Тулы әҙерлектә ҡаршылайыҡ
Район территорияһында эреле-ваҡлы йылғалар бихисап. Ҡар һыуҙары менән тулһа, «тауыҡ кисмәле генә» булғандары ла ярҙарынан ашып, оло бәләгә тарытыуы ихтимал. Һуњғы йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл ҡар ҙа мул ғына яуҙы, һауа температураһы кинәт күтәрелеү ихтималыла юҡ түгел. Был иһә уяу булыуҙы, әҙер тороуҙы талап итә. Районда әле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау, яҙғы ташҡындың хәүефле эҙемтәләре мөмкин тиклем әҙерәк булыуына өлгәшеү, халыҡты бәлә-ҡазанан ҡурсалауҙы тәьмин итеү буйынса эш бара.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығыныњ Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы ИҪКӘРТМӘһен тәҡдим итәбеҙ.
Үҙегеҙҙең хәүефһеҙлек маҡсатында:
*ғәҙәттән тыш хәл ихтималы хаҡында мәғлүмәтте һәм эш-ғәмәл тәртибе тураһында инструкцияны диҡҡәт менән тыңлағыҙ;
*ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе сарҙаҡҡа йә башҡа хәүефһеҙ урынға күсереп ҡуйығыҙ;
*мебель һәм көнкүреш техникаһын иҙәндән 1 метр юғары мендереп ҡуйығыҙ;
*ишек-тәҙрәләрҙе ябығыҙ, ваҡытығыҙ булһа, 1-се ҡатта уларҙы тыштан ҡаҙаҡлағыҙ;
*электрҙы, газды һүндерегеҙ;
*мал-тыуарҙы хәүефһеҙ урынға күсерегеҙ;
*мөгәрәптән аҙыҡ-түлек запасын алып ҡуйығыҙ;
* ихаталағы ҡар һыуы ағыҙып алып китерҙәй нәмәләрҙе бәйләп йә йыйыштырып ҡуйығыҙ;
*итектәрегеҙҙе, һал, кәмәләрегеҙҙе әҙер тотоғоҙ.
Әҙерләп хәстәрләп ҡуйығыҙ:
*ҡиммәтле әйберҙәр, документтар, тәү кәрәк-яраҡ нәмәләр сумкала йә рюкзакта ҡул осонда ғына булһын;
*өс көнгә етерлек аҙыҡ, йылы кейем, тотош ғаилә өсөн гигиена саралары полиэтилен пакеттарҙа әҙер торһон;
*аптечка, майшәмдәр, шырпы, запас батарейка менән фонарик;
*ҡыйыҡҡа йәки сарҙаҡҡа менергә баҫҡыс хәстәрләгеҙ.
Һыу кимәле йылдам күтәрелһә, өйҙәге әйберҙәрҙе һаҡлап ҡалыуҙы хәстәрләргә, эвакуацияланырға әҙерләнергә кәрәк.
Тыныслыҡ һаҡлағыҙ, сәбәләнмәгеҙ.
Документтарығыҙҙы, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе, аҙыҡ-түлек кеүек ињ кәрәк нәмәләрҙе бер ергә йыйыштырығыҙ.
Ярҙам килгәнгә тиклем һыу етмәҫлек урындарға – сарҙаҡҡа, ҡыйыҡҡа, ағас башына менегеҙ.
Ҡотҡарыусыларға флаг, факел, майшәм, фонарь ярҙамында сигнал биреү мөмкинлеген хәстәрләгеҙ.
Ҡотҡарыусылар килеренә өмөт булмаһа, һыу баҫҡан урындан үҙаллы ҡотолоу сараһын күрегеҙ. Уға тыныслыҡты һаҡлап, һыу ағышын, уныњ тиҙлеген иҫәпкә алып ентекле әҙерләнегеҙ.
Өйҙән сығып китерҙән алда электр һәм газ тәьминәтен, мейестәге утты һүндергә онотмағыҙ. Ишек-тәҙрәләрегеҙҙе бикләгеҙ, ваҡытығыҙ булһа, 1-се ҡаттағы тәҙрә-ишекте ҡаҙаҡлағыҙ.
Ер-һыу таныш булып, һыу артыҡ тәрән булмаһа, һыу баҫмаған урындарҙағы биналарға, ҡоролмаларға барып етергә тырышығыҙ. Әгәр һеҙ тиҙ генә һыу баҫа торған ерҙә икәнһегеҙ, ҡотҡарыусыларға сигнал бирә һалығыҙ; улар булмаһа, тәрәнлекте таяҡ менән үлсәй-үлсәй һыу буйлап әкрен генә хәрәкәт итегеҙ.
һыу өҫтөндә ҡалырға тырышығыҙ; бөтә көс менән ярға сығырға, ҡаралтыға етергә ынтылығыҙ; ағым ыњғайына йөҙөгөҙ, көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ, ярға яҡынлашығыҙ; өйөрөлтмәктәрҙе, шаршыларҙы, һыуҙағы ҡаршылыҡтарҙы урап үтергә ынтылығыҙ; йөҙгөс әйберҙәр, страховка арҡанын ҡулланығыҙ; аяҡ һәм өҫ кейемен сисегеҙ, ярға яҡынайығыҙ һәм ярҙам көтөгөҙ. Һыу баҫҡан юлдан хәрәкәт итмәгеҙ – һеҙҙе ағым алып китеүе бар. Машинанан сығығығыҙ ҙа үргә менеп, ярҙам саҡырығыҙ.
Өйөгөҙгә ҡайтҡас, һаҡлыҡ хаҡында онотмағыҙ: стена-түшәмдәр ишелеп ҡуймаһын, иҙән серегән булмаһын. Электр утын тоҡандыра, шырпы сыя күрмәгеҙ – газ сығып торған булһа, шартлау ихтималы ҙур. Бүлмәләрҙе, әйберҙәрҙе киптерергә, сүп-сарҙы сығарырға, ихатаны һәм йортто йәшәрлек хәлгә ҡайтарырға кәрәк.
Берҙәм ҡотҡарыу телефоны – “112”