Күршеләр хаҡында күп яҙырға мөмкин. Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бергә уртаҡлашҡан, ҡайғы килһә, бергә күтәрешкән, эс бошҡанда, күңел бушатышҡан, туй мәшәҡәттәрен бергә атҡарышҡан ут күршең Рабиға еңгәй кеүектәр тураһында – бигерәк тә. Байыш ауылында йәшәүсе Рабиға Әхмәтғәли ҡыҙы Ибраһимова хаҡында һөйләгәндә, бер эпизодты хәтерләмәү яҙыҡ булыр ине.
…Ҡапыл ҡарап ултырған китабымдағы һүрәттәр “йөҙөп” юҡҡа сыға башланы. Башымды күтәреп, тирә-яғыма ҡарағайным, эргәмдәге бар нәмә, хатта иҙәнде ҡырып йыуыусы Нурия апайым да, йыуған саҡта ҡамасаулап йөрөмәһендәр тип урындыҡҡа теҙеп ултыртып ҡуйылған, шуға аяҡ бөкләп китап уҡып ултырған ағайҙарым Хәмит, Хәлит, апайҙарым Флүрә менән Фахерниса ла зыр әйләнергә тотондо... Аңыма килгәндә, өй ишеге асыҡ, һыуыҡ һауа рәхәт булып күкрәккә тула, ауыл фельдшеры Зөбәйҙә инәй, күрше Рабиға еңгәй беҙгә нашатырь еҫкәтә ине.
Биш тиҫтә йыл самаһы элек булған ошо хәлде йыш иҫкә алам. Шунда күршеләребеҙ – Рабиға еңгәйҙәр күреп ҡалмаһа? Береһенән-береһе бәләкәй балалар (иң олоһона 14-15 йәш самаһы) әнейемдәр ҡайтыуға мәңгелек йоҡоға талған булыр инекме икән? Әтейем бар саҡ. Улар бәләкәсебеҙ Әнәсте алып, ҡышҡы каникулда тип (өй, мал ҡарарға кеше бар – балалар өйҙә) Серкәйгә өләсәйемдәргә хәл белергә киткәйне. Әней өйҙә булмаһа, өй былай ҙа һалҡын, ҡотһоҙ тойола бит ул, етмәһә тышта сатлама ғинуар һыуығы. Шуға мейес тә ҡыҙыулай тығылғандыр инде. Ҡыҫҡаһы, бөтәбеҙгә лә ул көндө еҫ тейгән. Ярай әле фермала иртәнге эштәрен бөтөрөп ҡайтып килгән күрше Асим ағай яланаяҡ ҡарға сығып ҡолаған ҙур абзыйымды күреп ҡалған да Рабиға еңгәйгә әйткән. Фельдшер Зөбәйҙә инәй Стаценконы алып килә һалғандар. Бына шулай беҙ иҫән ҡалдыҡ.
“Урын һайлама – күрше һайла” тигән әйтем йәшәй халыҡта. Әммә беҙ күршеләрҙе һайлап алмағанбыҙ. Хоҙай тарафынан шулай хәл ителгән. Әнейем дә, Рабиға еңгәй ҙә Байышҡа килен булып төшкәндәр, төшкән нигеҙҙәренә таш булып батып, ғүмер буйы бергә ҡатнашып, йомошҡа йөрөшөп, кис ултыра инеп, донъяларына күҙ-ҡолаҡ булып, ут күршеләр булып йәшәнеләр. Рабиға еңгәй ауылда байтаҡ ҡыҙҙарға йәрәштереүсе еңгәй булды, минең апайҙарымды ла еҙнәйҙәремә ул тотторҙо. 18 йәшендә генә килен булып төшкән Самаҙы ҡыҙы донъя көтөргә әнейемдән байтаҡ һабаҡ алғандыр, тим. Хәҙер беҙҙең төп йортта йәшәүсе кинйәбеҙ Әнәс менән Рәмилә килен йоланы дауам итә, ике аралағы ел ҡапҡа әле лә асыҡ. Ут күршебеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, балаларының игелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Йырҙа йырланғанса,
Күрше менән гел дуҫ булып