Урланған сабыйын йылдар буйы зарығып, ҡасан да булһа табылырына өмөтөн өҙмәй көткән әсәнең йөрәге нисек түҙгәндер?
Тольятти ҡалаһында йәшәгән Ольга Синельникова юғалған ҡыҙы менән тик 23 йылдан һуң ғына табышҡан.
Ольга ул ваҡытта башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, кейәүҙә була. 1996 йылда Синельниковтарҙың ғаиләләренә шатлыҡ өҫтәп, көтөп алған ҡыҙҙары тыуа. Уға Маша тип исем бирәләр. Түбәһе күккә тейгән йәш атай ни эшләргә лә белмәй, кәләшенең һәм сабыйының һәр минутын видеоға төшөрә.
5 октябрҙә ике айлыҡ баланы, урыҫтар йолаһына ярашлы, суҡындырырға әҙерләнәләр. Был уңайҙан Чебоксар ҡалаһынан өләсәһе лә килеп етә. Әҙерләнеү мәшәҡәттәре ваҡытында ҡамасау булмаһын тип, баланы алып өләсәй магазинға китә. Оло кеше аҙыҡ-түлек магазинына инеп китә, ә бала тышта коляскала йоҡлап ҡала. Тик 5-10 минут тирәһенән һуң сығыуына коляска урынында булмай.
Шаңҡыған ҡатын, баланы урлағандары башына барып еткәс, яҡын әхирәтенә шылтырата. Ҡатындар ҡысҡырып, тегеләй һуғылып, былай-һуғылып баланы эҙләйҙәр, эргә-тирәләге барлыҡ кешенән һорап сығалар. Ахырҙа бер таныш булмаған ҡатындың коляска этеп китеп барыуын күреүселәр була. Аҙыҡ-түлек тейәгән машина водителе лә шәйләй уны, фоторобот төҙөргә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә коляска табыла ла бит, тик бала юҡ... Ҡыҙсыҡтың фотоһо бөтә ил буйлап тарала. Эҙләү тиҫтәләрсә йылға һуҙыла. Ниндәй ҙә булһа хәбәргә ҙур сумма аҡса вәғәҙәләһәләр ҙә, 23 йыл буйы бер нимә лә асыҡланмай...
Күптән түгел "Көт мине" тапшырыуына Һамар өлкәһенән Людмила Старова исемле ҡатын шылтыратып, Вера Л. исемле йыраҡ туғанының 1996 йылда бала урлауы хаҡында үлер алдынан ғына әйтеп ҡалдырыуын, хәбәр итә. Тик нисек енәйәтте барыһынан да йәшерә алған һуң ул? Баҡтиһәң, ҡатын өйҙә малай таба, әммә сабыйы үле тыуа, был хаҡта бер кеше лә белмәй. Һуңынан ҡайғыһын баҫыу маҡсатында кеше сабыйын урлап, үҙенеке тип күрһәтә, уға үҙенеке ише Вера тип исем бирә. Йылға яҡын урланған ҡыҙ менән Тольятти ҡалаһында - сабыйҙың ысын ата-әсәһенән йыраҡ түгел ерҙә йәшәйҙәр. Һуңынан Ульяновск өлкәһенә күсеп китәләр, унда уларҙың өйҙәре янып, документтары юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә, яңы документтар буйынса, ҡыҙ бөтөнләй үҙҙәренекенә әйләнә. Тик яҡындары ғына баланың бер ҙә ата-әсәһенә оҡшамауына аптырай.
Хәҙер инде Вера-Маша 23 йәшлек ҡыҙ, рус теле уҡытыусыһы. "Көт мине" тапшырыуына барып, ғаилә фотоларын күрһәтеп, ДНК анализдары алһа ла (анализдар буйынса ул тап Синельниковтарҙың юғалған ҡыҙы), ышанмай. Тик Ольга телефон аша ҡыҙының бер ҡолағының ослайып тороуын һәм эсендә ҙур миңе булыуын әйткәс кенә осрашырға ризалаша Вера-Маша...
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.