"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Март 2020, 18:00

Әҙәм нәфсеһе берәй ваҡыт туйырмы?!

Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе ҡатын 2009 йылдан алып 2019 йылға тиклем Һаҡлыҡ банкында менеджер булып эшләгән һәм 10 йыл дауамында клиенттарҙы тишек кәмәгә ултыртҡан. Ул таныш-белештәренән бурысҡа аҡса ала һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы, акцияларҙы аҙаҡ тағы ла отошлораҡ шарттарҙа һатып алырға вәғәҙәләй.

Дүртөйлөнән ун йыл дауамында 22 миллион һумға яҡын аҡса урлаған 43 йәшлек банк хеҙмәткәрен хөкөм иткәндәр, уны айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләйҙәр. Был хаҡта Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе ҡатын 2009 йылдан алып 2019 йылға тиклем Һаҡлыҡ банкында менеджер булып эшләгән һәм 10 йыл дауамында клиенттарҙы тишек кәмәгә ултыртҡан. Ул таныш-белештәренән бурысҡа аҡса ала һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы, акцияларҙы аҙаҡ тағы ла отошлораҡ шарттарҙа һатып алырға вәғәҙәләй.
Мутлашыусының таҫма теленә ышанған клиенттар киләсәктә юғары проценттар алыр өсөн "бөтмөр" ҡатынға аҡса биргән. Улар үҙҙәре яҡындан белгән кассирҙың алдамауына ышанған, әлбиттә.
Ә ҡатын ул аҡсаны үҙләштереп, кеҫәһенә һалған һәм үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған. Дүртөйлө суды уның тоҙағына 24 кешенең эләгеп, зыян күреүен асыҡлаған. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныған. Хәҙер, суд ҡарарына ярашлы, ул ғүмеренең өс йыл да биш айын дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.
Читайте нас: