Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Март 2020, 00:00

КӘҢӘШМӘНӘН ҺУҢ (хикәйә)

– Һөйөнсө! Һөйөнсө! – тине ул шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. – Һөйөнсөһөнә нимә? Йә, әйт тиҙерәк! Күптәнге авторыбыҙ Кәрим ағай Ильясовтың хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.Иҙән һепереп йөрөгән ҡатыны Гөлниса был ни булыр икән тип үҙенсә төрлөсә юраны. Аҙаҡ һеперткеһен ҡулында тотҡан килеш Илмырҙаһына һораулы ҡараны: – Әллә лотерея билетына берәй затлы әйбер оттоңмо? – тип икеләнеп әйтеп ҡуйҙы.

Механизаторҙарҙың район кәңәшмәһенән яңы ҡайтып төшкән Илмырҙа ҙур ҡыуанысы менән уртаҡлашмаҡсы булып ҡатынына өндәште. Үҙенең ауыҙы ҡолағына тиклем йырылған.
– Һөйөнсө! Һөйөнсө! – тине ул шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. – Һөйөнсөһөнә нимә? Йә, әйт тиҙерәк!
Иҙән һепереп йөрөгән ҡатыны Гөлниса был ни булыр икән тип үҙенсә төрлөсә юраны. Аҙаҡ һеперткеһен ҡулында тотҡан килеш Илмырҙаһына һораулы ҡараны:
– Әллә лотерея билетына берәй затлы әйбер оттоңмо? – тип икеләнеп әйтеп ҡуйҙы.
Плащы менән фуражкаһын сөйгә элә һалып ҡатынының ҡулынан килеп тотҡан Илмырҙа уны бер ҡат өйөрөлдөрөп тә алды. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләнеүендә булды:
– Юҡ, белмәнең, белмәнең. Райсовет миңә “Урал” мотоциклы бүлгән.
– Бүләк итепме?
Ошо ерҙә Гөлнисаның йөҙө асылды, күҙҙәре ут янды.
– Эйе, һиңә... Ҡул аҡсаһына.
Хужабикә иренең был аңлатмаһынан һуң ауыҙ эсенән ниҙер мығырҙанды ла кире эшенә тотоноп китте. Иҙәнде һепереп бөткәс, былай ҙа ҡабарып ятҡан мендәрҙәргә һуҡҡыслап алды, өҫтөндәге сигеүҙәрҙең мөйөштәрен яҙып ебәрҙе.
Ҡатынының берәй нәмәгә үпкәләһә, өндәшмәй-нитмәй эште яйлап, тәпсирләп башҡарыуын яҡшы белгән Илмырҙа уның ниҙән күңеле кителеүен белә алмай йөҙәне. Хәҙер ул элекке кеүек шат, көләс түгел. Ихлас йылмайыуын ҡул менән һыпырып ташланылар тиерһең. Ә шулай ҙа баяғы һүҙенә йомғаҡ яһап ҡуйҙы:
– Ундай мотоцикл күптәргә тәтемәй ул. Бирәбеҙ тигәндә алырға кәрәк...
Гөлниса туҙынып китте:
– Һе-е, аҡсаң әтәс булып ҡысҡыра башлаған икән дә... Әйтерһең, урыны табылмай уға...
Артабан ни әйтер тип, Илмырҙа ҡатынына аптырап ҡараны. Ә тегенеһе күңелендә күптән йыйылған үпкә һүҙҙәрен теҙеүендә булды.
– Ирмен тип йөрөгән булаһыңдыр тағы. Хужалыҡлы булһаң, әллә ҡасан һыйырлы итер инең. Һөттөң һөтөн Фәрит ҡайнағаларҙан алам. Әлдә шулар бар...
Фәрит – Илмырҙаның бер туған ағаһы. Етеш йәшәй ул: кәртәһе – мал-тыуар, ә ишек алды ҡош-ҡорт менән тулы. Йомошо төшһә, Гөлниса шуларға йүгерә һала. Хатта өйҙә тауыш-ғауға ҡупһа ла ҡайнағаһынан ярҙам эҙләп, уға арҡалана. Тегеһе оҙаҡ көттөрмәй, ата өйрәк һымаҡ буйпаңлап, ҡатынын эйәртеп килеп тә етә.
– Йә, – тип яйлап һүҙ башлай ағаһы ундай саҡта. – Ни уйлауың был: эш тә эш тип йүнләп донъя ла көтмәйһең. Комбайнда соҡонһаң – шул етте һиңә. Етмәй торһон: донъя мал менән матур ул. Әйт: малың бармы? Эйе, бер нисә өтөк тауығың бар барлыҡҡа. Ә тауыҡтың мал түгеллеге һәр кемгә билдәле.
Ҡустыһын ана шулай аҫтыртын, йә асыҡтан-асыҡ битәрләргә тотона. Илмырҙа ундай саҡта ағаһын ишетмәҫкә тырышып, башын түбән эйгән килеш иҙән таҡталарын ентекләп һанай башлай. “Берәү, икәү... ун бер...”
– Минеңме? Минең ун һарыҡ, ун кәзәм бар. Һыйыр, быуаҙ йөрөгән тана аҫырайым. Ҡош-ҡортто һанап та тормайым.
Ағаһының был һүҙҙәренән Илмырҙа ҡапыл тертләп ҡуя. Тәндәре сымбырҙап, эҫеле-һыуыҡлы булып китә.
“Был өсәү тағы осрашты инде”,-тип ул көйәләнә башлай. Бар белгәндәре – кәзә лә һыйыр. Унан килеп нисә бот картуф ҡаҙып алғандар ҙа күпме мискә ҡыяр тоҙлағандар. Әйтерһең, донъя шуға ғына ҡоролған... Башҡа нәмә хаҡында һөйләшеп була бит. Мәҫәлән, трактор, комбайн тураһында. Техник прогресс...”
Уйынан ана шуларҙы берәмтекләгән Илмырҙа ҡатынына күтәрелеп ҡараны, шунан ҡырҡа һорап ҡуйҙы:
– Йә, мотоциклды алабыҙмы?
– Беҙҙе һөтһөҙ ултыртам тиһәң, алырһың шул. Хәл юҡ.
Ирендәре дерелдәй башлаған Гөлниса башындағы шәлен эләктереп ябынды ла балаһын етәкләп сығып китте. Уның туп-тура Фәрит ҡайнағаһына йүнәлеүе көн кеүек асыҡ.
“Хәҙер кәмит булырын көт тә тор, - тигән уй Илмырҙаның мейеһенә килеп урынлашты.- Аңра һарыҡ, туҡал башмаҡ хаҡында әңгәмә яңынан башлана икән улайһа”. Илмырҙа ағаһының оҙон-оҙон телмәрҙәренән, төртмә теленән тамам ялҡыған инде. Юҡ, ағаһы менән еңгәһенең килеүен көтөп тормаясаҡ ул.
Ашыҡ-бошоҡ кейенде лә ҡармаҡ ҡыуалын иңбашына һалып, Һүрәм буйына ыңғайланы. Үҙе атлаған һайын бер үк һүҙҙе ҡабатлай: “Минең улар менән һөйләшер уртаҡ һүҙем юҡ.”
Кискә тиклем байтаҡ балыҡ ҡармаҡлап алды. Асыуы баҫылып, күңеле күтәрелә төшкән Илмырҙа ҡайтырға сыҡты. Ауылға етәрәк, уның башына келт итеп шундай уй килде: “Туҡта әле, ҡалалағы кейәүенә күсеп китергә йөрөгән Янбай ағайҙың һыйырын белешергә кәрәк”. Ниңә әле шул хаҡта ошоғаса уйламаған ул? Илмырҙа туп-тура Янбай ағайҙарға йүнәлде. Хатта иҫәнлек-һаулыҡ һорашып та тормайынса, ишектән инер-инмәҫтән, ҡабаланып һүҙ башланы:
– Һыйырыңа күпме һорайһың?
Янбай ағай башта ғәжәпләнде, һуңынан эштең ниҙә икәнен аңлап алғас, трактористы үпкә ҡатыш шелтәләп алды:
– Һәй, был йәштәрҙе... Һаулыҡ һорашыу – борондан ҡалған йола. Оноталар бит шуны... Ә һыйырҙың хаҡы – хаҡ ярым, бот ярым борсаҡ ҡәҙәрем генә.
Хужа хаҡ ҡуйҙы. Һатыусы менән алыусы риза булышып ҡулға-ҡул һуҡтылар.
– Һыйырҙы хәҙерҙән етәкләп алып ҡайтһаң да була, – тине Янбай ағай. – Аҡсаһын ике бүлә түләрһең әле. Беҙ ни бер-беребеҙҙе белмәгән-күрмәгән кешеләр түгелбеҙ ҙәбаһа...
–Хәҙер үкме? – тип һорай һалды Илмырҙа. –Мин ни ҡаршы түгел...
Уның күңеле күтәрелеп китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҫҡа көйгә һыҙғырып ебәрҙе. Илмырҙа һыйырҙың мөгөҙҙәре араһынан үткәрелеп тоҡанлап бәйләгән арҡанды уң ҡулына тотоп, һулы менән һыйырҙы һөйөп, уға иркәләп өндәште:
– Әйҙә, малҡай!
Урамға сыҡҡас, Илмырҙа үҙҙәре яғына ҡарап алды. Ҡапҡалары төбөндә таныш өсәүҙең тороуын шәйләне ул. Биш-алты аҙым атларға ла өлгөрмәне, был өсәүҙең береһе һыйыр етәкләп ҡайтып килгән Илмырҙа янына ашыҡты. Йылмайып, шатланып килеүе әллә ҡайҙан күренеп тора. Ә ағаһы менән еңгәһе Илмырҙаны хупланылармы, юҡмы, ара алыҫ булғанлыҡтан, йөҙҙәрен айырым асыҡ күреп булмай ине. Тик шуныһы: уны ҡаршыларға була, ҡапҡаны шығырҙатып, шар асып ҡуйҙылар.
Кәрим Ильясов.
Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: