Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Март 2020, 16:00

КҮҢЕЛДӘРҘЕ ЙЫЛЫТЫР ОСРАШЫУҘАР

Замана алға барып, аралашыу өсөн мөмкинлектәр киңәйгән һайын, яҡындар, дуҫтар менән йәнле осрашыуҙар һирәгәйеүе күҙәтелә. Шуға ла ҡул бирешеп, ҡосаҡлашып күрешеүҙәр, күҙгә күҙ ҡарап һөйләшеү уғата ҡәҙерле һәм танһыҡ. Баш ҡалабыҙҙың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһының 20 йыллыҡ юбилей сараһында булған һәр кем ошоға инанғандыр.

Өфө ҡалаһында йәшәгән ейәнсуралар яҡташтар ойошмаһының 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Замана алға барып, аралашыу өсөн мөмкинлектәр киңәйгән һайын, яҡындар, дуҫтар менән йәнле осрашыуҙар һирәгәйеүе күҙәтелә. Шуға ла ҡул бирешеп, ҡосаҡлашып күрешеүҙәр, күҙгә күҙ ҡарап һөйләшеү уғата ҡәҙерле һәм танһыҡ. Баш ҡалабыҙҙың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһының 20 йыллыҡ юбилей сараһында булған һәр кем ошоға инанғандыр.
Тыуған яғын һағынып, осрашыуға ашҡынып килгән Өфө ейәнсураларын күркәм күргәҙмә ҡаршы алды. Район ҡулланыусылар йәмғиәте үҙҙерендә бешерелгән төрлө ҡамыр аҙыҡтары ғына түгел, “Раздолье” ауыл хужалығы кооперативында етештерелгән һәр төрлө колбасалар (уларҙы тәмләп ҡарау ҙа мөмкин булды), ыҫланған тауыҡ һәм балыҡтар тәҡдим итте. Күргәҙмә эшләй башлауҙың тәүге ярты сәғәтендә үк райпоның ләүештәре “осоп” бөтһә, күргәҙмә тамамланыуға барлыҡ продукциялар ҙа тиерлек һатылды.
Район мәҙәниәт йорто тәҡдим иткән дебет шәлдәр күргәҙмәһе янында ла халыҡ күп булды. Кемдер шәлдәрҙең йомшаҡлығына, йә биҙәктәренә һоҡланды, ҡайһылары дебет ойоҡбаш-бейәләйҙәр менән ҡыҙыҡһынды. “Тыуған яҡ еҫе” тип шәлде битенә терәп, һағышланғандар ҙа булды...
Кемдәрҙеңдер күңелендә бала саҡ тәме булып һаҡланған ҡайын туҙынан ҡайнатылған ҡара һағыҙ оҫтаһы Ләлә Хәмитованың да, кейеҙҙән төрлө картина-паннолар, өҫ, баш, хатта аяҡ кейеме эшләгән Гөлфиә Вәлитованың күргәҙмәһенән дә кеше өҙөлмәне.
“Ейәнсура таңдары” гәзитенең төрлө һандары таратылды. Интернет ҡулланыусыларға “Бикбайман” проекты яҡшы таныш. Сығышы менән Ейәнсуранан булған рәссам Арыҫлан Бикбаев, кәләше Айгөл һәм атаһы Руслан Хәйерзаман улы менән милли орнаменттар,биҙәктәр ҡулланып төрлө магниттар, асылмалар, значоктар, брелоктар һ.б. эшләй. Күргәҙмәгә килеүселәр уларҙың киң ассортименты менән таныша алды.
Дәүләкән районынан килгән эшҡыуар Мөьминовтар хәләл продукция тәҡдим итте. Дәүләкәндәрҙең яҡташтар осрашыуына ниндәй ҡыҫылышы бар тиһегеҙме? Баҡтиһәң, ғаилә башлығы Урал – Иншар Солтанбаевтың ейәне булып сыҡты ла баһа!
– Ырыуың кем? – алып барыусы Йәмил Ишмөхәмәтовтың зал менән аша шундай диалогы менән башланды сараның икенсе өлөшө. Әйткәндәй, залда “алма төшөрлөк тә” урын булманы тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Урын етмәгәндәр – өҫтәп индерелгән ултырғыстарҙан, ултырғыс етмәгәндәр аяҡ өҫтө стена ҡырлап урын алды.
“Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһын оҙаҡ йылдар етәкләгән Салауат Итбаев ике тиҫтә йылдар араһында башҡарылған төрлө әһәмитле эштәргә туҡталып, ойошманың башында торған шәхестәребеҙ Рәил Сәлих улы Сарбаев,Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов, Эрик Ғәфүр улы Мусин, Валерий Ҡәйүм улы Итбаев, Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллин һәм Алмас Ғайса улы Аҡмановтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бөгөнгө етәксе Азат Азамат улы Аҡманов иһә ойошманың бөгөнгөһө, башҡарылған һәм киләсәктә эшләргә ниәтләнгән эштәргә туҡталды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың сәләмен һәм ҡотлау һүҙҙәрен президиум ағзаһы, медицина фәндәре докторы, профессор һәм Ейәнсура килене Сәлиә Мырҙабаева еткерҙе. Ул ойошманың әүҙем ағзалары Юлай Вәли улы Солтанбаев, Рәхим Дәүләт улы Мәһәҙиев,Салауат Мостафа улы Итбаев, Рәшит улы Әлмөхәмәтов, Фуат Әхәт улы Байсурин һәм Йәмил улы Ишмөхәмәтовтарҙы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Өфөләге яҡташтарҙы район Советы секретары Марат Мөхәмәтов райондаштар һәм район хакимиәте башлығы исеменән сәләмләне. Район тормошона, халыҡтың йәшәйешенә күҙ йүгертеп, ирешелгән уңыштар һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
– Райондың 90 йыллығы яҡташтарҙы бергә туплай, быуындар бәйләнешен нығыта торған торған мөһим сара, – тине Марат Рафиҡ улы сығышында һәм өфөләрҙе был йәһәттән сараларҙа әүҙем булырға саҡырҙы. Хатта бөгөнгө осрашыуҙы ла октябрҙә билдәләнәсәк юбилей уңайынан үтәсәк саралар теҙмәһенә старт биреү тип билдәләне. Сығышы һуңында Марат Рафиҡ улы “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһының әүҙем ағзалары Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаеваға, Алмас Ғайса улы Аҡмановҡа, Йәмил Шамил улы Ишмөхәмәтовҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм ҡул сәғәттәре тапшырҙы.
Республикала исемдәре яҡшы таныш яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова менән Артур Ҡунаҡбаев, Хәмит Теләмов, Заһир һәм Рәүеф Иҫәнсуриндар, Илсур Тайсин, Алина Дәүләтханова, Дәмин Ҡыуатов менән Тимур Юлдашбаевтың “Үрмәксе” төркөмө, Артур Ғайсаров етәкселегендәге сәнғәт колледжы һәм академияһы студенттарының милли музыка ҡоралдары ансамбленең сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ә район “күстәнәс”е – мәҙәниәт йортоноң “Яҙ гөлдәре” квартеты менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлетовтың танһыҡ йырҙарын айырыуса йылы ҡабул иттеләр. Арҙаҡлы әҙиптәребеҙ Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Марат Кәримов менән Хәсән Назарҙың, әҙибәбеҙ Мәрйәм Бураҡаеваның сәхнәгә күтәрелеп, ихлас теләктәрен үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары аша еткереүе бик мәртәбәле булды. Сара һуңында әле генә “табанан төшкән” “Үҫәргән ырыуы тарихы” китабы таратылды.

Фекерҙәр:

Салауат Мостафа улы Итбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ ярҙамында 1999 йылдың октябрендә барлыҡҡа килгән “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы республикала иң тәүгеһе булды. Маҡсатыбыҙ Өфөгә килгән яҡташтар ҡомға һеңгән һыу кеүек таралмаһын өсөн, бында уҡыған, йәшәгән, эшләгән яҡташтарҙы бер ҡорға йыйыу булды. Ә халыҡты нимә берләштерә? Әлбиттә, аралашыу. Шуға ла төрлө саралар ойоштороп, йәш быуынды шәхестәребеҙ, дәүләт эшмәкәрҙәре менән таныштырҙыҡ, юбилей, ижад кисәләре үткәрҙек. Мин тәүге өс йылда рәйес урынбаҫары булып эшләнем, ҡалған йылдарҙа ойошманы етәкләргә тура килде. Инде етәкселекте йәштәр ҡулына тапшырҙыҡ. Киләсәктә лә тупланған тәжрибәбеҙҙе ҡулланып, яҡташтар мәнфәғәтендә бергә эшләрбеҙ.
Азат Азамат улы Аҡманов, Өфөләге "Ейәнсура" яҡташтар ойошмаһы рәйесе:
– Өфөлә ейәнсуралар бик күп йәшәй һәм улар районға бер ваҡытта ҡайтып, осрашып, күрешә алмай. Беҙ ошондай сараларҙа яҡташтарҙы осраштырырға, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы маҡсат итеп, ойошторабыҙ. Мәҫәлән, бөгөн ике абзый бер ҡалала йәшәп, 15 йылдан һуң тәүгә күрештек, тине. Шуның өсөн дә бындай осрашыуҙар бик мөһим. Бөгөнгө сараға килгәндә, халыҡ йыйылды, зал шығырым тулы булды һәм ул юғары кимәлдә үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бөтәһе лә тиерлек килде. Беҙ, ойоштороусы булараҡ, был йәһәттән бик ҡәнәғәт.
Зәкир Зәбихулла улы Әбүбәкиров, юридик фәндәр кандидаты, доцент:
– Мин СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы бойороғо менән1997 йылдың 1 ғинуарында Өфө юридик институтының начальнигы урынбаҫары итеп күсерелдем. Бына 23 йыл ошонда йәшәйем. Килгәс тә, әлбиттә, эш менән шөғөлләндем. Торараҡ, тыуған яҡ һағындырыуымы, яҡташтар менән аралашыу етмәй башланы. Беҙ, осрашып, күрешкәндә бер урынға тупланырға ҡарар итеп, ойоштороу эштәрен башланыҡ. Беҙ күп булдыҡ, әммә иң әүҙемдәре, ойоштороу менә ихлас күңелдән шөғөлләнгәндәре, моғайын, Рәшит Әлмөхәмәтов менән Салауат Итбаев булғандыр. Рәхим Мәһәҙиев, Ҡырмыҫҡалы районының элекке башлығы мәрхүм Юрий Садиҡов матди яҡтан ныҡ ярҙам иткәйнеләр. Ә бөгөнгө – яңы, йәш рәйес ойошторған икенсе сараны яҡташтар осрашыуы тип кенә атау дөрөҫ тә булмаҫ һымаҡ. Ихлас күңелдән үткән, ысын туғандар осрашыуы булды ул.
Хәсән Назар, Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Мин “Бәйләнештә” селтәрендә “Ейәнсура таңдары” төркөмөнә ҡушылғанмын. Яңылыҡтарҙы, яҡташтарҙың фотоһүрәттәен һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып ҡарап барам. Ғөмүмән, мин районымды, үҙемдең тыуған ауылым Таулыҡайҙы ­– барыһын да һағынып йәшәйем. Хәҙер инде байтаҡ ғүмер үтелгән, олоғайтылды. Барыһы ла – һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә тигәндәй, яҡташтарым менән уртаҡ булды. Ғөмүмән, минең тыуған яғыма, яҡташтарыма булған һөйөү үҙемдә лә, һүҙемдә лә, ижадымда ла йәшәй һәм йәшәйәсәк. “Ейәнсура таңдары” гәзитен яҡташтарым яратып уҡыйҙыр тип уйлайым. Уның элеккесә дубляж булып түгел, ә башҡортса сығыуы бик ҡыуаныслы. Минең иң тәүге шиғырым да, 4-се класта уҡығанда район гәзитендә баҫылғайны. Шуға күрә әҙәбиәт юлына, ғөмүмән, тормош юлына үҙебеҙҙең район гәзите аша аяҡ баҫтым тип әйтә алам.
Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Был “Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы Өфө ҡалаһында йәшәгән райондаштар өсөн берҙән-бер ойошма һәм шуныһы менән ҡәҙерле лә ул. Уға 20 йыл булып китеүенә хайран ҡалып ултырам – бергә аралашып, ҡайнап йәшәп, ғүмер үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Һәр кемдең күңелендә һаҡланған иң йылы хәтирәләр ҙә тыуған ерҙәре менән бәйле, шуға беҙ яҡташтар менән йыйылыуҙан дәрт-дарман алабыҙ. Бөгөн 20 йыллыҡ ойошмаға башланғыс күпкә алдараҡ һалынды тиергә лә бул. Сөнки беҙ, ул осорҙа Өфөлә шул тиклем күп инек һәм 1985 йылдан алып Ейәнсура студенттары осрашыуын ойоштора башланыҡ. Төрлө уҡыу йортонда белем алған йәштәр кафела осрашып, йырлап-бейеп күңел аса, ә иң мөһиме – районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәр менән танышып, аралаша инек. Шуға ла беҙ шәхестәребеҙҙе яҡшы белдек. Бигерәк тә ВУЗ-дарҙа уҡытып йөрөгән ағай-апайҙар беҙҙең янда булды, аҡыллы кәңәштәрен, теләктәрен әйтә ине. Әле Ирек Ғәфүр улы Мусин менән һөйләшеп ултырабыҙ ҙа, һәр ҡайһыбыҙҙың, ниндәй генә һөнәр эйәһе, ниндәй генә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, маҡсаты – бер, яҡташтарҙы туплау булған. Әлбиттә, мин яҡташтарымдың шулай 20 йыл бергә булғаны өсөн ҡыуанам. Сөнки ойоштороусылар, яҡташтар ошонда килеп, аралашып, ниндәйҙер илһам, фекер алып ҡайтһа, маҡсатына ирешә.
Радик Йомабай улы Аблаев, 77 йәш:
– Мин Үрген ауылында тыуып үҫһәм дә, тыуған яғыма йыш ҡайтып булмай. Өс йылға бер ҡайтып әйләнәм. Бына әле ҡулыма “Ейәнсура таңдары” гәзите килеп эләкте, рәхәтләнеп уҡып алдым. Етмәһә унда ауылдашым Юлай Солтанбаевтың уҡытыусыбыҙ Әхмәтбай ағай Абдуллин тураһында мәҡәләһе урын алған. Инде яҙылырға кәрәк тигән теләктәмен. Әлбиттә, тыуған яҡ һағындыра. Шуға ла бындай осрашыуҙарға ашҡынып киләбеҙ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, күңел йылыһы, көс-дәрт алып ҡайтабыҙ.
Читайте нас: