Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Март 2020, 17:30

Блогер ҡатын карантинды һанға һуҡмаған

Ошо арала сит илдәрҙә булып ҡайтҡан һәр кем ике аҙналыҡ карантинға китергә тейеш. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ла әйтелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың был йәһәттән ҡарашы бик ҡаты. Кем тыңламай, уға административ яуаплылыҡтан алып енәйәт язаһына тиклем ҡаралған.

Ошо арала сит илдәрҙә булып ҡайтҡан һәр кем ике аҙналыҡ карантинға китергә тейеш. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ла әйтелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың был йәһәттән ҡарашы бик ҡаты. Кем тыңламай, уға административ яуаплылыҡтан алып енәйәт язаһына тиклем ҡаралған.
- Кем сит илдән ҡайтҡан, карантинда ултырырға тейеш. Кем дә кем был ҡағиҙәне боҙа, уны яуаплылыҡ көтә. Айырыуса, күрәләтә һәм бөтә халыҡ алдында эшләгәндәргә ҡағыласаҡ. Кисә мин бер ҡатындың “минең менән бер нимә лә булмаясаҡ” тигәненә ҡарап “һоҡланып” ултырҙым. Тиҙ арала язаға тарттырығыҙ, башҡаларға өлгө бирмәһен. Уның сит илдән нимә алып ҡайтҡанын бер кем дә белмәй, - тине Радий Хәбиров.
Бында һүҙ республикала билдәле блогер Гүзәл Шәрәфетдинова тураһында бара. Ҡатын ошо көндәрҙә ире һәм бер нисә айлыҡ балаһы менән Тайландтан ҡайтҡан. Тик ул башҡалар кеүек карантинға ултырмаған, ә сит ил бүләктәрен тапшырыр өсөн әсәһе янына сығып киткән.
Социаль селтәрҙәрҙә 240 меңдән ашыу яҙылыусыһы булған Гүзәлдең ғәм халыҡ алдында былай ҡыланыуы, әлбиттә, күптәргә оҡшаманы. Ул бөтә халыҡ алдында карантинға ултырмауын белдергән. Уның аудиторияһының ҙур өлөшө быға ҡаршы сыҡты һәм уны үҙенә һәм янындағы кешеләргә яуаплы булырға саҡырҙы. Гүзәл иһә сирләмәүҙәрен белдерә. Шул уҡ ваҡытта, ул коронавирустың ҡайһы бер кешеләрҙә симптомһыҙ үтеүе һәм уларҙың башҡаларҙы зарарлауы тураһында уйламайҙыр.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, сит илдән ҡайтҡан кешеләргә дошманға ҡараған кеүек ҡарарға ярамай.
– Улар менән кешеләрсә эшләргә кәрәк. Кем аңламай – ҡаты итеп эшләргә. Кеше сирләп, карантинда булмаһа, бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған, – тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Гүзәл был фотоны сит илдән ҡайтҡас, әсәһе концерт ҡуйып йөрөгән урындан эшләгән. Янында күпме кеше йөрөй? Ысынлап, нимә тураһында уйлайҙарҙыр?
Фото: Инстаграм.
Читайте нас: