Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Март 2020, 20:00

Ғәләмәт донъя. Аҙағы.

Һүҙемде һуңғы 20-25 йылда тормошобоҙға килеп ингән ыңғай үҙгәрештәрҙән башлаһам да, ирекһеҙҙән ғүмерҙә күрмәгән муллыҡ, техника ғәләмәттәре артына боҫоп, кешенең һаулығына, рухи донъяһына ҡурҡыныс тыуҙырған хәлдәргә күсеп кителгән. Ысынлап та, хәүефләнерлек урын күп. Бик күп. Һанап та, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Шулай булһа ла, киләсәккә өмөт менән ҡарарлыҡ сәбәптәр ҙә юҡ түгел. Ил етәкселеге реформалар үткәреүҙә ебәрелгән хаталарҙы таный башлағандай тойола. Властағы кешегә иң ҡыйыны – үҙ хатаңды таныу.

Һүҙемде һуңғы 20-25 йылда тормошобоҙға килеп ингән ыңғай үҙгәрештәрҙән башлаһам да, ирекһеҙҙән ғүмерҙә күрмәгән муллыҡ, техника ғәләмәттәре артына боҫоп, кешенең һаулығына, рухи донъяһына ҡурҡыныс тыуҙырған хәлдәргә күсеп кителгән. Ысынлап та, хәүефләнерлек урын күп. Бик күп. Һанап та, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Шулай булһа ла, киләсәккә өмөт менән ҡарарлыҡ сәбәптәр ҙә юҡ түгел. Ил етәкселеге реформалар үткәреүҙә ебәрелгән хаталарҙы таный башлағандай тойола. Властағы кешегә иң ҡыйыны – үҙ хатаңды таныу. Таныһаң, икенең бере: йә эштән китәһең, йә хаталарҙы төҙәтәһең. Хаталарҙы танымай, урыныңа йәбешеп ятһаң, эш харап. Минеңсә, СССР-ҙың һуңғы генсектары ошо хәҡиҡәткә тоғро булһа, илебеҙ сирек быуатҡа һуҙылған кризис һаҙлығына батмаҫ ине. Коммунистик идеалдар – тормошҡа ашмаҫ буш хыял, тигән фекер менән килешмәйем. Рәсәйҙә, башҡа илдәрҙә социализмдың еңелеүе – ваҡытлы хәл, тип иҫәпләйем. Бөгөн К. Маркс, В.И. Ленин почетта булмаһа ла, беҙҙең илдең генә түгел, Европаның күп политологтары, ғалимдары кешелектең киләсәге – коммунизм, тип раҫлай. Сөнки капитализм – байлыҡ артынан ҡыуып, тәбиғәтте ҡоротоусы, кешене аҙҙырыусы, әхлаҡ нормаларын тапаусы, дәүләттәрҙе һуғыштырыусы ҡоролош. Уның күпләп яңынан-яңы тауарҙар етештереүе, килемен арттырыу маҡсатында уларҙың сифатын төшөрөүе, маҙаға тейгән реклама аша алдаштырып, ҡурҡытып, көсләп һатыуы халыҡты әйбер ҡолона әйләндерә, рухын ярлыландыра. Ә ни тиклем әйбер, моданан сыҡты, тип сүплеккә оса! Һөҙөмтәлә капитализмдың бөтә сәнәғәт ҡеүәте сүплеккә эшләй булып сыға.
Йәшәү өсөн бөтә ҡулайлыҡтар булдырыу, тәү ҡарашҡа, яҡшы кеүек. Әҙәм балаһы мәмерйә заманынан тормошон еңеләйтеү өсөн көрәшкәнлектән, ошо хөрриәт көнгә килеп еткән. Тик һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Саманан ашһа, яҡшы ла яманға әйләнә. Араҡының араҡыһы, самаһын белеп эсһәң – дарыу, белмәһәң – ағыу. Төрлө техника, ҡулайламалар уйлап сығарып, кеше үҙен эшһеҙ итә. Ә тәбиғәт әҙәм балаһын, бөтә башҡа тереклек кеүек, туҡтауһыҙ хәрәкәттә булһын, тип яратҡан. Аҙыҡ эҙләһен, үҫһен, парын тапһын, тоҡомон ҡалдырһын, тип. Тереклектең йәшәү мәғәнәһе, асылда, йәшәү өсөн көрәштә һәм тоҡом ҡалдырыуҙа бит инде. Шулай булмаһа, Ер йөҙөндә тереклек юҡҡа сығыр ине. Был – бөйөк инглиз ғалимы Ч. Дарвин асҡан тәбиғәт законы. Тимәк, кешелек, бөтә эшен техникаға ауҙарып, йәшәү өсөн көрәштән туҡтай. Ғаилә, бала тәрбиәләү мәшәҡәтенән ҡасып, тоҡомон ҡалдырмай. Тәбиғәт законын танымай, йәшәүҙән рәхәтлек кенә эҙләү кешелекте юҡҡа сығарырға ла мөмкин бит. Тыуымдың кәмеүе, бығаса билдәле булмаған яңынан-яңы ауырыуҙар сығып тороуы, бөтөн донъяны юҡ итерлек һуғыш сығыу хәүефлеге, Ер шарының төрлө төбәктәрендә әленән-әле ҡот осҡос дауыл-ғәрәсәттәр булып тороуы, климат үҙгәреүе – барыһы ла кешелекте алда көткән һәләкәт тураһында иҫкәртеү түгелме? Бик мөмкин.
Кеше үҙе лә “ожмах тормошо”нан туя башланы, шикелле. Ысынлап та, ҡыл да ҡыбырҙатмай, янмай, көймәй, балаларың, яҡындарың тураһында хәстәрлек күрмәй, үҙең генә рәхәтлектә йәшәүҙең дә йәме китәлер. Капитализм кешене ошондай ябай, әммә йәшәү көсө биргән рухи аҙыҡтан мәхрүм итә. Уның урынына (һаман да табыш алыу өсөн!) төрлө күңел асыу саралары тәҡдим итә. Нервы ҡытыҡлай торған аттракциондар, кинофильмдар, ҡомарлы уйындар, үлемесле ҡул һуғыштары, спорт ярыштары, йәштәрҙе илертә торҙан музыка, мәғәнәһеҙ йырҙар, бер яҡтан, табыш килтерһә, икенсе яҡтан, кешенең аңын томалай, капитализм тәртиптәренә ризаһыҙлыҡ тыуыуҙан һаҡлай.
Йәшәү мәғәнәһен юғалтыу кешенең үҙен дә ныҡ үҙгәртә. Күңел бушлығынан ҡасып, башҡалар ҡыланмағанды ҡыланғыһы, кеше аптыратырлыҡ эш ҡылғыһы килә башлай. Шунан “кайф” табырға өмөт итә. Башынан алып аяҡ осона тиклем бөтә тәнен буяй, бер ерен ҙурайта, икенсе ерен оҙонайта, өсөнсө ерен ҡырҡтыра, енесен алмаштыра, ир менән ир, ҡатын менән ҡатын парлаша, тағы әллә нәмәләр ҡылана. Бынан да йәм тапмаһа, наркотиктарға ултыра, енси аҙғынлыҡҡа бирелә, тормошо өсөн хәүефле башҡа шөғөлдәр менән мауыға. Урамға сығып йә мәктәпкә барып, тиктомалға кеше атып үлтереү, үҙеңә ҡул һалыу йәшәү йәмен юғалтыуҙан килеп сығалыр, тип уйлайым. Ундайҙарға кеше ғүмере лә, үҙенеке лә йәл түгел.
Әйткәндәрем капиталистик илдәрҙә бөтә халыҡ шулай йәшәй, тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Әммә кеше тәбиғәтенә ят күренештәрҙең донъяның иң бай иле АҠШ-та барлыҡҡа килеп, йылдан-йыл тарала барыуы, Европаҙа күсеүе, Рәсәйгә лә үтеп инә башлауы осраҡлы хәл түгелдер. Уйлап ҡараһаң, Американан беҙгә картуф менән помидорҙан башҡа йүнле әйбер килмәгән кеүек. Тәмәке, колорадо ҡуңғыҙы, амброзия, америка сағаны, СПИД, наркомания, ҡомарлы компьютер уйындары, фильм-боевиктар, казинолар, ғаилә, әсәлек ҡиммәттәренең бәҫе төшөүе океан артынан килгән “бүләк” түгелме ни?! Минеңсә, шулай.
