инде мейестең эсен сепрәк менән һөртөп алырға ғына ҡала.