Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2020, 20:00

Кисә үлгән булһам... (юмореска)

Мәхмүт мәктәбен күрергә тип килде. Уны тамамлауға ла утыҙ йыл булып киткән. Ике ҡатлы мәктәп тыштан ғына таныш булып сыҡты. Эскә ингәс, Мәхмүт уны танымай торҙо. “Евро” тип аталған ремонт яһағандар. Бер ҙә ҡала мәктәбенән кәм түгел. Тырышып уҡы ла уҡы.

Мәхмүт мәктәбен күрергә тип килде. Уны тамамлауға ла утыҙ йыл булып киткән. Ике ҡатлы мәктәп тыштан ғына таныш булып сыҡты. Эскә ингәс, Мәхмүт уны танымай торҙо. “Евро” тип аталған ремонт яһағандар. Бер ҙә ҡала мәктәбенән кәм түгел. Тырышып уҡы ла уҡы.
Тәнәфес ваҡытына тура килде ул. Уҡытыусылар бүлмәһенә ҡарай атланы. Барып ингәс, һаулыҡ һорашып, бүлмәләге уҡытыусыларҙы байҡаны. Ләкин бер танышын да күрмәне. Йәштәр. Уларҙан уҡыу барышын һорашты. Уҡыусыларҙың уҡыуын белеште. Ҡайҙа ла балалар балалар булып ҡала инде, шаяндар, ләкин уҡыйбыҙ, тип тырышып торалар.
– Беҙ ҙә бала саҡта шаян булдыҡ, – тине Мәхмүт.
Әллә ҡасан ауылдан күсеп киткән дуҫ кешеһенең улы ошо мәктәптә эшләүен иҫкә төшөрҙө.
– Физиканан уҡытҡан уҡытыусы, Марат булһа кәрәк, ҡайҙа икән?
– Ул отработкаһы бөткәс, бизнесҡа китте, – тине үҙен Әнисә тип танытҡан уҡытыусы. – Үҙеңдең эшеңде асыр өсөн тейешле мөҙҙәтте эшләргә кәрәк. Бына мин дә отработка ваҡыты үтеүен көтөп уҡытып йөрөйөм. Бизнесҡа китәсәкмен. Йәштәр бөтәһе лә шулай эшләй. Закон шулай ҡуша. Бизнеста янып, банкротҡа төшөп, кире уҡытырға килгәндәрҙе, йә бизнесҡа барырға теләмәгән уҡытыусыларҙы, ниңәлер, “призвание”лар тип, атайҙар. Әйтерһең дә, уҡытыусы тигән профессия юҡ.
– Тайгала урман ҡырҡып ятып, донъянан артта ҡалынған икән. Өләсәйем әйтмешләй, кисә үлгән булһам, бөгөн белмәҫ инем быны…
Сәлих Ваһапов. Байыш ауылы.