Баҙар иҡтисады халҡыбыҙ тормошона бығаса күрелмәгән башҡа үҙгәрештәр ҙә алып килде. Йәмғиәт бик аҙ ғына һанлы серегән байҙарға һәм күпселекте тәшкил иткән ярлыларға бүленде. Был – бер-береһенә дошман ике синыф барлыҡҡа килде, тигән һүҙ. Һәр ерҙә киң ҡолас алған алдашыу, мутлашыу, урлашыу, хәрәм мал артынан ҡыуыу күңелдәрҙә ризаһыҙлыҡ, бөтә нәмәгә шикле ҡарау, ҡурҡыу, ғәҙеллек булыуға ышанмау тойғолары уятты. Байҙар батша һарайына тиң йорттарын 3-4 метрлы таш ҡоймалар менән уратып, тиҫтәләрсә һаҡсылар, күҙәтеү ҡоролмалары ҡуйҙы. Үҙҙәре лә һаҡсыларһыҙ аҙым да атламаҫ булды. Хәрәмдән йыйған байлығың, үҙеңдең яҡындарыңдың ғүмере өсөн көн-төн ҡалтырап йәшәү – йәшәүме инде. Ябай халыҡ та һаҡланыу сараларын күрергә тырышты. Элек фатир асҡысын ишек төбөндәге сепрәк аҫтына һалып йөрөһә, хәһер ике ҡат тимер ишек, ике-өс йоҙаҡ, подъезд ишегенә домофон ҡуйҙырҙы. Балаларын сит кешегә ишек асмаҫҡа, урамда ят кеше менән һөйләшмәҫкә өйрәтте. Бөтә төр һаҡланыу саралары йәмәғәт урындарында ла булдырылды. Һаҡсыһыҙ, турникетһыҙ, күҙәтеү камераһыҙ, металл эҙләүсе приборһыҙ йәмәғәт урыны ҡала ерендә юҡтыр хәҙер. Илебеҙҙә һаҡсылар һаны Ҡораллы Көстәр һанына тиң, ә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре унан да күберәк икән. Шулай булһа ла енәйәтселәрҙе туҡтата алмайҙар. Банктарҙы, сауҙа нөктәләрен, граждандарҙы талау, алдау, бюджет аҡсаһын урлау дауам итә. Енәйәтселек ҡараңғы төндән яҡты көнгә, урамдан йәмәғәт урындарына, хатта мәктәпкә үтеп инде.
… Үткән быуаттың 70-се йылдарында Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып йөрөгәндә һөйгән ҡыҙым – буласаҡ ҡатыным менән кистәрен ҡурҡмай-өркмәй ҡала урамдарын ҡыҙыра торғайныҡ. Бер ҙә ул-был хәлгә юлыҡҡаныбыҙ булманы. Хәҙер бармы икән шулай етәкләшеп икәү генә төнгә ҡала урамдарын гиҙеүселәр? Юҡтыр. Замана шомло, кешене ҡурҡыу баҫҡан, берәүгә лә ышанып булмай. Берәй хәлгә тарый ҡалһаң, ярҙамға ташланыусы табылмаҫ. Күрмәмеш булып үтеп китерҙәр. Русса әйтмешләй, приехали… Бәлки, мин яңлышамдыр ҙа. Төймәләйҙе дөйәләй күрәмдер. Һәр хәлдә ишетелгән хәбәрҙәр, телевидение тапшырыуҙары ошондай фекер уята. Кешелек аҡылына килеп, ҡулланыу (потребление) идеологияһынан һаҡсыллыҡ идеологияһына күсмәһә, донъя катастрофаһы буласаҡ. Тимәк, капитализм – тәбиғәттең, дөйөм кешелектең дошманы. Уның киләсәге юҡ.
… Илебеҙ Рәсәй һуңғы сирек быуатта яҙғы ташҡын һыуҙы хәтерләтә. Шаулы, ығы-зығылы, бысраҡ. Тирә-йүндәге барлыҡ ҡый йылға өҫтөн ҡаплап аға. Ташҡын үткәс, һыу ярҙарына ҡайта, тыныслана, таҙара, сафлана. Йәмғиәтебеҙ тормошондағы ташҡын да үтә башланы, ахыры. Шулай була күрһен, оҙаҡҡа һуҙылды. Билдәһеҙлек, законһыҙлыҡ, ил байлығын талау, халыҡты алдау елеккә үтте бит. Властан, байлыҡтан шашынғандарҙың нәфсеһен тыйыр, мохтаждарҙы ҡурсалар, лайыҡлы эш хаҡы, пенсиялар алыр, балаларҙың киләсәге өсөн хәүефләнмәҫ ваҡыт оҙаҡ көттөрмәҫ, тип өмөтләнге килә. Кешене өмөт йәшәтә, өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр бит.
…Мәҡәләмде “ҡарттар артҡа ҡарап, йәштәр алға ҡарап йәшәй” тип башлағайным. Үҙем, 70-кә аяҡ баҫһам да, артҡа ла, алға ла ҡарарға тырыштым. Һәр осорҙоң яҡшыһын да, яманын да күрә алдым, буғай. Тормош гел аҡтан йә ҡаранан тормай бит. Күп нәмә кешенең үҙенә бәйле. Тормоштоң насар яғын эҙләһәң – насарлыҡты, яҡшы яғын эҙләһәң, яҡшылыҡты күберәк күрәһең. Совет осороноң да етешһеҙ яҡтары күп булды, хәҙерге заманда ла бөтәһе лә насар, киләсәгебеҙ бөтөнләй өмөтһөҙ түгел.
