Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Март 2020, 15:00

ҮҘЕ ТАТЛЫ, ҮҘЕ БАЛЛЫ...

"Һәр кем сәк-сәкте үҙенсә бешерә, әлбиттә. Әммә минеке лә инде тәмле, инде йәтеш кенә килеп сыға, бешереүе лә анһат ҡына, үҙе ауыҙҙа иреп кенә тора", - ти Гүзәл апай Итбаева. Бығаса уңған хужабикә төркөмдәштәрҙе самса бешерергә өйрәткәйне инде.Әйҙәгеҙ, сәк-сәгенән дә ауыҙ итәйек!

"Һәр кем сәк-сәкте үҙенсә бешерә, әлбиттә. Әммә минеке лә инде тәмле, инде йәтеш кенә килеп сыға, бешереүе лә анһат ҡына, үҙе ауыҙҙа иреп кенә тора", - ти Гүзәл апай Итбаева. Бығаса уңған хужабикә төркөмдәштәрҙе самса бешерергә өйрәткәйне инде. Әйҙәгеҙ, сәк-сәгенән дә ауыҙ итәйек!

"Күптән сәк-сәк рецептын ҡуйғым килә ине. Һәр кем үҙенсә бешерә, әлбиттә. Әммә минеке лә инде тәмле, инде йәтеш кенә килеп сыға, бешереүе лә анһат ҡына, үҙе ауыҙҙа иреп кенә тора. Ғәҙәттә 8-12 йомортҡанан эшләйем. Йылытып та тормайым, һыуытҡыстан алам да рәхәтләндереп блендер менән "дырылдатам". Семтем генә тоҙ (ул ҡамырҙы тотанаҡлы итә), уксуста аш содаһы (шулай уҡ семтем генә) һүндереп ҡушам. Масса күпереп, әҙерәк йылынып киткәс, он ҡушып уртаса йомшаҡлыҡта ҡамыр баҫам. Әҙгә генә ҡамырҙы "өлгөртөргә" һалып торабыҙ ҙа, уртаса ҡалынлыҡтағы 6-8 йәймә йәйәбеҙ. 15-20 минуттан киленем менән сөкөрләшә-сөкөрләшә саҡ ҡына кипкән йәймәләрҙе туҡмаслап киҫәбеҙ. Ныҡ ҡыҙған көнбағыш майында бешерәм, бер ҙә генә лә ярылмай матур бешә. Ҡырҡылған сәк-сәкте ҙур ғына тишекле сүмескә һалып, шунан ҡыҙған майлы кәстрүлгә төшөрәм, шуға ла тигеҙ булып бешә. Хәҙер инде матур итеп баллап-шәкәрләп ҡатырырға ғына ҡала. Төрлөләп биҙәгәнем юҡ, ошолай ғына хатта оҡшай үҙемә.
Сәк-сәк менән сәйҙәр тәмле булһын!"
Читайте нас: