Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә: Яҙ һәм хеҙмәт байрамы уңайынан Башҡортостан халҡы биш көн - 1-5 майғаса ял итәсәк. Унан, 6-8 майға тиклем ҡыҫҡа эш аҙнаһынан һуң, Еңеү көнө уңайынан, йәнә өс көн ял буласаҡ.