Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Март 2020, 14:10

Ҡайҙа үлем һаталар - хәбәр ит

Ҡайҙа үлем һаталар – хәбәр ит16-27 мартта «Ҡайҙа үлем һаталар – хәбәр ит» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының беренсе этабы үтә. Был күләмле акцияға беҙҙең район да ҡушылды.

Ҡайҙа үлем һаталар – хәбәр ит
16-27 мартта «Ҡайҙа үлем һаталар – хәбәр ит» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияһының беренсе этабы үтә. Был күләмле акцияға беҙҙең район да ҡушылды.
Заман афәте менән һатыу итеү, һаҡлау, таратыу урындарын белгән һәр кем, тәүлектең ниндәй ваҡытында булһа ла, “ҡыҙыу бәйләнеш”кә шылтыратып, ошо турала хәбәр итә ала. Мәғлүмәт биреүсенең исем-шәрифе сер итеп һаҡлана, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: тәүлек әйләнәһенә бушлай эшләүсе “ышаныс телефондары”:
8 (347) 279-32-92 – Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы;
2-15-15 – Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге.
Читайте нас: