"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Март 2020, 21:00

БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ СЕРҘӘРЕ

Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.• Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама

БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ СЕРҘӘРЕ

Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – улар бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл.

Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

Тәүбәңде яңыртып тор, ғүмеребеҙҙе ағыулаусы гонаһлы эштәрҙән үҙеңде тыйырға өйрән.

Йышыраҡ Ҡөрьән уҡы, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш, Аллаһты иҫтә тотор өсөн зикерҙәр әйтеп йөрө.

Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң.

Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра.

Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.

Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.

Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк хаҡында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр.

Берәй файҙалы эшкә бөтә булмышың менән бирел – был һинең ҡайғыларың китеүгә сәбәп булыр.

Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн.

Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ.

Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.

Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!

Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.

Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама.

Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан борсолоп, нервыларыңды бөтөрмә.

Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.

Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.

Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.

Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла бының хаҡта күп уйлама.

Яҡшы уйҙарҙа бул, насар уйҙарҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе.

Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, Уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.

Күңелең тартҡан эш менән шөғөллән – һинең шөғөлөң донъяуи бәхеттең бер өлөшө булып, үҙеңә лә, кешеләргә лә файҙа килтерһен өсөн.

Һәр эштә лә тәүәккәл бул һәм бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма.

Аллаһы Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәттәре, яҡшылыҡтары хаҡында уйлан, улар тураһында кешеләргә һөйлә, шөкөр ит.

Аллаһы Тәғәлә һиңә иман, аҡыл, һаулыҡ, байлыҡ, ризыҡ, ғаилә һәм эш бирҙе икән, бының өсөн Уға рәхмәтле бул.

Кешеләрҙең күберәк яҡшы яҡтарына иғтибарыңды йүнәлт, кәмселектәренә күҙеңде йом. Камил кеше юҡ, һәм был тәү сиратта һинең үҙеңә лә ҡағыла.

Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге.

Аллаһы Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, бер кеше лә белмәгәндәй итеп өҫтәмә ураҙалар тот. Шул рәүешле йәнеңдең дә, тәнеңдең дә яйлап таҙарына барыуын һиҙерһең.

Бәхетле бул!

Шәйх ʼӘйд әл-ҠАРНИҘЫҢ «Ҡайғырма!» («Не грусти!») китабынан.
"Ваҡыт" гәзитенән алынды
Читайте нас: