Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Март 2020, 00:00

Шофер мөхәббәте (хикәйә) Аҙағы

Сафуан хатты дүрткә бөкләне лә иртәгә үк ебәрергә булып, кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Ваҡыт һуң ине инде: һарғайып таң да беленгән.

Сафуан хатты дүрткә бөкләне лә иртәгә үк ебәрергә булып, кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Ваҡыт һуң ине инде: һарғайып таң да беленгән.
Ауылдың бирге башында нәҙек тауышлы әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Уға ҡыҙыл ҡолаҡтар араһының ҡалын тауышлыһы ҡушылды. Ҡара елкәләр яғынан бала әтәстәр тамаҡ йыртып сыр-сыу килделәр.
“Вәғәҙә, антты ҡайһылай еңел боҙалар әле”, – тип үҙалдына үртәнеп һөйләнгән Сафуан икенсе яғына әйләнеп-тулғанып ятты.
Йоҡлап киткәс тә төш күрҙе ул. Имештер, ул бер бейек тау янына килеп сыҡҡан. Күтәрелеп ҡараһа, ни күрһен: тау башында бер ҡосаҡ етен күтәреп Гөләйем тора. Эре биҙәкле күлдәге елберҙәген сыға. Ҡулдарын болғап, үҙе Сафуанға ниҙер ҡысҡыра. Сафуан селектәргә йәбешә-йәбешә, юғарыға йән-фарман үрмәләй башлай. Тик был ни ғәжәп: баҫҡан ере убыла ла тора. Бер аҙым атлап булмай. Гөләйем ҡулындағы етен ҡосағын түбәнгә ырғытты. Сафуан уны үрелеп тотам ғына тигәндә, Гөләйемдең был бүләге ҡап-ҡара болотҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Әйләнә-тирәне ҡараңғылыҡ баҫты. Тау ишелеп емерелә башланы. Тап ошо һәләкәтле мәлдә донъя, нурға тулып, балҡып китте. Күк йөҙөндә яҡты бер йондоҙ ҡалҡып сыкты. Баҡтиһәң, был йондоҙ Хәҙисәнең ике ҡашы уртаһындағы миңе икән. Миң алтын нур һибә. Был нурҙан бар ғәләм яҡтырып китте.
Сафуан ошо ерҙә уянды. Тышҡа ҡараны: таң яңы атҡан ине. Саф һауа һуларға була тәҙрәне асып ҡуйҙы ул. “Вәғәҙә, антты шулай еңел оноталар икән дә”, – тип ауыҙ эсенән мығырҙанған Сафуан көтмәгәндә тертләп ҡуйҙы. Тәҙрә тупһаһына тупылдап ниҙер тамды. Бер-ике-өс... Күҙ йәшем, буғай, бип бармаҡ биттәрен керпек ҡойроҡтарына тейҙереп-тейҙереп алды. Әммә керпектәр ҡоро ине. Тышта һибәләп ямғыр яуа башланы. Ямғыр күҙҙәре тәҙрә быялаһын, ҡыйыҡ баштарын туҡылдатты.
Сафуан шул тороуҙан эшкә китте. Бөгөн эш муйындан булды уға: төшкә ҡәҙәре ҡарағуранан силос һалыуҙа ҡатнашты, ә төштән һуң ырҙын табағына иген ташыны.
Өлкән кеше тир һыпырып эшләгәндән һуң, тән яҙырға була ял итергә ултырыр ине. Ә Сафуан ултырып торманы, сөнки ул йәш кеше, типһә тимер өҙөр мәле. Баранка артында оҙаҡ ултырыуҙан ҡалаҡ һөйәктәре сәнсеп-сәнсеп һыҙлауға ҡарамаҫтан, әсәһе яһаған сәйҙе йәһәтләп эсә һалды ла клубҡа ашыҡты. Уйындың иң ҡыҙған сағына тап килде ул. Йәштәрҙең парлашып та, яңғыҙ ҙа бейегәнен, йырлағандарын ситтән генә күҙәтте.
Оҙаҡламай танса башланды. Ярты яҡта япа-яңғыҙ һерәйеп торған Сафуан янына маңлайына бер шәлкем бөҙрәләнеп төшкән сәсле ҡыҙ югереп килеп етте. Егет күтәрелеп ҡараны.
– Тансаға төшәбеҙме, Сафуан ағай? – тине Хәҙисә. Егеттең риза булыпмы, йә инәлтергә теләпме, яуырындарын һелкеп ҡуйғанын күреп,үҙенсә һөҙөмтә яһап та ҡуйҙы.
– Ә-ә, аңлашыла, бейей белмәйһең!
Хәҙисә тап ошо һүҙҙәре менән егетте үтә ныҡ ҡыйырһытты. Кем-кем, ә Сафуан танса оҫтаһы. Хеҙмәт иткәндә танса буйынса ҡиммәтле бүләк менән дипломдар алып йөрөгән кеше.
Шофер сәмләнеп:
– Әйҙә улайһа, – тине тешен ҡыҫып. – һул аяҡтан һиңә башларға! үҙе бер ҡулы менән ҡыҙҙың яуырынынан, икенсеһе менән биленән тотто. Улар бөтөрөлөп өйрөлдөләр. Егеттең етеҙ хәрәкәтенә, үҙен оҫта йөрөтөүенә һоҡланған ҡыҙ түҙә_ алманы:
– Торғаны менән бейеүсе артист икәнһең дә! – тип ҡуйҙы.
Был маҡтауҙан егеттең түбәһе күккә теймәне. Киреһенсә, ул Сафуандың асыуын ғына килтерҙе. Имеш, артистар ғына тансаны белә. Ә шоферҙар белергә тейеш түгел.
– Шулай ҙа ҡырағай һин, ағай. Йәштәр янынан ҡасаһың, – тип Хәҙисәне тураһын ярып һалды.
Сафуан ни тиергә лә белмәне. Ҡыҙарынды. Бүртенде. Ошо ерҙә, барыһына ҡул һелтәп, ҡыҙҙы ташлап сығып китергә лә самаланы. Был уйынан тағы кире ҡайтты.
– Ҡулға эйәләштерелгән булайыммы? – тип һүҙҙе уйынға һабыштырмаҡсы булды ул.
– Юҡ. Ҡулға эйәләштерелгән кәрәкмәй. Ҡырағай булыуың хәйерле.
Ҡыҙ тәрән мәғәнәле итеп йылмайҙы. Хәҙисәнең, башҡа ҡыҙҙар һымаҡ ҡаш һикертеп, алан-йолан ҡаранмауы Сафуанға оҡшаны. “Ҡыҙ тиһәң дә ҡыҙ, исмаһам”, – тигән һығымта яһаны ул.
Уйын һуңынан Сафуан ауылдың арғы башына, ҡыҙыл ҡолаҡтар яғына, Хәҙисәне оҙата барҙы. үтеп барышлай, үҙҙәре тапкырына еткәс, ҡыҙға ҡыйыр-ҡыймаҫ өндәште:
– Хәҙисә! Беҙгә инеп сыҡмайбыҙмы?
Ҡыҙ ишетергә лә теләмәне.
– Абау, мөхәббәтһеҙ! Нимә ти бит әле! – тиеүҙән уҙманы. Әммә тауышында бер ниндәй ҙә асыу юҡ ине.
Егетен дә әйтер инем. Ҡыҙға ниңә шундай тәҡдим яһай әле? Оят түгелме? Йәштән намыҫ һаҡлаусы башҡорт ҡыҙҙары килен булып оҙатылып килмәйенсә, ҡыҙ көйөнсә буласаҡ ҡәйнә тупһаһын ашатлап үтмәйҙәр. Шуны белмәйме икән?! Иртәгә лә осрашырға һүҙ ҡуйышып, һуң ғына айырылышты улар.
Сафуан ҡайтыу менән өйгә тура инмәне. Ишек алдындағы эскәмйәгә ултырҙы. Папирос эҙләп кеҫәһенә үрелде. Унан таушалып бөткән ниндәйҙер ҡағыҙ килтереп сығарҙы. үҙе дүрткә бөкләнгән. Уны яҙып ебәреп, шырпы һыҙып, уҡырға тотондо. “һаумы, Гөләйем!” - тип шыбырҙаны Сафуан. Бының кисә төнө буйы ултырып Гөләйемгә яҙған дүрт һүҙлек хат булыуын яңы иҫенә төшөрҙө. Артабан уҡып торманы. Хатты ни эшләтергә белмәй, улай әйләндөрҙе, былай әйләндерҙе.
Шунан уны ваҡ киҫәктәргә йыртып, аяҡ аҫтына ташланы…
Август айының йылы таң еле иҫте. Күлдәк иҙеүҙәрен асып ебәргән Сафуан иркен тын алды. Ул, ашыҡмайынса атлап, өйгә инеп китте.
Кәрим Ильясов.
Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: