Кисә социаль селтәрҙәрҙә Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына коронавирус шиге менән бер ир һалыныуы хаҡында хәбәр таралғайны.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, дауаханала барлыҡ эпидимиологик һәм карантин саралары күрелде.
Бөгөн иртән килгән анализ һөҙөмтәләре ирҙә коронавирус булмауын раҫлай.