Һуңғы сирек быуатта йәмғиәтебеҙ тормошона килеп ингән киҫкен үҙгәрештәрҙе ҡабул итмәүем баҙар иҡтисадын, хосуси милекте, шәхси эшҡыуарлыҡты инҡар итеүҙе аңлатмай. Реформалар үткәреү кәрәкмәй ине, тип тә әйтмәйем. Тик, реформаларҙың ашыҡ-бошоҡ, дөйөм ил, халыҡ мәнфәғәттәренән түгел, шул осорҙа власҡа килгән йылғыр, ҡомһоҙ әҙәмдәр мәнфәғәтенән сығып үткәрелеүен, шул арҡала бөтә ҡаҙаныштарыбыҙҙы юғалтып, көрсөккә терәлеүебеҙ өсөн әсенәм. Ни хәл итәһең, үткәнде кире ҡайтарып булмай. Оҡшаймы, юҡмы, яңы шарттарға яраҡлашып, тормошта үҙ урыныңды табырға тырышыуҙан башҡа сара юҡтыр. Кем үҙ аҡылы, хәләл көсө менән мал йыя ала, йыйһын, рәхәтен күрһен. Тик мутлашмаһын, башҡаларҙың өлөшөнә ҡул һуҙмаһын. Ундай кеше байып китһә лә, көнләшеүсе лә, үсләшеүсе лә булмаҫ. Кем күктән төшкәнде көтөп, урам буйлап буҡ тибеп йөрөй – үҙенә үпкәләһен.
Беҙҙең башҡорт элек-электән эт менән эт булмайым, ас тамағым – тыныс ҡолағым, минең хәтер ҡалһа ҡалһын – һеҙҙең хәтер ҡалмаһын, тип йәшәгән. Кешегә һуңғы күлдәген һалып бирһә биргән, хәрәм малға ымһынмаған. Хәҙерге, кем өлгөрә – шул ашай, тип йәшәгән заманда әҙәп һаҡлау, кеше күңелен уйлау йүләрлеккә тиң булып ҡалды. Холҡобоҙҙо үҙгәртергә, өлгөрөрәк, йылдамыраҡ, әрһеҙерәк, ҡыйыуыраҡ булырға, үҙ мәнфәғәтеңде, хоҡуҡтарыңды яҡларға өйрәнергә ваҡыт. Күптән ваҡыт та бит. Ауыр ҡуҙғалабыҙ, арттан һөйрәләбеҙ. Быны аҡылың менән аңлаған хәлдә лә, бар булмышыңды, электән килгән ғәҙәтеңде ҡапыл ғына үҙгәртеп булмай шул. Әсәйем бахыр әйткән тағы бер һүҙ иҫтән сыҡмай. Тормош – мулла, өйрәтә ул, ти торғайны. Тормош алҡымдан алып өйрәткәнде көтмәй, үҙебеҙ йәһәтерәк өйрәнһәк ине яңы заманда йәшәргә.
Зарланһаҡ та, һаулығы, дәрте булған һәр кемдең үҙ донъяһын яйға һалырға мөмкинлеге бар. Районыбыҙҙа ундайҙар аҙ түгел. Ҡыйын, тип тормай, аҡсаһын да таба, йорт-ҡура яңырта, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, төрлө йәмәғәт сараларында ҡатнашып, үҙенең дә, башҡаларҙың да тормошон йәмләй. Афариндан башҡа нимә әйтәһең уларға?!
Тағы шуныһы ҡыуандыра: “Ейәнсура таңдары”, Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары үҙ тормошон да, башҡаларҙыҡын да йәмләп йәшәүсе уңған кешеләрҙе күрә белә. Бындай сығыштар бик кәрәк. Берәүҙәрҙе дәртләндерә, икенселәргә өлгө күрһәтә, өсөнсөләрҙе төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлай. Шулай, яҡшыны күрә белеп, бер-беребеҙгә терәк булып, тел менән дә, ҡул менән дә ярҙамлашып йәшәһәк, замана ауырлыҡтарын еңелерәк үткәрербеҙ. Артҡа ҡарап йәшәүҙән файҙа сыҡмаҫ, алға ҡарап йәшәйек, туғандар!
Читайте нас: