Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Март 2020, 23:00

Ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын!

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Казбулатов Валерий Фәсхетдин улының күркәм юбилейы. Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һин изге йөрәкле, йомшаҡ күңелле, хәстәрлекле атай. Беҙҙең өсөн һәр ваҡыт таянырлыҡ, ышаныслы ҡусты, ағай. Һинең бер һүҙле булыуыңа, ғәҙеллекте яратыуыңа һоҡланабыҙ. Әле лә йәшлек дәртен һүндермәй, спортҡа, сәнғәткә ғашиҡһың. Һикәлтәле юлдар үтеп, күпте кисерһәң дә бөгөлмәнең. Башың руль артынан да күренмәгән ваҡыттан уҡ ( кешеләр машина өйөп киткән тип уйлаған, һине күрмәй) машина ене ҡағылған. Атай мәрхүм һиңә арҡа терәп, оҙайлы ғына итеп “ауырып” ала ине.Шул арҡала 8 кластан алып колхозда уборкала эшләй инең. Үткән ваҡытты һис туҡтатып булмай. Эшләгән кешегә, баҡһаң, ул һиҙелмәй ҙә ҡала икән. Бына 40 йыл инде, ғүмереңден күп өлөшөн, көндө төнгә ялғап руль артындаһың. Ағас – емеше менән, кеше – хеҙмәте менән, тигәндәй бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына , “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”исеменә лә лайыҡ булдың. Яңы ғына кеүек ине ағайымдың беҙгә арбалар эшләп һөйрәп йөрөүе, велосипедта йөрөтөүе . Балаларыңды үҫтереп, 7 ейән- ейәнсәргә яратҡан ҡартай булырға ла өлгөргәнһең. Килер көндәрең – Ҡояшлы, уйҙарың – яҡты, булһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, беләгеңдән көс-ғәйрәт ҡайтмаһын! ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдын һәм балаларыңдын шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ – иштәрең менән йәнәшә атларға яҙһын. Киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын! Һин әле һалдаттан ҡайткан Егеттәр кеүек кенә! Алтмыштың аръяғына ла Йәшә һин көлөп кенә, Алтмыш йыллыҡ хазинаңдың Ҡәҙерен белеп кенә.Туғандары

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Казбулатов Валерий Фәсхетдин улының күркәм юбилейы. Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һин изге йөрәкле, йомшаҡ күңелле, хәстәрлекле атай. Беҙҙең өсөн һәр ваҡыт таянырлыҡ, ышаныслы ҡусты, ағай. Һинең бер һүҙле булыуыңа, ғәҙеллекте яратыуыңа һоҡланабыҙ. Әле лә йәшлек дәртен һүндермәй, спортҡа, сәнғәткә ғашиҡһың. Һикәлтәле юлдар үтеп, күпте кисерһәң дә бөгөлмәнең. Башың руль артынан да күренмәгән ваҡыттан уҡ ( кешеләр машина өйөп киткән тип уйлаған, һине күрмәй) машина ене ҡағылған. Атай мәрхүм һиңә арҡа терәп, оҙайлы ғына итеп “ауырып” ала ине.Шул арҡала 8 кластан алып колхозда уборкала эшләй инең. Үткән ваҡытты һис туҡтатып булмай. Эшләгән кешегә, баҡһаң, ул һиҙелмәй ҙә ҡала икән. Бына 40 йыл инде, ғүмереңден күп өлөшөн, көндө төнгә ялғап руль артындаһың. Ағас – емеше менән, кеше – хеҙмәте менән, тигәндәй бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына , “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”исеменә лә лайыҡ булдың. Яңы ғына кеүек ине ағайымдың беҙгә арбалар эшләп һөйрәп йөрөүе, велосипедта йөрөтөүе . Балаларыңды үҫтереп, 7 ейән- ейәнсәргә яратҡан ҡартай булырға ла өлгөргәнһең.
Килер көндәрең – Ҡояшлы, уйҙарың – яҡты, булһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, беләгеңдән көс-ғәйрәт ҡайтмаһын! ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдын һәм балаларыңдын шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ – иштәрең менән йәнәшә атларға яҙһын. Киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын!
Һин әле һалдаттан ҡайткан
Егеттәр кеүек кенә!
Алтмыштың аръяғына ла
Йәшә һин көлөп кенә,
Алтмыш йыллыҡ хазинаңдың
Ҡәҙерен белеп кенә
Иң изге теләктәр менән: Апай- еҙнәйҙәрең, ҡусты – киленең, һылыу- кейәүҙәрең, уларҙың балалары.
Читайте нас: