Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2020, 00:00

ЯҘМЫШ (хикәйә). Миңзифа Ҡашҡарова

Әхиәр ҡарт мәрхүм булған , тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ауылға таралды.

Әхиәр ҡарт мәрхүм булған , тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ауылға таралды. Кемдер, бер алкаш кәмене тип һүҙ ҡуйыртты , икенселәре , тыуымдан ҡалмағас үлемдән ҡалыу юҡ , иманын юлдаш итһен тиеү менән сикләнде . Үлгәс үлгән инде , ишеттеләр ҙә оноттолар .
Бары тик ғүмер буйы күрше йәшәгән Миңһылыу ғына , хәбәрҙе ишетеү менән уларға юлланды. Ире Фәтих тә теләр - теләмәҫ кенә эйәрергә мәжбүр булды .
Урамдағы февраль айының сатлама һыуығы өйгә лә килеп ингәнме ни , өй эсе тыштан да һыуығыраҡ ине .Ҡот осҡос ташландыҡ өйгә , эскелектең ояһы булған ергә кем килһен инде . Ауылдаштары килмәне Әхиәрҙе һуңғы юлға оҙатышырға . Ҡарттың өс улы ла тағы үҙҙәре кеүек эскән шешәләштәре генә шоҡорайышып ултыралар ине .
Миңһылыу иренә әйтеп , үҙҙәренән утын килтертте лә мейесте тоҡандырып ебәрҙе . Ниндәй кеше булһа ла , мәйетте һаҡлау кеүек йоланы ашаҡлап үтә алмай ине ул, ултырырға булды . Күрше хаҡы тәңре хаҡы тип уйланы , кеше йәнле Миңһылыу . Ҡайтып ҡалған аш менән бер түңәрәк икмәк , ит алып килде . Йыйылып ултырыусыларҙы түрбашҡа саҡырып тамаҡтарын туйҙырҙы . Инде ҡартайышып барған , эскелектән башҡаны белмәгән малайҙарҙы йәлләй ине ул . Бигерәк тә иң бәләкәсен Фәритен йәлләй ул .
Миңһылыу , ире Фәтих һәм Әхиәр класташтар ине . Әхиәр төҫкә лә иҫ китерлек түгел ине ,яҡшылап уҡыманы ла . Армиянан ҡайтҡас бер ерҙә лә юнләп эшләмәне , эсеүгә бәйләнде .Кеше менән ауыҙ асып һөйләшә лә белмәгән , һәр ваҡыт аҫтан һөҙөп ҡараусы егет , барыһын да аптыратып , күрше ауылдың иң сибәр ҡыҙына өйләнде . Бер бөртөк ҡыҙын , зимагурға бирмәйем тип Сәлимә апай ныҡ тартҡылашҡан тип һөйләнеләр һөйләүен. Алманың аҫылын ҡорт ашай тиеүҙәре дөрөҫ һүҙҙер , ахыры. Егәрле , матур , көләкәс Мәфрүзә Әхиәрҙең тап киреһе ине .
Мәфрүзә килен булып төшөү менән , ең һыҙғанып донья көтөүгә кереште .Йәшмен , тип торманы , фермаға һыйыр һауырға эшкә төштө. Бер - бер артлы доньяға балалар килде . Тәүҙә ике ҡыҙы Нурзияһы менән Нурияһы , шунан Фәниле , Хәлиле , Нуриманы ,Хәлите .
Күрәләтә , шул эскесегә барып ней , башыңа тай типмәгәндер бит?! Атаһын ҡара , ғүмере буйы әсәһен ыҙалатты , тип асырғаланып ҡысҡырған әсәһенең ауыҙын тиҙ япҡайны Мәфрүзә ул саҡта .
- Мин атаһына бармайым бит! Донья көтә башлаһа , эсмәй ул , тип эре һөйләшкән Мәфрүзәнең, терһәген тешләрҙәй көндәре алда ине әле .
Эсеүен дә ташламаны , бер ерҙә лә юнләп эшләмәне лә ире . Тормош йөгө тулыһынса ҡатын елкәһендә булды. Ҡара таңдан , ҡара кискәсә ире ҡайҙа йөрөйҙер . Уны ҡарауыллап йөрөрлек ваҡыты ла хәле лә булманы Мәфрүзәнең .Ҡәйнәһенән ҡалған бәләкәс кенә өйҙәре ҡыйшайып ,емерелеү сигенә етә башлағас ,атаһы үҙе иҫән сағымда тип бура бурай башлағайны. Алайҙа ғына атаһы менән әсәһе бар , бесән эшләштеләр , утынын килтерттеләр .
Мәфрүзә таңғы биштән тороп иртәнге һауынға китә , ҡайта ла мейесенә ут яға , ашарға бешерә , малын ҡарап һыйырҙарын һауып инә . Балаларын ашатып , сепаратын айыртып ул был иткәнсә , киске һауынға ваҡыт етә .
Тағы ҡайтып мейесен тоҡандыра , көндөҙ мейес төбөнә ултыртып киткән сөгөн Мәфрүзә ҡайтыуға буш була. Ҡатын тағы ашарға яраштыра , күмәк баланың кере лә күп , керен йыуғанса таң һыҙыла ...
Малды ла ишле генә көтөргә тырышты үҙе . Бесән әҙерләүе ауырыраҡ булһа ла , өс һыйыр һауҙы , байтаҡ ҡына һарыҡ , ҡош ҡорт көттө . Етмәһә , ферманан һөт алып ҡайта ине , сепрәк моҡсайына тултырып ярмаһын да йүкмәп әҙ ташыманы ул . Хәйер , бер ул ғынамы ни , бөтәһе лә шулай йәшәне инде .
Донья көтәм , балаларым ас булмаһын тип сабыулаған ҡатындың ,уларҙы тәрбиәләп , дәрес әҙерләтеп ултырырлыҡ ваҡыты ла булманы . Үҙ яйҙарына үҫтеләр , ҡул араһына инерлек булһалар ҙа , урам тапауҙан башҡаға эшкинмәнеләр .
Донья йөгөн тулыһынса үҙ елкәһендә һөйрәүсе ҡатындың аяҡтары һыҙлай башлағайны инде .
Бураны күтәреп , башын ябып , тәҙрәләрен ҡуйып , түбә таҡтаһын ғына түшәп өлгөрҙө атаһы . Әжәл муйынынан алды уны ла . Сәлимә апай кемеһендер яллап мейес сығартты .Иҙәненең дә яртыһы түшәлеп бөтмәгән , соланы ла булмаған ярты йорто эшләнгән өйгә күсергә мәжбүр булды Мәфрүзә .Иҫке өйөнөң түбәһе емерелеп төшкәс , алайҙа балаларым урамда булып ҡалды тип ҡыуанған булды .
Яңы өйөнә инеп күпмелер йәшәгәс , доньяға етенсе балаһы Фәрите килде . Улын тапҡандан һуң ҡатын бөтөнләй йөрөй алманы , түшәккә ятты .Нурзияһы менән әсәһе сабыйҙы ла Мәфрүзәне лә ҡаранылар . Күршеһе Миңһылыуға бик рәхмәтле Мәфрүзә . Көнөнә өс дүрт тапҡыр инергә ваҡыт тапҡан күршеһенә бурысын мәңге түләп бөтә алмам тиер ине ул .
Ҡатын ҡулы етмәүе үҙен тиҙ арала һиҙҙерҙе .Тормош артҡа тәгәрәне .Мәфрүзә ете йыл ятты түшәктә .
Күршеләре өйө янында торған тиҙ ярҙам машинаһын ,тәҙрә аша күргән Миңһылыу югерә атлай килеп тә етте .
- Ҡәһәр генә һуҡҡыр ! Һин хайуанды ер нисек күтәрә икән ?!
Миңһылыу Әхиәргә иларҙай булып ташланды , уныһы , ғәҙәтенсә нимәлер тип ҡаршы моңҡолданы , күршеһе аңлай алманы .
Носилкала ятыусы Мәфрүзә :
- Күрше балаларға күҙ - ҡолаҡ бул инде мин юҡта , тигән булды .
Әйтерһең , үҙе булғанда үҙе ҡарай инде балаларын тигән асыулы уй килде Миңһылыуҙың башына .
Түшәктә ауырып ятҡан ҡатынын ыҙалаусы иргә бер ниндәй ҙә закон да юҡтыр ахры .Ете йыл эсендә бишенсегә алып китте тиҙ ярҙам машинаһы Мәфрүзәне .Район үҙәгенә алып барып аборт эшләйҙәр ҙә өйөнә алып килеп ҡалдырып китәләр ине .
Был юлы кире ҡайтманы Мәфрүзә . Яңы 45 йәшен тултырған , нисә йылдар түшәктә ауырып ятыуына ҡарамаҫтан һылыулығын юғалтмаған ҡатын , һуңғы операцияны күтәрә алманы , мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо .
Ҡатынын ерләгәс бөкөрәйеп ,сүгеп ҡалды Әхиәр .Атламаһа ла уның ҡайтҡанын көтөп , уны ҡайғыртып ятыусы берҙән - бер кеше ине бит ҡатыны .Хәҙер ул юҡ . Юҡ .Үҙен йәлләүҙән ирҙең үҙәге өҙөлдө ,күҙ йәштәре субырлап ҡойолдо .Үҙен генә уйлап йәшәүсе ирҙә , балаларына ҡатынына ҡарата берәй хис булдымы икән ? Уныһын мин белмәйем .Бына әле лә үҙен йәлләп иланы Әхиәр . Артабан нисек йәшәрен күҙ алдына ла килтерә алмай ине ул .
Үҙем иҫән саҡта , тип Сәлимә апай балаларҙы башлы -күҙле итергә тырышты . Бар хәленсә туйҙар үткәрҙе . Нурзияһы Сибай егетенә тормошҡа сығып , матур ғына йәшәп китте . Нурияһы әсәһе тере саҡта уҡ ҡайҙалыр сығып китеп олаҡҡайны ,шул китеүҙән уның ҡайҙалығын бер кем белмәй .Фәниле эшләмәй , эсеүҙән башы сыҡмағас ҡатыны ике балаһын алып тыуған иленә ҡайтып китте .Фәнил армиянан хохол ҡыҙын эйәртеп ҡайтҡайны .Ҡатын ерһенмәне , быларҙың йәшәү рәүеше лә күнерлек булмағас , үҙ илемә ҡайтайым тигәндер .Хәлилдең кәләше лә эскесе менән тормайым тип , ташлап китте .Эскелек булған ерҙә енәйәт йәнәшә йөрөй . Күмәкләп эсеп һуғышып китеп , бер егетте сәнсеп үлтергән Хәлилде ун биш йылға ултырттылар .
Нуриманы менән Хәлите урлашып ,эсеп урам тапауҙан башҡаға эшкинмәне .Тамаҡ , ярты хаҡына кешегә ялланып көн күрҙеләр .Әсәләре үлгәндә ете йәшлек кенә булып ҡалған Фәритте өләсәһе ҡараны . Ул да мәрхүмә булғас , малай атаһы менән көн күргән булды .Күршеләре Миңһылыу ас итмәне уларҙы .Ашын да , малайҙарынан ҡалған кейем - һалымын да күршеләренә әҙ ташыманы ул .
Үлгән артынан үлеп булмай , тере кеше тереклек итә . Пенсия йәшен дә тултырҙы Әхиәр , эскелектән арына алманы . Улдары менән ҡуша эстеләр .
Уны доньяға тыуҙырған әсәһе , балам шулай булын тип уйламағандыр . Ҡыҙҙар араһында көтөп алынған , бер бөртөк улына моғайын ҙур өмөттәр бағлағандыр .
Күрше ауылдың иң сибәр ҡыҙы Мәфрүзә лә , уны тормош юлдашы итеп һайлағанда , моғайын да киләсәккә тик матур хыялдар ғына ҡорғандыр . "Атай " тиеп телдәре асылған ете балаһы , атайға арҡаланып әсәйгә иркәләнеп йәшәргә теләмәгән тиһегеҙме ?
Тик Әхиәр белдеме һуң ҡәҙерле кешеләренең ҡәҙерен ?
Үҙен туғыҙ ай йөрәк төбөндә йөрөткән , күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән әсәһенә ниндәй яҡшылыҡ эшләне ул ?
Һөйөклө Мәфрүзәһен докторҙарға йөрөтә алмай инеме ни һуң ? Йәйен ҡышын ғаиләһен аҫрайым тип сапҡан ҡатынының ҡулынан дилбегәне ала алмай инеме һуң ?
Атай . Нимә бирҙе һуң ул балаларына ? Аслы - туҡлы , ыҙалы бала саҡ . Әсәйҙәре йығылмаһа балаларҙың яҙмышы ла , бәлки башҡасараҡ булыр ине .
Кеше нисек йәшәһә лә ғүмер туҡтап тормай шул . Бына Әхиәрҙең дә һуңғы сәғәте һуҡты .
Барҙың барлығы тейә , тигәндәй атаһы эскесе булһа ла Фәриткә иптәш ,терәк булғандыр күрәһең .Әҙ - мәҙ пенсияһын алһа магазинға ла Фәритен йөрөттө , аҡсаны ла улына ышанып тапшырҙы .Ағалары килһә аҡсаны урламаһындар тип ,йәшергән үҙе генә белгән урыны бар уның .Башҡа ваҡытта ҡайҙа етте шунда көн күреүсе ағайҙары , аталары пенсия алған көндө ат шикелле сабышып килерҙәр ине лә , аҡса бөтһә ипләп кенә сығып тайырҙар ине .
Төҫкә матур ғына ,тыныс , ипле егетте , үҙенән биш алты йәшкә өлкән , ире үлгән Фәүзиә йортҡа индергәйне бер ваҡыт .Бер уңмаған һис уңмаҫ тигәндәре тура килдеме ,Фәрит таҙа , матур тормошта өс көн генә йәшәп ҡалды .
Иртәнсәк аҫты лырҡ һыу булғанға уянып киткән Фәүзиә бер гилке аптыранып ятты . Иртәгеһенә лә , унан һуң да шул уҡ хәл ҡабатланды .
Ахыр , ҡатын түҙмәне , һинең һыҡраңды йыуып үткәрәйемме ғүмеремде тип ҡыуып сығарҙы егетте . Үҙ хәлен аңлаған егет башҡаса ҡатын - ҡыҙ тураһында хыялланманы .
Өй һыуыҡ , яғырлыҡ утын юҡ .Булһа ла , Фәрит утын индереп яғырға йыбаныр ине барыбер .Кисә эскән араҡының шауҡымылыр , башы түҙҙермәй һыҙлай .Ул бөгәрләнеп кенә урындыҡҡа менеп ятты .Ябынырлыҡ юнле юрған да юҡ ине ,атаһының йыртылып бөткән тиртунын башынан аша бөркәнде .Теше тешкә теймәй дер ҡалтырап ята торғас йоҡлап китте .Төн уртаһында уянып китте лә , аҫты һыу булғанға сикәнеп ятты бергилке , әммә торорлоҡ көс тапманы .Алмаштырып кейерлек салбары ла юҡтыр әле , кер йыуыуҙы белмәгән егет бер кейемде берәйһе яңынан кейем алып килгәнсә кейә ине .
Ҡабат күҙҙәрен йомдо . Ойоп китте .Ҡапыл йылы ғына булып китте .
- Уй , балам , балағынам ! Туңғанһың бит ,кил йылытайым .
Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан әсәһе ,улын ҡосағына алды .
Их , нишләп кенә әсәйҙәр мәңгелек түгел икән ? Бына бит , ҡалай рәхәт әсәйҙең ҡосағында ! Фәрит йылыға иҙрәп , рәхәтләнеп ,йылмая - йылмая йоҡлап китте ...
Миңһылыу иртәнге сәйҙе эскәндә :
- Таң менән ҡапҡаһы төбөндә тора торғайны , Фәрит күренмәйсе - тип һүҙ башланы .
Ире яуап бирмәне ,һүҙһеҙ генә сәйен һемереүен белде . Ҡатынының күршеләрем тип өҙгөләнеүе уның үҙәгенә үтеп бөткән ине инде . Шулар менән күрше булғандан бирле , бер тынғылыҡ булманы . Мәфрүзә ауырып ятҡанда , балалары уыаҡ саҡта ярар инде , түҙҙе .Һаман шуларҙы һөйләп ҡаңғылдаған ҡатыны менән һөйләшкеһе лә килмәй ине Фәтихтең .
- Һаңрауландыңмы әллә ? - Миңһылыуҙың тауышы асыулы яңғырағас ҡына
- Шунан ? - тигән өн сыҡты ире ауыҙынан .
- Фәриткә әйтәйек , беҙҙең усаҡлыҡта йәшәһен . Малды ла ҡарашыр тамағы ла туҡ булыр .Һыуыҡ өйөндә туңып ятҡансы .
- Һаһытыпмы ? Бысрағын үҙең йыуаһыңмы , башҡа ҡайғың юҡмы -
ире әсе телләнһә лә ,Миңһылыу сигенмәне .
- Аламанан күп нәмә юҡ ,тыуғандан алып бер рәхәт күрмәне шул сабый...
- Ул сабыйға инде утыҙ йәш - ир ҡул һелтәп сығып китте . Миңһылыу Фәритте алып ҡайтайым тип күрше өйгә юлланды .
Йомарланып ҡына ятҡан Фәритте күргәс ,Миңһылыу ултырғысҡа ултыра төштө .
- Эййй , сабыйғынамды ! Ҡотолғанһың икән донья михнәттәренән ...
Миңзифа Ҡашҡарова.
Читайте нас в