"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Март 2020, 11:40

ҠЫЯР ОРЛОҒОН НИСЕК ҺАЙЛАРҒА?

Был хаҡта Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының Ейәнсура районы бүлеге етәксеһе Вадим Тажмөхәмәтовтың мәҡәләһендә.

Орлоҡтоң сифаты – киләсәк уңыштың нигеҙе икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, орлоҡҡа ныҡ иғтибарлы булығыҙ.
Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә орлоҡ юҡ: күҙҙәр ҡамаша. Хаҡтары ла 10 һумдан йөҙ һумға тиклем. Әлбиттә, ниндәйен алырға белмәйһең. Ҡыйбат орлоҡ алып та, уңышһыҙ ҡалған йылдар булды. Ә бына ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре орлоҡ эшләп ҡалдыра. Был осраҡта 2 – 3 йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡ ҡыяр орлоғонан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға була.
Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытымар әҙерләп ҡуйырға булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр ултыртығыҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, бәләкәсерәк һауыт кәрәк булыр.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә. Шуға һауыттрҙағы ер еңел һәм йошмаҡ булыуы шарт.
Орлоҡ сәселгән һауыттарҙың өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урынға улытртырға кәрәк. Улар 3 – 5 көндән морон төртөр. Һыуҙың температураһы ла ошо оҡ градуста булыуына иғтибар итегеҙ. Үҫентеләр 4 – 7 көнлөк булғас, температураны 16 – 18 градусҡаса кәметергә була. Был осраҡта үҫентеләр оҙонлоҡҡа китмәҫ.
Орлоҡтарҙы ултыртыр алдынан уларҙы махсус рәүештә әҙерләйһегеҙме? Юҡмы? Быйыл мотлаҡ беҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ: марганцовка йәки биологик препараттар араһынан гумат + 7, экстрасолом, гамаир, алирином, трихоцином кеүек зарарһыҙ, әммә файҙалы препараттар менән уларҙы инструкцияла яҙылған дәүмәлдә алдан эшкәртепалығыҙ.
Ҡыярҙы иртәрәк ашай башлар өсөн ҡайһы мәлдә улытртырға һуң? Теплициға ултыртыласаҡ ҡыярҙы апрелдең 20-ләренән һуң, асыҡ түтәлгә иһә майҙың беренсе декадаһында ултыртырға кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыярҙы күршеләрегеҙҙән бер айға алдараҡ ашай башларһығыҙ. Тимәк, 1 июнгә өҫтәлегеҙҙә тәүге ҡыяр буласаҡ.
Әгәр ҡыярға йылы етмәһә, ул оҙонға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта уны тәрәнгәрәк төртөп, йә ер өҫтәп ҡотҡарырға була. Теплицаға, йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3 – 4 япрағы булырға тейеш. Ер һәйбәт булһа, ҡыярға өҫтәмә ашламалар идереү кәрәкмәй. Шулай ҙа, үҫентеләр сибеерәк күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк буласаҡ. Быны шытымдар сығыуға ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан индерегеҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.

Вадим Тажмухаметов,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының Ейәнсура районы бүлеге етәксеһе.
Читайте нас: