Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Март 2020, 00:00

ШОФЕР МӨХӘББӘТЕ (хикәйә)

“Мөхәббәт тә мөхәббәт тигән булалар. Юктыр ҙа ул!”Сафуан, тәрән уфтанып, үҙалдына шулай һөйләнде. Был һүҙҙәрҙе кисәнән бирле шыбырҙап та, ҡыскырып та йөҙ тапҡыр, мең тапҡыр ҡабатлағандыр. һис тынғылыҡ бирмәй, мейеһен быраулап тик тора ул һүҙҙәр.

“Мөхәббәт тә мөхәббәт тигән булалар. Юктыр ҙа ул!”
Сафуан, тәрән уфтанып, үҙалдына шулай һөйләнде. Был һүҙҙәрҙе кисәнән бирле шыбырҙап та, ҡыскырып та йөҙ тапҡыр, мең тапҡыр ҡабатлағандыр. һис тынғылыҡ бирмәй, мейеһен быраулап тик тора ул һүҙҙәр.
– Битһеҙ икәнһең дә! Ҡырҡҡа ярылыр эш мәлендә йәйерәп китеп ултыр әле!
Бөйөрөнә таянған ырҙын табағы мөдире Хәҙисәнең был зәһәр ғәжәпләнеүенән Сафуан тертләп китте. Ҡулындағы ҡаймаҡлы балғалағын төшөрөп ебәрҙе. Уртындағы көлсәһен сәйнәүҙән туҡтаны.
– Тамаҡ ялғап алырға булғайным да, – тип саҡ әйтә алды ул.
Был икәүҙе иген көшөлдәре янында ағас көрәктәренә таянған ҡыҙыл ҡолаҡтар менән ҡара елкәләр араһы, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, тыңларға тотондо. Ике ара вәкиленең – шофер егет менән ырҙын табағы мөдиренең – һүҙгә килешеүе ни менән тамамланыр икән?
Ауылды элек-электән икегә бүлеп йөрөтәләр: арғы осо – ҡыҙыл ҡолаҡтар, биргеһе – ҡара елкәләр араһы. Ике ара бер-береһе менан сәмләнеп, көнләшеп йәшәй. Улар араһындағы был сәм, бәхәс берсә аҫтыртын, берсә асык рәүешә бара. Тик шуны ла әйтеү фарыз: улар араһында тамсы ла дошманлыҡ юҡ. Уларға хеҙмәт сәме, бер-береһенән уҙҙырып йәшәргә тырышыу хас. Әйтәйек, ҡара елкәләрҙең берәйһе тракторға ултырһа, ҡыҙыл ҡолаҡтар араһы ниңә артта ҡалып торһон: һәләтләп үҙ вәкилдәрен тракторға уҡырға ебәрә һала. Йәиһә бригада йыйылышында ҡыҙыл ҡолаҡтарҙың береһе сығыш яһаһа, икенсе йыйылышта ҡара елкәләрҙең эшлекле кәңәш биререн көт тә тор.
– Аһ-аһ! Тамак ялғағас, йоҡлап алырға ла кәрәк. Мендәр килтерә һалайым, – тип Хәҙисә өй яғына йүгерергә әҙерләнгән кеше булды.
Ҡыҙыл ҡолаҡтар, уҡытҡансы әйтте был тип, йылмайышып ҡуйҙылар. Ә ҡара елкәләрҙең йөҙҙәре һөрөмләнде. Хеҙмәттән яңыраҡ ҡына ҡайтҡан боевой әҙерлек отличнигының алҡымынан алһындар әле! Кем-кем, былтыр ғына урта мәктәп бөтөргән ҡыҙыҡай тетмәһен тетә.
Комбайнерҙар әле эш башламаған: еүеш башаҡ барабанға урала. Ысыҡ һирпелгәнсе бәләкәй сабыр итәйем, – тип Сафуан аҡланырға маташып ҡараны.
– Бар, бар, эшеңдә бул, – тип ырҙын табағы мөдире шофер егетте этәкләүен белде. Аҙаҡ үҙ һүҙҙәренә йомғаҡ яһағандай, былай әйтеп ҡуйҙы:
– Эшкә илке-һалҡыларҙы йәнем һөймәй.
Ҡара елкәләр тештәрен ҡыҫты, һәммәһенең дә йөҙҙәре сирыҡ, биттәре ҡолаҡтарына тиклем буҙарып ҡыҙарған.
Сафуан, үҙенә ауыр әйткән ырҙын табағы мөдиренең ауыҙын шып яптырырға теләп, төрлөсә уйланды. Ни тиергә лә белмәне. Аҙаҡ алъяпҡыс бәйләгән аҡ косынкалы ҡыҙға үтә тишерҙәй итеп ҡарап ҡуйҙы, һыҙылып киткән ике ҡашы уртаһындағы ҙур миңе иң башлап күҙгә ташланды. Сәйнүк ҡапкасы дәүмәле түш алмалары леп-леп тибеп тора.
Егет өндәшмәне. Ҡулын ғына һелтәп, ҡапҡа алдына һүндермәй ҡуйған машинаһына ыңғайланы. Машина тигеҙ тауыш менән гөрләп ултыра. Тормозды ысҡындырып, стартерға баҫты. Сафуан баҫыуға елдерҙе. Ул ырҙын табағына иген ташый. Егет ҡул һырты менән түш кеҫәһенә ҡағылып алды. Кисә төш мәлендә килгән Гөләйемдең хатын ҡапшаны ул. Ҡапыл ҡаштары йыйырылып ҡуйҙы. Күҙҙәрен сылт-сылт йомдо. Ә ирендәре:
– Юҡтыр ҙа ул мөхәббәт, – тип ҡабатланы.
Көн дә яйлап үтелгән ауыл осондағы күпер тәңгәлендә хәҙер саң бураны уйнап ҡалды.
Сафуан, ҡуйын кеҫәһендәге әлеге хатты әллә нисәмә уҡып, күптән ятлап алған. Унда былай яҙылғайны: “Вәғәҙә-антыбыҙға мин хыянат иттем. Кисер мине. һине былау бешерергә өйрәткән Шамурад артымдан бер иле ҡалмай эйәреп йөрөй торғас, миңә өйләнеп ҡуйҙы. Атай-әсәйем дә тиҙләтте шул: тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ, йәнәһе. Теләгәнемде ашап, йәнем һөйгәнде кейһәм дә, үҙемде бәхетле тоймайым: ерле юҡҡа ҡыҙғанып, Шамурад мине үтә ныҡ ҡыйырһыта. Бик тә яңылыштым. Бары һине яратыуымды аңланым. Аңланым... Әммә һуң инде. Хуш бул!” Хатта беленер-беленмәҫ бер нисә тап бар. һар-ғайышып тора ул таптар. Күҙ йәшелер, күрәһең.
һе, яңылышҡанын әле аңлаған, имеш. Еңел аҡыллылыҡ түгел тиһең инде быны?! Сафуан теш араһынан сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы.
Гөләйем менән тәүге осрашыуы күҙ алдына килеп баҫты. Сафуан хеҙмәт иткән часть Вологда өлкәһенә аҙна-ун көнгә етен йыйышырға ярҙамға ебәрелгәйне.
Уҡалап сигелгән түбәтәй кейгән, артыҡ һөйләшеп бармаған ҡуңыр ҡара күҙле ҡыҙға егет баштан уҡ иғтибар итте. Уның менән танышырға яйын эҙләне. Ҡыҙ тапкырына етһә, машинаһын әкренәйтеп, ҡысҡыртып уҙыр булды. Әммә ул да тейешле һөҙөмтә бирмәне. Гагауз ҡыҙы яуырындары аша биленә төшөп торған икенән үрелгән ауыр толомона һул ҡулы менән еңелсә ҡағылып ала ла, эре биҙәкле оҙон күлдәген елберҙәтеп, әле генә мамыҡ йыйғыс комбайн үткән икһеҙ-сикһеҙ алыҫлыҡтарға йәйрәп ятҡан етен баҫыуы буйлап атлауын белә. Ул унда-бында һерәйешеп ултырған етенде йыя.
...Комбайнерҙар бөгөн эште көндәгенән һуңыраҡ башланы. Иртәнге ысыҡтың кибеүен көтөп, уларҙың һәр береһе ҡояш тышау буйы күтәрелеүгә ни бары берәр буй яҫма һуҡҡайны. Бункерҙарҙың гәрәбәләй иген менән тулыуын Сафуан дүрт күҙ менән көтөп ала. үл үҙенә тел тейҙерергә баҙнат иткән ике ҡашы уртаһында оло миңе бар ҡыҙға туҡтауһыҙ һуҡрана. “Бынағайыш, эшкә илке-һалҡы ҡараған кешене тапҡан бит. Әйткәндәй, ундай яндырайҙы ырҙын табағына хужа итеп кем ҡуйған?”
Шофер Хәҙисә менән башҡаса осрашмаҫҡа тырышты. Уның бәхетенә күрә, ырҙын табағы мөдире күберәген иген елгәреүсе ҡатын-ҡыҙҙар янында булаша.
Сафуан бортты йәһәтләп аса ла беренсе булып үҙе көрәккә тотона. Шундай рейстарҙың береһендә егет Хәҙисәгә ирекһеҙҙән ҡарап-ҡарап алды. Ҡыҙ, етеҙ хәрәкәттәр менән ашлыҡ елгәргес транспортерға күнәкләп иген ҡоя.
– Күргем килеп тә тормай әле шул ҡыҙыл ҡолаҡты, – тип үҙалдына һөйләнеп, икенсе яҡҡа әйләнергә лә өлгөрмәне, ҡыҙыл ҡолаҡтар араһы Мәликә еңгәнең сарбайлап һөйләнеүен шәйләне.
– Егетте, тим, бөйөрөңә таянып әрләп, бөтөнләй телдән яҙҙырҙың. Ауыҙ асып һүҙ әйткәне юҡ.
Бер ҙә яуапһыҙ ҡала торғандарҙан түгел Хәҙисә. Ул косынкаһын төҙәтеп ябынды ла:
– Телгә һалышыуҙан ни файҙа?! Анна, һин хәбәрҙе мул һөйләйһең дә ул, эшең ташҡулсәйем. Сафуан ағайҙы әйтһәң, ул емертәһенә эшләй. Молодец! – тине.
Шофер егеттең үҙе хаҡында ана шундай һүҙ ишетеүе булды, эсенә йылы йүгерҙе. Тимәк, ул эш һөймәүселәрҙән түгел икән.
Игенде бушатып бөтөрөп, бортты һәләтләп япҡанда, Сафуан гимнастеркаһы еңенең шыртлауын абайланы. Һиҙәбе ырғыған икән. Баҫа һалайым тип, һалдат ғәҙәте буйынса эске түш кеҫәһенә үрелде, һапланған энәне хеҙмәт иткәндә гел шунда йөрөтә торғайны. Энә булмай сыкты. Тирә-яғындағыларға белдермәҫкә тыршып, Мәликә еңгәне ым менән саҡырып алды. Ул да энәһеҙ ине.
– Тапҡанһың аптырар нәмә, – тип Мәликә еңгә сарбайлауын белде, – ана, Хәҙисәлә бар.
Шофер егет артыҡ шауламаҫҡа ҡушып, һуҡ бармағын ауыҙы тапҡырына килтерҙе. Еңгәй был ишараға иғтибар ҙа итмәне, яр һалып, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Хәҙисә! Хәҙисә-әү тим! Төймә ҡаҙарға энәң менән ебеңде килтер.
Ырҙын табағы мөдире ни тиергә лә белмәй ҡыҙарынып- бүртенгән Сафуан янына килеп туҡтаны. Саҡырылыу сәбәбен төпсөнөп торманы. Бары күҙ асып күҙ йомған арала алъяпҡыс кеҫәһенән энә-еп алып, һаплап, төйнәп тә ҡуйҙы.
– Сафуан ағай, бире кил, төймәңде ҡаҙайым, – тип мөләйем йылмайып өндәште Хәҙисә.
– Иртәнсәк тә ҡаҙағайның... ағыулы телең менән...
Шофер егет ишетелер-ишетелмәҫ мығырҙанды. Шулай ҙа еңен
ҡыҙға табан һуҙҙы, ырҙын табағы мөдире үҙҙәре араһында бер ни булмағандай, тыныс ҡына һиҙәп баҫа.
Ҡыҙыл ҡолаҡтарҙың холҡо шулай шул: хәтер һаҡлап тормай, етешһеҙлегеңде күҙгә ҡарап шартлатып әйтеүҙәрен беләләр. Миңә тимәһә, сәсрәп кит. Әйтәләр ҙә оноталар. Кеше артынан һүҙ йөрөтмәйҙәр. Ә ҡара елкәләр үҙҙәренә төбәп әйтелгәнде тиҙ генә онота һалғандарҙан түгел. Хас та ут инде үҙҙәре: тәүҙә дөрләп тоҡанып китәләр, һуңынан эстән кисерә барып, быҫҡып һүнәләр.
Хәҙисә епте теше менән өҙөп, күтәрелеп Сафуанға ҡарап ҡуйҙы. Уның ҡарашы егеттең ҡарашы менән осрашты.
Ҡыҙҙың ҡарашында шелтә ҡатыш үпкә лә бар һымаҡ ине. “Йүләркәй. Күптән оноттом мин, онот һин дә”,– тиҙәр ине ул күҙҙәр. Сафуан үҙе өсөн тағы бер яңылыҡ асты: ҡыҙҙың бер шәлкем сәсе бөҙрәләнеп маңлайына төшөп тора. Икеһе лә баштарын бер юлы түбән эйҙе. Аҙаҡ был күреп ҡалманымы тип, Мәликә еңгә яғына һирпелеп ҡарап ҡуйҙылар. Арбаға бишенсе тәгәрмәс кәрәкмәгәндәй, икәү араһында өсөнсө кеше артыҡ ине был мәлдә. Телдәр Мәликәнең эргәләрендә юҡлығына тамам ышанғас, еңел тын алдылар.
Сафуан эштән күҙ бәйләнгәс ҡайтты. Йыуынып, унан-бынан ҡапҡыланы ла клубҡа барырға булды. Көтмәгәндә был уйынан кире ҡайтты. Ҡағыҙ, ручка алып Гөләйемгә хат яҙырға ултырҙы. Хатты нисек башларға икән? Эйәгенә таянып, оҙаҡ уйлағандан һуң ошо һүҙҙәрҙе теҙҙе: “Һаумы, Гөләйем!” Уҡып ҡараны ла оҡшатманы: был һүҙҙәр үпкә ҡатыш һағышты, өҙөлөп яратыуҙы үҙ эсенә һыйҙырмай, ҡоро һаулыҡ һорашыуҙы белдерә түгелме? Сафуан ҡағыҙҙы йомарланы ла көлдөксәгә ырғытты. Ҡабат яҙа башланы. Уны ла оҡшатманы. Йыртып ташланы. Иң ахырҙа шундай хат хасил булды: “Һаумы, Гөләйем! Кил. Көтәм”.
Аҙағы - иртәгә.
Кәрим Ильясов. Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: