Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2020, 16:45

Башҡортостанда йыл башынан 25 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 0,6 тәшкил иткән, тип белдерҙе Роспотребнадзор. Улар араһында балалар ҙа булыуы аяныслы. Үлем осраҡтары ҡайһы район-ҡалаларҙа теркәлгән?

Башҡортостанда йыл башынан 25 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән. Үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 0,6 тәшкил иткән, тип белдерҙе Роспотребнадзор.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 53 үлем осрағы теркәлгән.
Өфөлә – ун, Иглин районында – ике, Ағиҙел, Баймаҡ, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Туймазы ҡалаларында, Әбйәлил, Асҡын, Бәләбәй, Дыуан, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө райондарында – бер ағыуланыу осрағы.
Спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыусылар иҫәбендә 9 бала бар, был осраҡтар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Дүртөйлө районында теркәлгән.
Дөйөм алғанда, токсикологик мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуар-февралендә республикала 478 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы күҙәтелгән.
Улар иҫәбендә —117 дарыуҙар менән ағыуланыу осрағы. Шуның 51-ендә медикаменттар һәм биологик матдәләр суицид маҡсатында файҙаланылған.
Ун бер кеше наркотик матдәләр менән ағыуланған, һигеҙе үлгән. 43 кеше углерод әсемәһе менән ағыуланған, 33-ө иҫән ҡалмаған. Бәшмәк менән ағыуланыуҙың бер осрағы теркәлгән.