Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Март 2020, 13:05

Коронавирус тормошобоҙға етди үҙгәрештәр индерә

Кисә, 26 мартта, үҙәк район дауаханаһы базаһында МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса штабтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Әлегә районда хәл-торош тотороҡло. “Әммә был тынысланырға, ғәмһеҙ ҡарарға сәбәп була алмай.”, – тип яҙа социаль селтәрҙә Дәмин Марат улы.

Кисә, 26 мартта, үҙәк район дауаханаһы базаһында МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса штабтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Әлегә районда хәл-торош тотороҡло. “Әммә был тынысланырға, ғәмһеҙ ҡарарға сәбәп була алмай.”, – тип яҙа социаль селтәрҙә Дәмин Марат улы. Иртәме-һуңмы, коронавирус беҙгә лә килеп етер, уны тулы әҙерлектә ҡаршыларға кәрәклеге билдәләнде. Райондың баш табибы Денис Ғәбәүтдинов әйтеүенсә, персонал өсөн бер һәм күп тапҡыр ҡулланыуға яраҡлы махсус костюмдар, препараттар, маскалар бар. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына өҫтәмә костюмдарға, дарыу препараттарына заявка бирелгән.
Район етәксеһе шулай уҡ 15 марттан һуң сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандарыбыҙ “самоизоляция” режимын мотлаҡ һаҡларға тейешлеге тураһында киҫәтә: “Белеүебеҙсә, Роспотребнадзор талаптарын һанға һуҡмаусылар бар. Беҙ уларҙы, күрһәтмәгә ярашлы, ҡәтғи язаға тарттырасаҡбыҙ”. Ул шулай уҡ медицина маскалары булмауына бәйле мөрәжәғәттәр күп булыуы, был мәсьәлә республика етәкселеге тарафынан контролгә алыныуы хаҡында хәбәр итә. Район башлығы хәлдең үтә лә етди булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, яңы вирусҡа еңел ҡарамаҫҡа, ғәмһеҙ булмаҫҡа саҡыра.
Читайте нас: