Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2020, 19:00

МИҒРАЖ кисе

ИРТӘГӘ - 21март – 26 рәжәб, ҡояш байыу менән Миғраж кисе башлана.Ошо изге кистә Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәт­кән. Мосолмандар өсөн Ҡиәмәт көнөнә тиклем бү­ләк, динебеҙҙең ныҡлы терәге булған биш ва­ҡыт намаҙ ҙа Миғраж мәлендә фарыз ҡылынған.Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә Пәйғәм­бәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә.Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡаларын аса, икенселә – Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә – Йософ, дүртенселә – Иҙрис, бишенселә – Һарун, алтынсыла – Муса, етенселә Ибраһим пәйғәмбәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда Пәйғәмбәребеҙгә, алда әйтел­гәнсә, ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шу­лай уҡ Раббыбыҙҙан, мосолмандар биш тап­ҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.Миғраж һүҙе “күккә күтәрелеү” тигәнде аңлата.

ИРТӘГӘ - 21март – 26 рәжәб, ҡояш байыу менән Миғраж кисе башлана.

Ошо изге кистә Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде үҙенә саҡырып, бик күп хикмәтте, йәннәт менән йәһәннәмде күрһәт­кән. Мосолмандар өсөн Ҡиәмәт көнөнә тиклем бү­ләк, динебеҙҙең ныҡлы терәге булған биш ва­ҡыт намаҙ ҙа Миғраж мәлендә фарыз ҡылынған.

Риүәйәттә бәйән ителеүенсә, төндә Пәйғәм­бәребеҙгә Ябраил фәрештә килә һәм Ҡотдосҡа сәйәхәт ҡылырға тәҡдим итә. Ҡаланың “Әл-Аҡса” мәсетендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша, унан Ябраил фәрештә менән күккә күтәрелә.

Беренсе ҡатта уға Әҙәм күк ҡапҡаларын аса, икенселә – Яхъя һәм Ғайса, өсөнсөлә – Йософ, дүртенселә – Иҙрис, бишенселә – Һарун, алтынсыла – Муса, етенселә Ибраһим пәйғәмбәр осрай. Күктең бар ҡаттарын үтеп, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәлә менән осраша, һөйләшә. Был юлда Пәйғәмбәребеҙгә, алда әйтел­гәнсә, ожмахты, тамуҡты күрһәтәләр, шу­лай уҡ Раббыбыҙҙан, мосолмандар биш тап­ҡыр намаҙ уҡырға тейеш, тигән әмер алына.

Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була.

Миғражға тиклем мосолмандар көн дауамында, ҡояш байығанға тиклем, ураҙа тота. Изге кисте иһә доға ҡылып, Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап үткәрәләр, ғибәҙәттә булалар.

Миғраж һүҙе “күккә күтәрелеү” тигәнде аңлата.