Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Март 2020, 21:30

Эй мутлашыусылар йоҡламай ҙа инде! Һаҡ булығыҙ!

Нефтекама ҡалаһы кешеләре мутлашыусылар “һөжүме"нә дусар булған. Ҡара уйлы әҙәмдәр граждандарҙың телефонына шылтыратып, үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле тип таныштырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға дүрт кеше ышанған һәм ҙур сумманан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Нефтекама ҡалаһы кешеләре мутлашыусылар “һөжүме"нә дусар булған. Ҡара уйлы әҙәмдәр граждандарҙың телефонына шылтыратып, үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле тип таныштырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға дүрт кеше ышанған һәм ҙур сумманан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Әлеге ваҡытта был осраҡтар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, 73, 50 һәм 47 йәшлек ирҙәргә аферистар әлеге ваҡытта уларҙың банк иҫәбенән аҡса урлауҙары тураһында әйткән һәм картаның артҡы яҡындағы номерҙы, унан телефонға килгән кодты атарға ҡушҡан. Һөҙөмтәлә граждандарҙың иҫәбенән 38, 9 һәм 56 меңешәр һум аҡса юҡҡа сыҡҡан.
67 йәшлек иргә иһә бер “банкир” шылтыратып, уның исеменә 442 мең кредит алғандар, әгәр ҙә граждан кредит юлламаған булһа, уны тиҙ арала ғәмәлдән сығарырға кәрәк тигән. Бының өсөн мутлашыусы 900 һанынан килгән кодтарҙы атарға ҡушҡан, унан ирҙең иҫәбенә хәҙер 442 мең һум аҡса күсә, тип белдергән. Унан инде, йәнәһе, граждан банкоматҡа барып аҡсаны алырға һәм икенсе иҫәпкә ебәрергә тейеш булған. Ир ҡушҡанды эшләгән, 200 мең һум аҡсаны алып, икенсе иҫәпкә күсерергә генә торғанда, әмәленә, банк хеҙмәткәре эргәһенә килгән һәм граждандың мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен төшөндөргән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: хөрмәтле граждандар, бер ваҡытта ла бер кемгә лә банк картаһының арт яғындағы һандарҙы һәм телефонға килгән кодтарҙы атарға ярамай. Аңлағыҙ: әгәр ошоно талап итәләр икән, улар - енәйәтселәр! Һорауҙарығыҙ булһа, банк офисына шәхсән барырға кәңәш ителә.
Читайте нас: