Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Март 2020, 00:00

КИЛЕН ҠАРШЫЛАУ АЛДЫНАН (хикәйә)

Фәтих ағай ауыл хужалығы институтының һуңғы курсында уҡып йөрөгән улы Ғәфүрҙән ашығыс хат алды. – Йә, нәмә генә яҙҙы икән балаҡайым. Конвертты аса һалһаңсы, атаһы, – тип Мәрхәбә апай түҙмәйенсә өҫтәл тирәһендә уранғыланды.Ҡабаланыуҙан урталайға йыртылған конверттан сибек кәүҙәле ҡыҙҙың нәҙек кенә бармаҡтары менән күпереп торған толомон һыйпап төшкән фоторәсеме килеп төштө.Мәрхәбә апайҙың бар иғтибары ошо фотола ғына ине. Хатты уҡырға йыйынған Фәтих ағайҙың иғтибарын бүлдереп: “Бына эш ниҙә икән, баламдың башын әйләндергән ошо мәлғүндер әле”, – тип һөйләнде.

Килен ҡаршылау алдынан
(хикәйә)
Фәтих ағай ауыл хужалығы институтының һуңғы курсында уҡып йөрөгән улы Ғәфүрҙән ашығыс хат алды.
– Йә, нәмә генә яҙҙы икән балаҡайым. Конвертты аса һалһаңсы, атаһы, – тип Мәрхәбә апай түҙмәйенсә өҫтәл тирәһендә уранғыланды.
Ҡабаланыуҙан урталайға йыртылған конверттан сибек кәүҙәле ҡыҙҙың нәҙек кенә бармаҡтары менән күпереп торған толомон һыйпап төшкән фоторәсеме килеп төштө.
Мәрхәбә апайҙың бар иғтибары ошо фотола ғына ине. Хатты уҡырға йыйынған Фәтих ағайҙың иғтибарын бүлдереп: “Бына эш ниҙә икән, баламдың башын әйләндергән ошо мәлғүндер әле”, – тип һөйләнде.
Фәтих ағай ҡысҡырып хатты уҡый башланы. Мәрхәбә апай түҙмәне, иренә асыуланып:
– Нәмә һин, аҙанды ыҡ-мыҡ әйткән үҙ ебеҙҙең Нәҡип мәзин һымаҡһың. Йәһәтерәк уҡыһаңсы, – тип ҡабаландырҙы.
Ҡайнар сәләмдәр күндергәндән һуң үҙенең өйләнеүен хәбәр иткәйне Ғәфүр. “Ҡаланыҡы булһа ла, бик тә хужалыҡлы, ипле, эшкә сымыры һеҙҙең киленегеҙ”, – тип яҙғайны улы.
– Һе-е, – тип Мәрхәбә апай ризаһыҙлыҡ белдерҙе. – Бармаҡтары һуң, бармаҡтары… Ҡайһылай ҙа нәҙек кенә… Емертәһенә эшләп йөрөгән килендәрҙең бармаҡтарына бер ҙә оҡшамаған.
Фәтих ағайҙың күңелендә лә улына ҡарата ризаһыҙлыҡ яралды. “Баланы үҫтер, үҫтер ҙә… Ата-әсә менән кәңәш итмәй, өйлән әле. Был – башҡа һыймаған эш бит, – тип ярһыны. ‡ҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Йән асыуы менән өҫтәлгә шаҡылдатып һуғып та алды.
Мәрхәбә апай улына ҡысҡырып һуҡранып алырға уйлағайны ла, үҙен тыйып ҡалды. Бары иренән артабан уҡыуын үтенде.
“Атай, әсәй, өйләнеүем ҡапылыраҡ булды инде. Бер үк үпкәләй күрмәгеҙ. Ҡышҡы имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырҙым. Оҙаҡламай күмәкләшеп ҡайтып төшөргә ниәтләйбеҙ. Ҡоҙа-ҡоҙағыйығыҙ менән дә бер юлы танышырһығыҙ. Бынамын тигән кешеләр улар”, – тиелгәйне артабан.
Фәтих ағайҙың Ғәфүргә ҡарата үпкәһе бер ҙә баҫылырлыҡ түгел. Бер тоҡанһа, дөрләп янған усаҡҡа оҡшаш был үпкә. Дөрләй ҙә дөрләй генә. “Бынағайыш, ата-әсә менән кәңәш итмә әле. Институтта уҡыйым тигәс тә, ата-әсәне һанға һуҡмаҫҡа тимәгән”.
Фәтих ағай Ғәфүрҙең студенттар отрядында эшләп туплаған аҡсаһына һатып алынған магнитофонын ҡабыҙып, йыр тыңлап та ҡараны. Юҡ, сығырынан бер ысҡынған күңел баҫылмай ҙа баҫылмай, ҡәһәрең. Урамға сығып, ауылды бер-нисә тапҡыр әйләнеп тә алды. Ошондай саҡта кәңәш бирерлек кешеһе лә юҡ, исмаһам. Һы, өйләнгәндә лә ата-әсә менән кәңәш ҡормасы әле…
Ниһайәт, адвокат ҡушаматлы Ҡасим ағайға инеп, бөтә аһ-зарын һөйләп, төплө кәңәш һорарға булды. Булған хәлде энәһенән-ебенә тиклем һөйләне. Әңгәмәсеһе бирелеп тыңланы. Ара-тирә: “Һе-е, һе-е, – тип пеләш башын ҡаҡҡыслап алды. аҙаҡ үҙенсә шундай һығымта яһап ҡуйҙы. – Хәҙерге йәштәр бик тилбер, үткен. Малайың ни, ул ҡыҙҙы ауырға ҡалдырғандыр. Буйға уҙған ҡыҙ нишләһен?! Алырға мәжбүр иткәндәрҙер”.
Фәтих ағай албырғап ҡалды. Һүҙ ҙә әйтә алманы. Теле бәйләнде. Аҙаҡ көскә шундай һүҙҙәр ысҡындырҙы:
– Минең улым Ғәфүрҙән дә тәүфиҡлы, инсафлы бала юҡ. – Һуңынан шуны өҫтәне: – Ҡалай булмағанды һөйләйһең. Ағас адвокат икәнһең дә…
Ашығып, йәне көйөп сығып барған еренән, тупһаға яҙа баҫып саҡ ҡоламай ҡалды Фәтих ағай. Кинйә улы Ғәфүрҙең үҙе янында донъя көтөүен, күңеленә оҡшаған килен алып, ейән-ейәнсәрҙәр менән мәж килеп йәшәргә бик тә теләгәйне. Килеп сыҡманы. Донъя һин тигәнсә булмай икән дә.
Нимәлер эшләп, үҙеңде тынысландырырға кәрәк. Фәтих ағай көрәк алып, баҡсала ер ҡаҙырға тотондо. Кәҫтәрҙе көрәге менәэн һуҡҡысланы. Аҙаҡ түтәэлдәрҙең сит-ситенә тырмаһы менән тупраҡ тартты. Тигеҙ аралыҡтар ҡалдырып, һыҙаттар яһаны. Түтәлдәге был һыҙаттар булатып, һуған орлоҡтары ултыртыласаҡ. Һыу ҙа әрәмгә китмәҫ, түтәлдәге һыҙат-арыҡтар буйлап ағыр.
Кемгә генә барырға? Кеше менән аралашһаң, күңел бушап ҡалыр ине, исмаһам. Ахырҙа, ике тиҫтә йыл самаһы Ишембайҙа йәшәп, быйыл ғына тыуған ауылына күсеп ҡайтҡан Ғата дуҫының хәл-әхүәлен белешергә инде. Дуҫы уны йылмайып, бик ихлас ҡаршыланы.
– Ә, килдеңме дуҫ! Күптән кәрәк ине. Юғиһә, һиндә – батыр, миндә матур барлығын онотоп та барабыҙ түгелме?!
Фәтих ағай быға ләм-мим өндәшмәне. Ҡыҙарынды. Маңлай һырҙарында, ҡырас танауы осонда бөрсөк-бөрсөк тирҙәр күренде. Эштең ғилләһе шунда: йәш тә тулмаған балаларын ҡолаҡтарын тешләтеп, береһен килен, икенсеһен кейәү итеп йәрәштергәйнеләр. Буласаҡ кейәүенең хәлен һорашты Ғата.
  • Ни хәлдә әле ул? Имен-аманмы? – тип һүҙ башланы.
  • Фәтих ағай һүҙҙе оҙонға ебәрергә теләмәне.
    • Имен… Имен, – тиеүҙән уҙманы ул.
    • Ғата ағай дуҫының йөҙөнә һынаулы ҡарап алғас, унда ниндәйҙер үҙгәреш барлығын һиҙенде, күңелен ниҙер ышҡып тороуын тойомланы. Яйы менән һөйләр әле, тип артыҡ борсомаҫҡа булды.
      Фәтих ағай оҙаҡ көттөрмәне, тураһын ярҙы ла һалды:
      – Ғәфүр ни… Ҡаланан килен алып ҡайтам, әҙер тороғоҙ, – тип ашығыс хат ебәргән.
      Ғата ағай шаңҡып ҡалды. Мыйығын һыпырҙы ла:
      – Ни хәл итәһең… Йәштәр үҙҙәренсә эшләй, йәшәй, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
      Фәтих ағай дуҫынан сыҡҡас, тәрән уйҙарға сумып, яйлап ҡына өйөнә ҡайтты.
      Тупһаны аша атлар-атламаҫтан, өй йыйыштырып йөрөгән Мәрхәбә апайғы иртәгә үк Ғәфүргә шундай йөкмәткеле телеграмма һуғырға ҡушты: “Килен ҡаршыларға беҙ әҙер. Рәхим итеп, тиҙ арала килеп етһендәр”.
      Кәрим Ильясов. Иҫәнғол ауылы.
      Читайте нас: